Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2017, 01:53

Фатир туйланылар

Муниципаль районда авария хәлендәге торлаҡ фондына ҡараған йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү буйынса ҙур эш алып барыла.

Муниципаль районда авария хәлендәге торлаҡ фондына ҡараған йорттарҙа йәшәүселәрҙе күсереү буйынса ҙур эш алып барыла.


Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһенең 2013-2017 йылдарға иҫәпләнгән ошо йүнәлештәге адреслы программаһына 2012 йылдың 1 ғинуарына авария хәлендә тип табылған 29 күп фатирлы йорт индерелә. Әлбитә, бындай йорттарҙы артабан тик һүтеү ҡаралған. 2013-20176 йылдар эсендә программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡалала авария хәлендәге 22 йорттан күсерелгән халыҡ яңы фатир туйлай алды. Ә был бөтәһе 137 фатир, 333 кеше. Быйыл иһә программа йөкләмәһен тулыһынса үтәп сығыу бурысы торҙо. Үткән быуаттың 50-сы йылдар башында төҙөлгән Бульвар урамындағы ике ҡатлы йорттарҙың да ғүмере күптән үткән. Бындағы 36, 40, 42 һәм 44-се йорттар халҡы ла ниһайәт шатлыҡлы ваҡиғаны көтөп алды. Эргәлә генә төҙөлгән биш ҡатлы күркәм 24-се йорт уларҙың бөтәһен дә һыйындырҙы. Был изге маҡсатҡа 32 фатир бүленгән.


- Күп йылдар йәшәлгән ошо районда ҡалыуыбыҙға шатмын. Ҡала үҙәге, бөтәһе лә ҡул осонда. Был программаны эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу өсөн көс һалғандарға ла, йортто төҙөүселәргә лә рәхмәт. Бүлмәләр яҡты, заманса планлаштырылған. Ин дә йәшә, - ти фатир туйлаусы Радис Әхмәҙиәров.


Йорт тирәһен төҙөкләндереүҙе лә һуңға ҡалдырмағандар, подъезд тапҡырындағы сәскәләр бында булғандың ҡәҙерен белгән хәстәрлекле хужалар йәшәйәсәге тураһында һөйләй. Билдәләнгән осор эсендә авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны үтәүгә өлгәшеү район хакимиәтенән дә, төҙөүсе ойошмаларҙан да яуаплы ҡараш талап итте. Халыҡ өсөн көнүҙәк һорауҙы иғтибар үҙәгендә тотоу бик күп ғаиләләрҙең рәхмәте менән ҡайтты.
Читайте нас: