Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Февраль 2018, 02:00

Илебеҙ - Башҡортостан

Башҡортостан республикаһының дәүләт флагы көнө уңайынан Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусылары менән сара үтте.

Башҡортостан республикаһының дәүләт флагы көнө уңайынан Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда мәктәп уҡыусылары менән сара үтте.


Башҡортостан республикаһының дәүләт флагы һәм уның әһәмиәте тураһында уҡыусыларға аңлатыу маҡсатынан флагтың ҡасан ҡабул ителеүе, уның авторҙары, һәр бер төҫө, ҡурай сәскәһе нимә аңлатҡаны тураһында мәғлүмәт еткерелде. Ҡыҙҙар-малайҙар гимн тыңланы, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның "Башҡортостан флагы" тигән шиғырын тасуири уҡыны.


Сара аҙағында мәктәп уҡыусыларына "Емеш" бейеү ансамбле "Башҡортостан флагы" тигән бейеүен күрһәтте.


Читайте нас: