Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
24 Сентябрь 2018, 02:00

“Торатау”ға яҙылырға ваҡыт!

2019 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы башланыуы тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хөрмәтле яҡташтар! Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ бер үк.

2019 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы башланыуы тураһында иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хөрмәтле яҡташтар! Яратҡан гәзит-журналдарығыҙға яҙылырға онотоп ҡуймағыҙ бер үк.


Яҙылам, әммә һуңғараҡ, тиеүселәргә лә шуны еткерәбеҙ: әлегә хаҡтар элеккесә һаҡлана, әммә ул күтәреләсәк. Тимәк, алдан яҙылғандар отолмаясаҡ. Шулай уҡ йылдағыса әүҙем уҡыусыларыбыҙ араһында бүләктәр оттороу йолаһын да дауам итәбеҙ. Быйыл гәзиткә яҙылған уҡыусыларыбыҙ араһында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто менән бер рәттән ҡалабыҙҙың Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан “Ғаилә” магазины тәҡдим иткән бүләктәр, Маҡар урман хужалығы етештергән боланут сәйе («Иван-чай») уйнатыласаҡ. Зауыҡлы, кәрәкле, затлы бүләктәрҙең һәр береһе тормош-көнкүрештә ярап ята. Ә бына үҙ телебеҙҙә сыҡҡан район гәзитен йыл буйына алдырып унда яҡташтарығыҙ, йә булмаһа үҙегеҙҙең яҡындарығыҙ тураһында уҡыу бүләктән дә былайыраҡ.


Читайте нас: