Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Октябрь 2018, 02:00

100 процентлы шәп кәйеф вәғәҙә итә башҡорт йыр сәнғәтенең иң дәртле, иң шуҡ йырсыһы Иҙел НУРҒӘЛИН!

2 ноябрҙә ҡалабыҙҙың Йәштәр һарайында ул үҙенең өр-яңы программаһы менән тамашасыларҙы хайран итмәксе.

2 ноябрҙә ҡалабыҙҙың Йәштәр һарайында ул үҙенең өр-яңы программаһы менән тамашасыларҙы хайран итмәксе.


“Һөйләп тора, бейеп тора, йырлап тора, баянда уйнап тора бит ул, ҡайҙа бар тағы ундай әртист!” – шулай тип маҡтайҙар Бөрйән егетен уның ижадына ғашиҡтар.


Әйткәндәй Иҙел менән бергә тағы ла бер шәп егет “Гәлсәр һандуғас”, “Башҡорт йыры” телевизион конкурстары лауреаты Айрат ЗИННӘТОВ та сәхнәне гөрләтәсәк. Белеүегеҙсә, ул хәҙер беҙҙең Ишембайҙа йәшәй, нефть колледжында эшләй, бер үк ваҡытта ижад менән дә шөғөлләнә. Әйҙәгеҙ, дәрт-дарманы ташып торған егеттәребеҙҙе зал тултырып барып шатландырайыҡ!




Читайте нас: