Этҡол ауылында быйыл йәй ҙур ғына эш башҡарып сыҡҡандар - быға тиклем күп мәшәҡәттәр тыуҙырған 7 Ноябрь урамы юлының бер өлөшөнә асфальт түшәлеп, Ҡағасан йылғаһы аша күпер ремонтланған.
Юлдарҙың төҙөк, тәртиптә булыуы тормошобоҙ сифатын билдәләүсе бер күрһәткес. Әлбиттә, юл һалыуҙың ҙур сығымлы эш икәнен барыбыҙ ҙа белә. Һәм бында проблеманың көнүҙәклегенән сығып эш итеү, сараларҙы дөрөҫ йүнәлтә белеү мөһим.
- Республика бюджетынан ауыл биләмәләре юлдарын төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаларҙы ошо эшкә тотондоҡ. Мөмкинлектәр тыуыу менән асфальт юлды дауам итергә тигән ниәт бар. Халыҡ, техника күп йөрөгән урам. Бигерәк тә күпер торошо хәүефле ине, хәҙер күңел тыныс, - ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова. Уның һүҙҙәрен ошо урамда йәшәүселәр ҙә ихлас ҡеүәтләне.
- Урам бөтөнләй икенсе төҫ алды. Соҡор-саҡырлы юлдан һуң был хыял һымаҡ. Күпер киңәйеп ҡалды, уның аша юлға ла асфальтты еткерергә тырыштылар, ҙур рәхмәт! – ти хаҡлы ялдағы Фәүриә һәм Нәүфәр Йәрмөхәмәтовтар. – Бындай эштәр кәйефте күтәрә, ауыл тормошон йәнләндерә.