Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель 2018, 02:00

Ҡарға бутҡаһына йыйылды биксәндәр

Биксән мәҙәниәт йорто эргәһендә "Ҡарға бутҡаһы" исемле йола үткәрелде.

Башҡорт халҡы ҡунаҡсыл, йомарт һәм кин күнелле халыҡ. Борон-борондан ул үҙенен йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен ауыҙ-тел ижады аша быуындан-быуынға тапшырған. Шуларҙын береһе "Ҡарға бутҡаһы" байрамы.

Был байрам яҙ етеп, тәбиғәт аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп, йәйләүгә күсер алдынан үткәрелгән.


28 апрелдә Биксән мәҙәниәт йорто эргәһендә лә "Ҡарға бутҡаһы" исемле йола үткәрелде.


Байрамға оло инәйҙәр, еңгәләр, килендәр, балалар йыйылды. Баймырҙина Миннур ,Ильясова Рәмилә апайҙар тәмле итеп бутҡа бешереп, самауырға сәй ҡайнаттылар. Таһирова Рәғиҙә апай Хужа Насридин ролендә төрлө милли уйындар менән халыҡты үҙенә ылыҡтырып торҙо. Оло инәй ролен Хөснөтдинова Гөлсөм бик оҫта башҡарҙы. Үмәрғәлинә Нәсимә апай байрамды кунелле алып барҙы.


Уҡыусы ҡыҙҙар үҙәренең бейеүе менән байрамға йәм өҫтәнеләр. Тамашасылар бигерәк тә балалар баҡсаһының сығышын яратып ҡараны . Ауыл халҡы был байрамды әҙерләүселәргә оло рәхмәттәрен белдерҙе.
Читайте нас: