

Был сара һәр кадет өсөн дә мөһим ваҡиға булды. Ул үҙеңә ҙур яуаплылыҡ алыуҙы, намыҫ кодексын үтәүҙе һәм илһөйәрлек тойғоһон аңлата.
- Ант итеү – ул намыҫлы, тәртипле булырға, үҙеңдә ихтыяр көсө һәм холоҡ тәрбиәләргә вәғәҙә биреү. Һәр саҡ үҙ антығыҙға тоғро булығыҙ. Иҫтә тотоғоҙ – һеҙҙең ҡулдарҙа ил киләсәге, хәүефҙеҙлеге һәм үҫеше. Аҡ юл һеҙгә, хөрмәтле кадеттар, - тип сәләмләне тәрбиәләнеүселәрҙе муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Абдуллин.
Автор фотоһы.