Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
22 Декабрь 2017, 02:00

Рухлы замандаштарға өмөт

Киләһе йылға республика һәм район баҫмаларына яҙылып ҡалыр өсөн һанаулы көндәр ҡалды, форсаттан файҙаланып ҡалыу яҡшы.

Ҡәҙерле дуҫтар, мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә битараф булмаған, әүҙемлеге, дәрте менән өлгөлө яҡташтарыбыҙ!
Киләһе йылға республика һәм район баҫмаларына яҙылып ҡалыр өсөн һанаулы көндәр ҡалды, форсаттан файҙаланып ҡалыу яҡшы. Үҙебеҙҙең район гәзите “Торатау” менән бергә йортоғоҙға ҡот, бәрәкәт өҫтәлеүен теләйбеҙ, район-ҡала тормошонан ситтә ҡалмайыҡ, бергә булайыҡ! “Торатау” гәзитенә барлыҡ почта бүлексәләрендә, ҡалала редакцияға килеп тә яҙылып була. Һорауығыҙ бар икән, рәхим итеп шылтыратығыҙ: 8 (34794) 4-19-90.
Әйткәндәй, тоғро гәзит уҡыусыларыбыҙ 27 декабргә тиклем “Бәхетле авто” акцияһына ҡушылып өлгөрә ала – квитанция менән водитель танытмағыҙ күсермәһе генә һорала. Бүләк өсөн тимәгеҙ, гәзиткә яҙылып, рухлы замандаштарыбыҙ булыуығыҙҙы ла күрһәтегеҙ !
Читайте нас: