Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2017, 01:47

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булды

Ҡорбан ғәйете – мосолмандарҙың иң изге байрамдарының береһе. Был көндө мәсеттәрҙә байрам намаҙҙары уҡыла, ҡорбандар салына. Түбәнге Әрмет ауылында ла дини йолаларыбыҙға тоғро ҡалып, байрамды ололап ҡаршы алдылар.

Ҡорбан ғәйете – мосолмандарҙың иң изге байрамдарының береһе. Был көндө мәсеттәрҙә байрам намаҙҙары уҡыла, ҡорбандар салына. Түбәнге Әрмет ауылында ла дини йолаларыбыҙға тоғро ҡалып, байрамды ололап ҡаршы алдылар.
- Хөрмәтле ауылдаштар, Аллаға шөкөр, етеш тормошта, тыныслыҡта йәшәйбеҙ. Әммә матди донъябыҙ ғына түгел, рухи эстәлегебеҙҙең дә төҙөк һәм бер бөтөн булыуы шарт. 27 йыл дауамында яйлап динебеҙгә ҡайтабыҙ, ауылда мәсет асылды, әрметтәр намаҙға баҫа, - тине үҙ сығышында дин әһеле Зинур Ҡунафин.
Ысынлап та, ауылда яйлап булһа ла ислам нуры йәйелә бара. Байрам сараһы уҙған мәсеттең барлыҡҡа килеүе, уға быйыл төкөтмә эшләнеүе, ауыл зыяратында ҡышын йылыныр өсөн йорт төҙөлөүе, ҡәберлектәрҙең тәртиптә булыуы, ауылдаштарҙың иманға тартылыуы быға асыҡ дәлил. Мәҫәлән, байрам сараһында биш намаҙын ҡалдырмай, дин ҡушҡанса йәшәргә ынтылған йәш егеттәр Ғәзиз һәм Айҙар Рәхимовтарҙы күреү киләсәк өсөн күңелдә ышаныс уятты.
Диндә көсләү ҙә, мәжбүр итеү ҙә юҡ. Зинур Ҡунафиндың ауылдаштырына аңлайышлы итеп, ысынбарлыҡтағы миҫалдарға таянып һөйләүе, дин тотоуҙың үҙебеҙ өсөн файҙалы икәненә төшөндөрөүе түбәнге әрметтәрҙе бигерәк тә дәртләндерҙе.
- Артҡа тәгәрәмәйбеҙ, алға барабыҙ, - тигән мәғәнәле фекер менән ҡотлау һүҙен башланы ауыл хакимиәте башлығы Әнүр Шаһиев. – Ошо көндәрҙә башҡарылған хеҙмәтте барлағанда ла күпте әйтергә була. Мәҫәлән: әлеге мәлдә урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә мәктәптең спорт залына ремонт эшләнә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә клуб тәҙрәләре алмаштырыла, быға тиклем уйын һәм спорт майҙансығы асылды, байрам алдынан ғына Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдары урамдарының ҡайһы бер өлөштәренә асфальт түшәлде, урамдағы һыу алыу урындары кәртәләнде, - тип барланы етәксе урындағы алға барышты. – Иң мөһиме: был эштәр барыһы ла һеҙҙең ҡатнашлығығыҙ менән үтте һәм үтә. Берҙәмлегегеҙ, әүҙемлегегеҙ өсөн рәхмәт!
Эйе, әүҙемлектән һәм берҙәмлектән күп нәмә тора шул. Кемдер кәртә аша ғына урамда барған өмәне күҙәтергә күнеккән, кемдер ең һыҙғанып дөйөм эштең уртаһында ҡайнай. Ғүмер буйы ауыл балаларына белем һәм тәрбиә биреүҙә тос өлөш индергән, рус теле серҙәренә төшөндөргән Гөлшат апай менән ауылдың рухи һәм мәҙәни торошон яҡшыртыуҙа көс һалып, башта оҙаҡ йылдар кино күрһәткән, аҙаҡ ауылдаштары фильмдарҙы инде кабелле телевидение аша ғына кинәнеп ҡараһын өсөн линияны тәртиптә тотҡан Мөхәммәт ағай Әбсәләмовтар нәҡ ер йөҙөндә Түбәнге һәм Үрге Әрмет ауылдары сәскә атһын тип йәшәүселәр. Бында ғаилә башлығының депутатлыҡ бурысы хаҡында ғына һүҙ бармай, әлбиттә. Ихлас күңелдән, йөрәк ҡушыуы буйынса ла башҡарырға була бит изге ғәмәлде. Дин ҡанундарын тормошҡа ашырып, был байрамда ла улар ситтә ҡалманы – ҡорбан салып, ауылдаштарын тәмле аш менән һыйланы.
- Был ҡорбанды беҙ ейән-ейәнсәребеҙгә атаныҡ, үҙҙәре – иҫән-һау, юлдары яҡшы булһын тип теләйбеҙ. Әбсәләмовтарҙың ниәттәре тормошҡа ашһын. Балаңа һаулыҡ теләү – шифаханаға юллама менән тәьмин итеү генә түгел шул...
Читайте нас: