Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2018, 02:00

Һабантуйға килегеҙ

Хөрмәтле ишебайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары! Һеҙҙе 10 июндә Торатау итәгендә үтәсәк “Һабантуй-2018” байрамына саҡырабыҙ.

Хөрмәтле ишебайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары! Һеҙҙе 10 июндә Торатау итәгендә үтәсәк “Һабантуй-2018” байрамына саҡырабыҙ. Сара 11-00 сәғәттә башлана. Байрам уҙасаҡ урынға алып барыу өсөн 9.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем Ишембай автовокзалынан бер сәғәт аралыҡ менән (кәрәк булғанда йышыраҡ та) автобустар йөрөйәсәк. Ҡала буйынса автобустар 6-сы маршрут буйынса хәрәкәт итә.

Байрам программаһы:

Тантаналы өлөш: (11.00-12.00 сәғ.)

– “Һабантуй-2018” байрамын тантаналы асыу;
- Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы М.Х. Ғайсиндың сығышы;
- Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡованың сығышы;
- Ҡунаҡтарҙың ҡотлау һүҙе;
- Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү;
- Ауылдар араһында төҙөкләндереү буйынса уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһау.

Мәҙәни-спорт саралары: (12.00-15.00 сәғ.)

- Төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестиваленең гала-концерты;
- Ат сабышы;
- Милли көрәш (60, 70, 80, 90 килограмға тиклем һәм 90 килограмдан юғары ауырлыҡ категориялары, 50 килограмға тиклемге мәктәп уҡыусылары һәм ҡунаҡтар өсөн абсолют ауырлыҡ категорияһы);
- Гер күтәреү (24 килограмм);
- Армрестлинг;
- 100, 500, 1000 метрға йүгереү;
- Волейбол;
- Шашкалар;
- Шахмат;
- Мини-футбол.

“Балалар һабантуйы”: (12-00-14.00 сәғ.)


Халыҡ уйындары: (13.00-15.00 сәғ.)

- Вертикаль ҡолғаға үрмәләү;
- Ауыш ҡолға буйлап үтеү;
- Көршәк ватыу;
- Таяҡтарға баҫып йүгереү;
- Тоҡ кейеп йүгереү;
- Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү;
- Бүрәнәлә тоҡ менән алышыу;
- Рингта тоҡ менән алышыу;
- Бүләктәр ҡырҡып алыу.

Йомғаҡлау өлөшө: (15.00-15.30 сәғ.)

- Тирмәләр конкурсына йомғаҡ яһау һәм бүләкләү;
- Ярыштарҙа, уйындарҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырыу;
- Һабантуйҙы ябыу.



Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина.

Читайте нас: