Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегенә һуңғы арала мал урлау тураһында ғаризалар йышайған. Ошо көндәрҙә Тимашевка ауылында билдәһеҙ кешеләр ялан кәртәнән кәзә һәм уның ике бәрәсен урлап, мал хужаларына 13 мең һумлыҡ матди зыян килтерә.