Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2017, 02:00

Туғандарса үтте фестиваль

15-17 ноябрҙә Балтас районында “Тамаша” фестивале уҙҙы.

15-17 ноябрҙә Балтас районында “Тамаша” фестивале уҙҙы. Фестиваль республикабыҙҙа беренсе тапҡыр ғына уҙһа ла, матур ойошторылған ине. Сараға республиканың төрлө район-ҡалаларынан барлығы 12 халыҡ театры йыйылды. Ишембай районы Кинйәбулат мәҙәниәт йортоноң “Зөбәржәт” башҡорт халыҡ театры ла фестивалдән ситтә ҡалманы, күренкле драматург Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” классик комедияһын алып барҙы.


Гран-приға Балтас районы коллективы лайыҡ тип танылды. Беҙҙең артистар ҙа наградаһыҙ ҡайтманы. “Икенсе пландағы иң яҡшы ир егет роле” номинацияһында артисыбыҙ Фәнил Кәлимуллин, ә Виктория Ғәлимова, Венера Мирасова, Гөлсирә Дәүләтова “Эпизод триоһы” номинацияһына билдәләнде. Иң мөһиме иһә - фестиваль барышында үҙебеҙҙең халыҡ театры тигән мәртәбәле исемде яҡлап ҡалдыҡ


Әйтергә кәрәк, барлыҡ артистарыбыҙ ҙа бик оҫта, матур уйнаны. Үҙҙәренә бирелгән образдарҙы урынына еткереп аса алдылар. Ошондай сәхнә әҫәре ижад иткән Мостай ағай Кәримгә рәхмәтебеҙ ҙур. Театр матурлыҡ тарата. Матурлыҡ ҡына доньяны афәттән һаҡлар. Үҙебеҙҙең башҡорт классикаһын югалтмаһаҡ ине. Киләсәктә лә уларҙы репертуарҙа йышыраҡ ҡулланырға, тамашасыға сығарырға кәрәк, тип уйлайым. "Зөбәржәт” ысын мәғьәнәһендә тамашасы һөйөүен күптән яулаған театр. Һәм беҙ был фестивалдә ҡатнашып ошо фекергә тағы бер тапҡыр инандыҡ. Тамашасы беҙгә аяҡ өҫтө тороп ҡул сапты. Әйе, Кинйәбулат ауылы сәхнәһендә, Ишембай ҡалаһы сәхнәһендә хәҙер беҙҙең үҙебеҙҙең ҡояшлы доньябыҙ бар - ана шуныһы иң ҡиммәтлеһе, ҡәҙерлеһе.
Театр алдында ҙур пландар тора. Яңы образдар өҫтөндә
эшләйһе бар. Үҙ сиратымда ошондай
байрамдарҙың йышыраҡ ҡабатланыуын теләйем. Бында бит театрҙар
бер-берһенең эштәрен ҡарап аҙмы-күпме мәктәп үтә, тәжрибә
уртаҡлаша,тәңҡитселәрҙең һәр әйткән һүҙен йотлоғоп тыңлап, фәһемле һабаҡ
ала. Үрнәк алырлыҡ нәмәләр ҙә бар әле. Әйтәйек, сценография. Фестивалдә
уҙғарылған семинарҙың темаһы ла шуға арналды. Ҡыҫҡаһы, ысын театр эшләһен тиһәң, фестивальдәргә,
конкурстарға йышыраҡ йөрөргә кәрәк.
Читайте нас: