Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Ноябрь 2018, 02:00

СЫНАЯҠТАР - ХӘМИҘУЛЛИНДАРҘА!

Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һөйләшкәнсә, “Таҡмаҡ әйтеп кенә бүләкле бул!” конкурсын йомғаҡлайбыҙ. Ярыш шарты «Торатау» гәзитенә арнап таҡмаҡ сығарыу һәм гәзиткә яҙылып ҡуйыу ине. Иң дәртле, әүҙемдәрегеҙҙән бер-бер артлы видеолар ҙа, таҡмаҡтар ҡулъяҙмалары ла килде. Бар ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

Һөйләшкәнсә, “Таҡмаҡ әйтеп кенә бүләкле бул!” конкурсын йомғаҡлайбыҙ. Ярыш шарты «Торатау» гәзитенә арнап таҡмаҡ сығарыу һәм гәзиткә яҙылып ҡуйыу ине. Иң дәртле, әүҙемдәрегеҙҙән бер-бер артлы видеолар ҙа, таҡмаҡтар ҡулъяҙмалары ла килде. Бар ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!

Конкурсҡа иң беренсе булып видеоны Этҡол ауылы китапханаһының «Әхирәттәр» клубы ағзалары төшөрөп ебәрҙе. Улар Гөлдәр Йәрмөхәмәтова менән Рәйсә Кәримова таҡмаҡтарын башҡарҙы. Ә юл башлап ебәреүселәрҙе айырым билдәләйәсәкбеҙ тигән вәғәҙә бар ине. Редакция ойошторған бер генә конкурсты ла ҡалдырмаусы этҡолдарҙы “Торатау”ҙың Рәхмәт хаты һәм Маҡар урман хужалығы етештергән Иван-чай – боланут сәйе менән ҙурлайбыҙ.


Иң йәш ҡатнашыусы Ишембайҙан 4 йәшлек Рамазан Ғилманов булды. Яҡындары гәзит уҡып фотоға төшкән малай исеменән шуҡ ҡына дүрт юллыҡтар ебәрә һалды. Кинйәкәйҙән әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ Илвира Хәсәнова таҡмаҡтарҙың төрлөһөн бер түгел ике тапҡыр яҙып ебәрҙе. Ошо уҡ ауылдан штаттан тыш хәбәрсебеҙ Райхана Йәһүҙина, Этҡолдан Рәйсә апай Кәримова, Ишәйҙән һәүәҫкәр композитор Рузалиә Ниғмәтуллина, Әрметтән Тәнзилә Шаһиева, Маҡарҙан Рәмилә Хөбөтдинова, Һайрандан Сәриә Ҡорбанғәлиева, Алаҡайҙан Зөбәржәт Насырова, Сәкинә Дәүләтшина таҡмаҡтарындағы фәһемле лә, шаян да юлдар беҙгә ысындан да көс-дәрт өҫтәне, яҡташтарҙы гәзиткә яҙылырға өндәгән юлдарҙы инде көн дә ҡабатлап көлөшөп алабыҙ. Уларҙың барыһы ла үҙ сиратында гәзит биттәрендә урын аласаҡ. Конкурсты йәмләүсе видеолар авторҙарына иһә бер тауыштан “Афарин!” тибеҙ. Бәйләнештә селтәрендәге төркөмдәштәр ҙә әйтә быны – күпме дәрт, күңел күтәренкелеге бүләк иттегеҙ.


Бөтәһе 5 видео һалынды. Этҡолдар кимәле, күрәһең, башҡаларға ла юғары талап ҡуйҙы. Алаҡайҙан Сәлимә Герасименко мандолина көйҙәренә ебәргән яҙма, Кинйәкәй мәҙәниәт йорто етәксеһе Вәлимә Йомағолова хеҙмәттәштәре менән әҙерләгән видеокүстәнәс, Иҫәкәй ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Мәҙинә Алтынбаеваның тиҙ арала ауылдың йыр оҫталарын йыйнап, эш сәфәребеҙҙә таҡмаҡтар менән ҡаршылап тороуҙары бындай конкурстарҙың халыҡ күңеленә ятыуын күрһәтте. Әйткәндәй, алаҡайҙар ебәргән видео иң күп комментарий (174) йыйҙы, ә ғаилә менән ижад итеп һалған эш - Раушания һәм Вадим Хәмиҙуллиндарҙың видеоһы 4350 (!) тапҡыр ҡаралған булып сыҡты.


Таҡмаҡтар ҡулъяҙмалары ебәреүсе авторҙар араһында еңеүсене билдәләү ҡатмарлыраҡ булһа, видеолар араһында иң уңышлыһы, үҙенсәлеклеһе тип Хәмиҙуллиндар ижадын билдәләнек - Ғаилә йылында ғаилә менән тырышҡандар бит! Ә ҡулъяҙмалар ебәреп өлгөртөүселәр араһында Рәйсә Кәримова һәм Сәриә Ҡорбанғәлиева таҡмаҡтары иң кинәйәле, фәһемле тигән уртаҡ фекергә килдек. Шулай итеп, еңеүселәрҙе һәм коллектив видео һалған Этҡол, Иҫәкәй, Кинйәкәй, Алаҡай вәкилен 9 ноябрь көнө сәғәт 11-гә редакциябыҙҙа көтәбеҙ!





Конкурсҡа ебәрелгән видео-таҡмаҡтарҙы ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/topic-23747558_39382580




Фото: редакция архивынан.



Читайте нас: