Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2017, 01:46

Барыһы ла үҙебеҙ өсөн

Әрмет ауыл Советына ҡараған ауылдарға барып инһәң, ҙур үҙгәрештәр булыуы, тирә-яҡ төҙөкләндерелеүе күҙә ташлана. Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған эштәр тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүәр Шаһиев таныштырҙы.

Әрмет ауыл Советына ҡараған ауылдарға барып инһәң, ҙур үҙгәрештәр булыуы, тирә-яҡ төҙөкләндерелеүе күҙә ташлана. Һуңғы йылдарҙа уҙғарылған эштәр тураһында ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әнүәр Шаһиев таныштырҙы.


- Ауыл биләмәһендә һуңғы ике йылда дәүләт программалары ярҙамын файҙаланып төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Былтыр урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса 1500000 һумлыҡ грант отоп, ауыл халҡы менән бергәләп балалар өсөн уйын майҙансығы, мәктәп территорияһында спорт майҙансығы ултыртырға ҡарар итһәк, быйыл ошо уҡ программа буйынса мәктәптең спортзалына капиталь ремонт үткәреүгә һәм ҡыйығын алмаштырыуға ирештек. Юлдарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ. Төҙөкләндереүгә бүленгән дәүләт программаһы буйынса былтыр мәктәп эргәһендә 200 мең һумға асфальт түшәлһә, Туғай урамында 100 мең һумға ҡырсынташ һибелде. Быйыл ошо программа нигеҙендә 150-шәр мең һумға Түбәнге Әрметтең Ибраһим Ғизәттулин урамында, Үрге Әрметтең Совет урамында асфальт юл һалынды, - тип һөйләне ул.


1979 йылда төҙөлгән клуб та “Реаль эштәр” программаһы ярҙамында яңы төҫ алған. Былтыр ошо проект сиктәрендә 13 тәҙрә пластикка алмаштырылһа, быйыл тағы 14 тәҙрә заманса төҫ алған. Киләһе йылда тағы 13 тәҙрәне алмаштырып ҡуйыу ниәтләнә.


- Эштәр башланмаҫ элек ауыл халҡы ыңғай үҙгәрештәр буласағына бик ышанып та етмәй ине. Шуға күрә аҡса йыйыуҙа бер аҙ мәшәҡәттәр ҙә булды. Әммә барыһы ла үҙебеҙ өсөн эшләнеүен, балаларға уңайлыҡтар тыуҙырылыуын, ауылдарҙың күркәмләнеүен күреп, ҡараштары үҙгәрҙе, эштәр ҙә алға китте. Әле киләһе йылда юлдарға асфальт һалыуҙы тамамлап ҡуйырға ниәтләйбеҙ, шулай уҡ мәктәптә капиталь ремонт үткәреү, ауыл мәҙәниәт йортонда электр һәм йылылыҡ буйынса ремонт уҙғарыу күҙаллана. Уларҙы ла шулай уҡ дәүләт программаһы ярҙамында һәм ауыл халҡының көсө менән атҡарып сығарырбыҙ тип өмөтләнәм, - ти ул.


Эйе, кәрәкле, файҙалы дәүләт программаларын файҙаланып, уны тормошҡа ашырыуҙа бергәләп ярҙам иткәндә генә ауыл үҫәсәк, йәмләнәсәк, башҡарылған эштәрҙең дә ҡәҙере нығыраҡ буласаҡ.
Читайте нас: