Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь 2017, 01:29

Үҫмерҙәр иғтибар үҙәгендә

1 сентябҙән 31 октябргә тиклем муниципаль районда “Үҫмер-2017” иҫкәртеү операцияһы барасаҡ.

1 сентябҙән 31 октябргә тиклем муниципаль районда “Үҫмер-2017” иҫкәртеү операцияһы барасаҡ.
Социаль хәүефле хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе асыҡлау һәм улар менән эшләү, балаларын тәрбиәләү йөкләмәләрен үтәмәүсе ата-әсәләргә ҡарата саралар күреү, бәлиғ булмағандар араһында алкоголизм, токсикомания һәм наркоманияны иҫкәртеү, үҫмерҙәргә социаль-реабилитация ярҙамы күрһәтеү - сараның төп маҡсаттары.
Иҫкәртеү операцияһында полиция хеҙмәткәрҙәре, Үҙәк район дауаханаһы, Көньяҡ район-ара ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам үҙәге белгестәре һәм башҡа дәүләт, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: