Аңлап тораһығыҙ, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы әлеге мәлдә вирусҡа бәйле хәлдәр ҙә ҡатмарлаштыра. Барыр ереңә барып булмай, тип көймәгеҙ, күп хеҙмәттәргә дистанцион юл менән мөрәжәғәт итеп булған кеүек, үҙебеҙҙең район гәзиттәренә лә интернет аша яҙылыу мөмкинлеге бар! Ҡулда смартфон булғанда республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының
https://rbsmi.ru/ сайты аша быны еңел генә эшләргә мөмкин. Сайтҡа үткәс, “Подписка” йәғни “Яҙылыу” тигән төймәгә баҫыу менән теләгән гәзит-журналды алфавит буйынса һайлап яҙылыу юлы асыла. Ошо сайт аша “Торатау” гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен 8-989-954-78-38 номерына ватсап аша ебәргән иң тәүге 10 кешегә 0,7 л банкаға һыйған күләмдә һуған орлоғо бүләк итәбеҙ! Эйе, тәүҙә 20 кешегә тип яҙғайныҡ. Тик гәзиткә ҡәҙимгесә почта аша яҙылғандар ҙа әүҙемләште, һуған орлоғон беҙгә лә бүлегеҙ, тиҙәр. Шулай итеп, почта аша “Торатау” гәзитенә яҙылған тәүге ун кешене лә һуғанлы итмәксебеҙ. Исемлек тулылана, киләһе аҙна башына был эште йомғаҡларбыҙ. Әйткәндәй, сифатлы орлоҡтар менән ҡалабыҙҙағы “Баҡса” магазины ярҙам итте. Һеҙҙән квитанция күсермәләре - беҙҙән һуған орлоғо, дуҫтар!