

Һәр эштәге кеүек бында ла үҙенә генә ҡағылған терминдар бар. Көҙәндә нисек әйтелһә, шулай яҙабыҙ. Балаҫтарҙың материалына ҡарап “аҫалы балаҫ”, “буйлы (сепрәк) балаҫ” төрө бар.
Аҫалы балаҫ (һарыҡ йөнөнән) һуғыуы күпкә мәшәҡәтлерәк, күп ваҡыт талап иткән эш. Яҙ көнө алынған йөндө эрләп, 2 ҡатлағас, йыуып, төрлө төҫкә йөн буяуына манаһың. Бында ла сама белергә кәрәк: ниндәй төҫ күпме булырға тейеш. Карауатҡа тип 7 аршин һуҡҡан балаҫҡа 3 килограмм төҫлө йөн кәрәк. Оло йомғаҡҡа ураған йөндө һуҡҡан ваҡытта самалап алаһың. Балаҫ һуғыу көрөгә еп үткәреүҙән башлана. 5,1 метр епте көрөнән үткәргәс, ҡылыс күҙенән үткәрәһең. Ҡылыстың 3 күҙе бер һауым һанала. Беҙҙең музейҙағы ҡылыс 79 һауым тәшкил итә. Ептең бер осон бауыр ағасана урайбыҙ, был баш ҡороу була. Артабан теләгеңә ҡарап, аҫалы балаҫ һуға башлайһың. Әйткәндәй, һарыҡ йөнө менән эш итә белгән кеше йөндө үҙе әҙерләп килтерә, был осраҡта балаҫ осһоҙға төшә. 2000 йылдарҙа бер балаҫ 12-18 мең тора ине.
Сепрәк балаҫ һуғыуҙың үҙенең нескәлектәре бар: уны 1-3 иң итеп һуғалар.
Көҙән ауылында балаҫ һуғыу менән Сәфиуллина Кәшифә Абделхәйер ҡыҙы, Вәлиева Әминә Хәйервара ҡыҙы, Вәлиева Сәтирә Ханнан ҡыҙы, Маннанова Тәскирә Нәсибулла ҡыҙы, Әминева Зөлфиә Хажи ҡыҙы, Камалова Нажия Хөббеттин ҡыҙы шөғөлләнде. Бөгөнгө көндә лә апайҙарҙың балаҫтары күп йорттарҙа һаҡлана һәм файҙаланыла.
Вәлиева Ғәлиә Закир ҡыҙы тураһында айырым әйтеп үтке килә. Оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер-акушерка булып эшләгән Ғәлиә апай төп эшенән тыш балаҫ һуғыу менән шөғөлләнде. Ул эшләгән йылдарҙа ауылда йылына 30-40 бала тыуа ине, күбеһе өй шартарында. Был ҡатындар 4-5 балаға ғүмер биреп, өйҙә лә, колхозда ла эшләп нисек өлгөргәндәр икән?!
Музей фондында Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең әсәһе Өмөлхаят Мөхәмәткәфи ҡыҙының һуғыу станогының ҡылысы һаҡлана.
Тағы ла Маннанова Лилиә Нәжметдин ҡыҙы ҡәйнәһе Тәскирә Нәсибулла ҡыҙының, Вәлиев Шәйхетдин Шәйхелислам улы әсәһе Сәтирә Ханнан ҡыҙының һуғыу станогын музейға бүләк иткән инеләр. Станоктар ҡылыстар киңлеге менән генә айырыла.
Хәҙер Көҙән ауылында балаҫ һуғыу оҫталары Әминева Зөлфиә Хажи ҡыҙы менән Камалова Нажия Хөббетдин ҡыҙы ғына. Һаулыҡтары ҡаҡшау сәбәпле, яратҡан шөғөлдәрен ҡалдырҙылар. Ә шулай ҙа улар музейға килеп, өйрәтеп, эште башлап ебәрергә, ярҙам иттеләр.
Онотолоп барған, мәшәҡәтле эштең нескәлектәрен өйрәтеп, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәгән Зөлфиә Хажи ҡыҙына, Нажия Хөббетдин ҡыҙына, һуғыу станоктарын бүләк иткән Лилиә Нәжметдин ҡыҙына, Шәйхетдин Шәйхелислам улына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, иҫән-һау булығыҙ!
Ә беҙ, музей хеҙмәткәрҙәре, балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә ниәтләйбеҙ. Теләгәндәр рәхим итегеҙ!