Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2017, 19:45

Күңел күҙе асыҡ булһын

Матурлыҡты кем нисек аңлай, ә бына иңдәрендә халыҡты юғары сәнғәт өлгөләрендә тәрбиәләү яуаплылығы ятҡан таланттарҙан был хаҡта ишетеү үҙе бер тормош дәресе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, тормош юлдарын 70-се йылдар аҙағынан ғүмерлеккә Ишембай менән бәйләгән замандашыбыҙ Рафаэль Ҡадировтың сағыу һәм үҙенсәлекле ижады ла ошо ҙур төшөнсәне аңлауға хеҙмәт итә.

- Рәссам булараҡ, матурлыҡ тыуҙырыуҙы мин иң тәүҙә ижадыңа рухи йөкмәтке һалыу, тип аңлайым. Кешене тәрбиәләһен ул. Ябай пейзаждар миңә ҡыйын бирелә, төп ижадсы-тәбиғәттән барыбыр уҙҙырып булмай, - ти Рафаэль Рәшит улы.

Эйе, күңел ҡылдарын тибрәтерлек булһын ул матурлыҡ. Быйыл уның апрель-май айында республиканың Хәрби Дан музейында ойошторолған “Онотолған биттәр” атамаһы аҫтындағы күргәҙмәһе менән танышҡандарҙан да ҙур кисерештәр хаҡында ишетергә тура килде. “Яҙмыш һыҙаттары”, “Мәңгелек”, “Ҡурай моңо”, “Тормош йылғаһы”, “Ер йылыһы”, “Юғары моң”... Ябайлыҡта – бөйөклөк тиһәләр ҙә, замандашыбыҙ ижадын ябай тип әйтергә тел әйләнмәй. Уйландыра, хисләндерә, ата-бабалары йөрәгенән үткәндәрҙе йылдар күҙлегенән, намыҫ юғарылығынан һынландырған эштәре уйлы кешене битараф ҡалдыра алмай.

- Иман, йәнтөйәгең, атаң-әсәң - ошо мәңгелек таяуҙар ҡиммәтен ижадым аша еткерә алам икән, мин бәхетле. Матурлыҡты аңлай белеү сабый саҡтан һалына килә, бала саҡта күңел сафлыҡҡа, мөхәббәткә туйынырға тейеш, - ти ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшен ҡаршылаған рәссам.
Читайте нас: