Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Ғинуар 2018, 02:00

Гәзитте ҡайҙа, нисек уҡыйҙар?

Элек өйгә гәзит-журнал килеүе үҙе бер күңелле ваҡиғаға әүерелә торғайны. Ғаилә ағзаларының һәр ҡайһыһы яңы һанды беренсе ҡулына эләктереп, тиҙерәк күҙ йүгертеп сығырға тырышты.

Элек өйгә гәзит-журнал килеүе үҙе бер күңелле ваҡиғаға әүерелә торғайны. Ғаилә ағзаларының һәр ҡайһыһы яңы һанды беренсе ҡулына эләктереп, тиҙерәк күҙ йүгертеп сығырға тырышты. Был күренеш әле лә бик күп ғаиләләргә таныштыр.


Ә инде район гәзите туранан-тура һин йәшәгән төбәктең тормошон сағылдырыуы, эргә-тирәңдәге кешеләрҙең тормошон яҡтыртыуы менән үҙенсәлекле һәм ҡәҙерле.


“Торатау” гәзитен халыҡҡа таратыуҙа почтальондарҙың роле лә ҙур. Кәрәк икән өйҙәренә барып яҙҙыртыу, гәзит “эҫе” саҡта уҡыусыларға алып барып биреү гәзит алдырыусы өсөн бик мөһим. Шуға ла йүгереп йөрөп ”Торатау”ға яҙҙыртыусы был һөнәр эйәләренә беҙ һәр ваҡыт рәхмәтле. Быйыл тәүге ярты йыллыҡҡа яҙылыу буйынса Этҡол почта бүлексәһе 197 дана менән тәүге урынды биләне. Был почта бүлексәһе Аҙнай, Уразбай ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерә. Икенсе урында – Көҙән почта бүлексәһе. Был почта бүлексәһенә бер генә ауыл ҡарай. Көҙән ауылынан ғына 140 дана гәзиткә яҙҙыртыуға өлгәшкәндәр. Өсөнсө урынды 137 дана гәзиткә яҙҙыртып, Маҡар почта бүлексәһе килә. Был ауыл Советына – Маҡарҙан тыш, Һарғай, Ибрай, Иҫәкәй инә. Шулай уҡ Әхмәр, Ҡолғона почта бүлексәләре почтальондарының да “Торатау”ҙы алдырыусылар күберәк булһын өсөн һалған тырышлығын билдәләргә кәрәк.


Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу башланыуға ла күп ваҡыт ҡалманы. Киләсәктә һәр бер ауыл буйынса “Торатау”ға яҙылыу күрһәткестәрен сағылдырып бармаҡсыбыҙ.


“Торатау”ҙы алдырыусы ауылдарға барып унда йәшәүсе егәрлеләр, матур итеп донъя көтөүселәр, оҫталар, йүнселдәр, ғөмүмән, үҙенсәлекле кеше-ләр хаҡында ла мәҡәләләр яҙыуҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ.



Фото: автор.
Читайте нас: