Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2017, 15:56

Тормошобоҙ яҡшы булһын өсөн

Ишембай районында йәшәүселәр үткән йәкшәмбелә уҙған урындағы үҙидара органдарына өҫтәмә һайлауҙар ваҡытында юғары әүҙемлек күрһәтте.

Ишембай районында йәшәүселәр үткән йәкшәмбелә уҙған урындағы үҙидара органдарына өҫтәмә һайлауҙар ваҡытында юғары әүҙемлек күрһәтте.


Сәлих ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2161-се участка һайлау комиссияһы бинаһында тәүге тауыш биреүсе Сәғит Ниғмәтуллин булды.


- Элек мин бөтә көсөмдө һалып хеҙмәт иттем. Күберәк ер һөрөргә, сәсергә тырыштым. – Хәҙер минең бурысым – һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашыу. Әлегә тиклем бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным юҡ. Беҙҙең ауыл төҙөкләнә - мәсет, бәләкәстәр өсөн мәктәпкәсә төркөм барлыҡҡа килде. Тыуған еребеҙҙә тормошто тағы ла яҡшыртыу өсөн бөгөн беҙгә лайыҡлы депутат һайларға кәрәк.


Участка һайлау комиссияһы рәйесе Вәли Ғәлиевтан иҫтәлекле бүләк алып, Сәғит Сәғитгәрәй улы башҡарылған бурыс тойғоһо менән клуб бинаһынан сыҡты.


Алға китеп шуны билдәләргә кәрәк, был участкала теркәлгән 571 һайлаусының 465-е уның өлгөһөн ҡабатланы.


2176-сы участка һайлау комиссияһы рәйесе (Әптек социаль-мәҙәни үҙәк) Фәүзиә Низамова һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың ауылында һайлауҙарҙа тауыш биреү хоҡуғына 200 кеше эйә.


– Беҙгә һаулыҡ торошо буйынса бөгөн участкаға килеп тауыш бирә алмаусы 18 һайлаусы мөрәжәғәт итте, - ти Фәүзиә Фәррәхетдин ҡыҙы. – Көндөң икенсе яртыһында комиссия ағзалары тауыш биреү өсөн күсмә урна менән уларҙың өйҙәренә барасаҡ.


Яңы Әптек ауылында һайлаусылар исемлегендә 1100 фамилия иҫәпләнә. 2177-се участка һайлау комиссияһы секретары (Яңы Әптек ауыл мәҙәниәт йорто) Руслан Йәләев һаулыҡ арҡаһында 56 кешенең өй шарттарында тауыш

бирергә теләге булыуын белдерҙе. 10 кеше ситкә китеү сәбәпле алдан тауыш биргән. Һайлаусыларҙан бөтә тейешле

ғаризалар комиссия ағзалары һайлауға саҡырып йорттар буйлап йөрөгән саҡта йыйып алынған.


Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 73-сө һанында (12.09.2017) уҡығыҙ.
Читайте нас: