1998 йылдың авгусында Мәрйәм Солтанова ҡалалағы бөтә уңайлыҡтары булған йортон һәм яратҡан эшен ҡалдырып, барлыҡ көсөн тыуған ауылында музыка мәктәбен асыуға һәм кадрҙар һайлауға йүнәлтә. Мәктәпте йыһазландырыу, музыка ҡоралдары һәм төрлө кәрәкяраҡтар һатып алыу өсөн ул улына мөрәжәғәт итә. Радик Ирек улы бына 20 йылдан ашыу музыка мәктәбенең, шул иҫәптән Маҡар урта мәктәбенең матди-техник базаһын нығытыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Бағыусының ярҙамы менән
«Селтербей» ансамбленә, уҡыусылар хорына, «Маҡар ынйылары» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбленә, «Аҡ юл» уҡытыусылар һәм уҡыусылар хорына күп тапҡыр сәхнә костюмдары тегелде. Шулай уҡ ул «Селтербей» ансамбленә, балалар хорына Ишембай, Салауат, Мәләүез, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Толбазы һәм Өфө ҡалаларына конкурстарға барырға аҡса һәм транспорт менән күп тапҡырҙар ярҙам итте.
2007 йылда «Торатау» гәзите Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы һәм Радик Ирек улы Солтановтарҙы йыл меценаты итеп иғлан иткәйне. «Кеше ғүмеренең асылы – бер-береңә һәм үҫеп килгән быуынға изгелек ҡылыуҙа. Беҙ, өлкәндәр, күңелебеҙ менән бай, әҙәпле булһаҡ, балаларыбыҙ ҙа шулай үҫәсәк. Мин үҙ улым, уның йүнселлеге, изге эштәре, йомартлығы менән ғорурланам», - ти Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы.
Радик Солтановтың 2006, 2012, 2016 йылдарҙа мәктәп ремонтына һалынған миллионлаған һумлыҡ ярҙамы – ул тыуған ил һәм Ватан илһөйәрҙәрен уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә, уларҙың киләсәген хәстәрләүгә ҙур ярҙам. Сәләмәт быуынды тәрбиәләүҙе хәстәрләп, яҡташыбыҙ 35 комплект саңғы бүләк итте. Радик Ирек улы йыл һайын 1-се класс уҡыусыларына портфель һәм төрлө уҡыу кәрәк-яраҡтары тапшыра. 2004 йылдан мәктәптең барлыҡ уҡыусылары һәм башҡа балалар Яңы йыл бүләктәре һәм татлы күстәнәстәр алып ҡыуана. Уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре, мәктәп хеҙмәткәрҙәре уға һәм лайыҡлы ул тәрбиәләгән Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙына оло рәхмәтен белдерә. Мәрйәм Солтанова шәхесендә кешелеклек, ижадсылыҡ һәм гражданлыҡ бер-береһенә тығыҙ үрелгән. Ул – балаларҙы матурлыҡ иленә әйҙәүсе остаз.
Мәрйәм апайҙың проблемаларҙы оҫта хәл итеүе, ойоштороусанлыҡ һәләте ярҙамында музыка мәктәбенең уҡытыусылар составы формалаша һәм ижади мөхит тыуҙырыла. Урта дөйөм белем биреү мәктәбенең һәм музыка мәктәбе филиалының педагогик коллективы йәш быуынды мәҙәни, эстетик һәм әхлаҡи тәрбиәләүҙә татыу ижади берекмәгә әйләнде.
Бөгөнгө көндә Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда һәм музыка мәктәбе филиалында ошо уҡ учреждениеның тәрбиәләнеүселәре – Р. Ильясов, Э. Аҙнабаева, А. Ирғәлина, Г. Иманғолова уңышлы эшләп йөрөй. Улар остаздары миҫалында райондың һәм ауылдың барлыҡ сараларында әүҙем ҡатнаша, балаларҙы төрлө конкурстарға һәм фестивалдәргә әҙерләп, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә.
Мәрйәм Солтанова менән аралашҡан һәм хеҙмәттәшлек иткән барлыҡ кешеләр ҙә үҙҙәрендә үҙенсәлекле көсҡеүәт, рух күтәренкелеге тоя. Уның Башҡортостан сәнғәтендәге тормошо – көслө шәхестең үҙ асылына тоғро булыуына һәм яҙмыш һынауҙарын еңеп сығыуына сағыу миҫал. Сәнғәткә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүе, йәмғиәт үҫешенә тос өлөш индереүе, халыҡҡа һәм уның йолаларына тоғро булыуы, ҙур тәрбиәүи эш алып барыуы өсөн яҡташыбыҙ «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», Салауат Юлаев ордены кавалеры исемдәренә, «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһенә лайыҡ булды.
Ул – Ишембай районының һәм ҡалаһының Почетлы гражданины, күп наградалар, грамоталар, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы йәмәғәт эшен дә әүҙем алып бара: 2004 йылдан – Маҡар ауыл Советы депутаты, шулай уҡ «Ағинәйҙәр» район ойошмаһына нигеҙ һалыуҙа ҡатнаша. Республикала, районда һәм ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советының, «Ағинәйҙәр» ойошмаһының эшмәкәрлеген үҫтереүҙә, күп сараларҙы ойоштороуҙа уның һәләте, аҡылы ярылып ята. Башҡорт байрамдарын, йолаларын, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүе һәм таратыуы, актив гражданлыҡ позицияһы өсөн Мәрйәм Солтанова 2021 йылда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең билдәле әүҙемсеһе Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатынҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды. Педагог-музыкант, дирижер булараҡ ул юғары музыка мәҙәниәтенә эйә: төрлө милләттәрҙең, бигерәк тә башҡорт һәм рус халҡының сәнғәтен өйрәтеү эштәрен алып бара. Быға 2022 йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһы Ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан тапшырылған «Мәҙәниәт илсеһе» миҙалы асыҡ миҫал булып тора.
... Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова 1938 йылдың 10 апрелендә Маҡар ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, 1958 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәҙәниәтағартыу училищеһында белем ала. 1963 йылда Өфө сәнғәт училищеһын «Хор дирижеры» белгесе буйынса тик «5» билдәләренә тамамлай. 1972 йылда – Гнесиндар исемендәге Мәскәү музыка-педагогия институтының «Хор дирижеры һәм хор дисциплиналары уҡытыусыһы» белгесе буйынса сығарылыш студенты.
Хеҙмәт юлын Мәрйәм апай Петровск район мәҙәниәт йортонда башлай. 1959 йылда республика конкурсында йәш белгес танылыу ала – уның етәкселегендә хор беренсе урын яулай. Бынан һуң Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы өлкә хорҙар берекмәләренең конференцияһында ҡатнаша, уны 1959 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй хор йәмғиәтенең беренсе съезына делегат итеп һайлайҙар. 1963 йылда музыка белгесе Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡытыусы булып эшләй. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышының, унан һуңғы йылдарҙың бөтә ауырлыҡтарын үткәргән оло йәштәге атайәсәйгә яҡыныраҡ булыу, уларҙы хәстәрләү теләге Солтановтар ғаиләһен Ишембайға күсеп ҡайтырға мәжбүр итә. 1973 йылдан улар ишембайҙар мәнфәғәтенә хеҙмәт итә: Ирек Мирза улы – ҡала поликлиникаһы табибы, Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы – Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, ҡала мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы академик хорҙың һәм башҡорт хорының (Кинйәбулат ауылы) етәксеһе. Был хорҙар күп тапҡыр республика конкурстарының һәм фестивалдәренең лауреаттары, дипломанттары була, һуңынан «халыҡ коллективтары» исемен лайыҡлы йөрөтә. Маҡар ауылы музыка мәктәбендә уның тарафынан ойошторолған «Селтербей» балалар ансамбле 2000 йылдан ҡала, район-ара һәм республика конкурстарында, фестивалдәрендә, телевидение бәйгеләрендә атнашып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә, беренсе урындар яулай. 2003 йылдан был ансамбль «Өлгөлө балалар коллективы» исемен йөрөтә. Мәктәптең балалар хоры – «Таланттар ҡанатында» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурс-фестиваленең лауреаты (Өфө, 2012 й.), хорҙар коллективы конкурсының (Стәрлетамаҡ, 2014 й.), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Т.С. Сәйфуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан ойошторолған хор музыкаһы фестиваленең (2012 й.) еңеүсеһе.
«Аҡ юл» мәктәп уҡытыусылары хоры, Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы етәкләгән «Маҡар ынйылары» ҡатынҡыҙҙар ансамбле шулай уҡ республика, район конкурстарында күп ҡатнашып еңеүҙәр, призлы урындар яулай. Музыка белгесенең эшмәкәрлеге һәм ижады күп яҡлы. Ул – балалар һәм өлкәндәр өсөн «Күңелем моңдары» (2004 й.), «Күңелем йырҙары» (2008 й.), «Ҡояшлы йыр - ҡояшлы ер», «Музыкаға бағышланған ғүмер» һәм «Ҡояшлы ер, ҡояшлы йыр» йыр йыйынтыҡтарының авторы. Педагог, үҙешмәкәр композитор, дирижер Мәрйәм Солтанованың эшмәкәрлеге, ижады район һәм республика гәзит-журналдарында, Р.Кинйәбаевтың «Мәрйәм Солтанованың яҡты тормошо» (2018 й.) китабында сағылыш тапҡан. Башҡортостан телевидениеһы уның тураһында «Күңелем моңдары» (2004 й.), «Ҡош юлы» (2008 й.), «Йырҙарым минең – минең халҡыма» (2018 й.) документаль фильмдарын, «Замандаштар» (2012 й.) һәм «Хазина» (1996 й., 2012 й.) рубрикаларында тапшырыуҙар төшөрә.
Педагогик эшмәкәрлектән тыш, Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы башҡорт хорының, вокаль сәнғәтенең һәм фольклорының үҫешенә күп көс һала. Ул «Көҙгө һулыш» республика конкурс-фестивалдәренең, «Аҡ күгәрсен» фольклор байрамының, «Ҡарамышевтар шәжәрәһе» республика сараһының ойоштороусыһы ла. Яҡташыбыҙ З. Ҡарамышевтың «Маҡар ауылы» китабын (2017), Ф. Йомағужиндың тыуған яҡты өйрәнеү йыйынтыҡтарын баҫтырыуҙа, халыҡ яҙыусыһы Н.Мусиндың тормошона һәм ижадына бағышланған халыҡ-ара конференцияны ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Шулай уҡ уның ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы район уҡытыусылары иҫтәлегенә арналған «Һинең исемең алдында, уҡытыусы» китабы донъя күрҙе.
Мәрйәм Солтанова үҙ эшен яҡшы белгән талапсан, тәжрибәле остаз ғына түгел, ә балаларҙа матурлыҡҡа һәм моңға һөйөү тәрбиәләүсе шәхес тә. Ул йыш ҡына: «Аллаһы Тәғәлә кешегә талантты йөкләмә булараҡ бирә, шуға күрә уны йәшереү һәм үҫтермәү ошо бурысты үтәмәү булып иҫәпләнә. Мин ғүмер буйы үҫештем, яңы нәмәләрҙе өйрәндем, һәр саҡ эшләнем, тырыштым, камиллыҡҡа ынтылдым, сөнки Хоҙай биргән һәләтем халыҡҡа хеҙмәт итергә, туған ергә файҙа килтерергә тейеш» - тигән һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Ижадсының барлыҡ тормошо һәм эшмәкәрлеге ошоға дәлил.
Ауылдашыбыҙ фиҙаҡәр хеҙмәттә, кесе Ватанға, атай йортона тоғролоҡта күптәргә өлгө булырлыҡ кеше. 2022 йылда ул ауыл халҡын – зыяратты кәртәләүгә, улын ошо эштә бағыусылыҡҡа йәлеп итте. Республикала ислам архитектураһын һәм башҡорт милли йолаларын сағылдырған, күп миллиондар һалынған берҙән-бер масштаблы проект 2023 йылдың яҙында тамамланасаҡ. Ошо ғәмәл үҙе тыуған ергә, ата-бабаларҙың тарихына һәм иҫтәлегенә белдерелгән һөйөү, ауылдың һәм уның халҡының киләсәген хәстәрләү түгелме һуң?
Мәрйәм апай – бәхетле ҡатын һәм әсә. Тормош иптәше Ирек Мирза улы менән иҫ китес матур ғүмер кисерәләр, улын һәм ҡыҙын лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерәләр.
Бөгөн ул – ете ейәне һәм биш бүләһе булған өләсәй, ғәзиздәрен яратып һәм яратылып бәхетле йәшәй.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙының ғүмер асылы – тыуған еренә, ауылына һәм уның халҡына изгелек ҡылыу. Һәр кем дә уның һымаҡ ҡаланың уңайлы шарттарын ҡалдырып, ауыл еренә күсеп ҡайтырға баҙнат итә алмай. Әммә тыуған ер ҡеүәте төрлө уңайлылыҡтарға, матди байлыҡтарға, ымһыныуҙарға, кәйеф-сафаға ҡарағанда күпкә көслөрәк. Үҙ тамырҙары менән бәйләнеше ныҡлы булған яҡташыбыҙҙың кесе Ватанға яҡшылыҡ эшләү теләге ҙур. Республикала билдәле «Атайсал» проекты уның өсөн ҡоро һүҙҙәр генә түгел, ә һөҙөмтә биргән ысын эштәр.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанованың йырҙары башҡорт музыкаһының ынйылары булһа, ул үҙе - милли сәнғәттең гәүһәре һәм халҡының һөйөклө ҡыҙы.