Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Февраль 2018, 02:00

Иғтибар, яңы конкурс!

“Аттың даны егет ҡулында, егет даны үҙ ҡулында” тип, төркөмөбөҙҙә шиғыр уҡыусылар видеоконкурсын иғлан итәбеҙ.

Рухлы, илһөйәр байрамдарыбыҙҙың береһе – Ватан һаҡсылары көнөнә лә яҡынлайбыҙ. Бигерәк тә гүзәл зат өсөн яуаплы осор етә шулаймы, ҡыҙҙар, апайҙар?


Яугир атай-олатайҙарыбыҙҙы, илһөйәр хәрбиҙәрҙе, Ватан һағына әҙер ир-егеттәребеҙҙе ҙурлау көнө булараҡ ҡабул ителгән байрамды лайыҡлы ҡаршылағы килә. Ошо маҡсаттан, “Аттың даны егет ҡулында, егет даны үҙ ҡулында” тип, төркөмөбөҙҙә (https://vk.com/gazeta_toratay) шиғыр уҡыусылар видеоконкурсын иғлан итәбеҙ.
Әйҙәгеҙ, батыр олатайҙарыбыҙға дан йырлайыҡ, тормошта ҙур терәк, иш булған ир-егеттәргә – хәләл ефеттәребеҙгә, ағайҙар, ҡустылар, улдарыбыҙға рәхмәт һүҙен шиғыр юлдары аша еткерәйек. Йәш сикләүе юҡ, шуға күрә байрам алдынан ир-азаматтарыбыҙҙы ғорурландырып, һөйөндөрөп, конкурста барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Бының өсөн ни эшләргә? Беренсенән, ир-егеттәргә арналған шиғыр ятларға. Билдәле шағирҙарыбыҙҙыҡы, үҙегеҙҙең ижад емеше булһа ла ярай. Икенсенән, шиғырҙы тасуири ятлап видеоға төшөргә. Бынан һуң инде видеоны беҙҙең төркөмгә һалырға ғына ҡала.
Конкурс 22 февралгә тиклем барасаҡ. Һеҙгә ышаныбыҙ, дуҫтар!



Фото: асыҡ сығанаҡ.
Читайте нас: