Кинйәкәйҙәр редакция иғлан иткән таҡмаҡсылар конкурсын күтәреп алып, беҙҙе дәртле дүрт юллыҡтары менән ҡаршылағайны. Шағирҙар, йырсылар, фән эшмәкәрҙәре төйәге булған Иҫәкәй ҡалышып тормаҫ! Был юлы ла йәнле фекер алышыуға, йыр-моңға бай осрашыу буласаҡ. Сәхнә йондоҙо Айрат Зиннәтов, сәфәребеҙҙең береһенән дә ҡалмай, беҙҙең менән районды иңләргә һүҙ бирҙе. Тәү маҡсат, әлбиттә, һеҙҙе ишетеү, һеҙҙе күреү, яҡташтар!