Яҡташыбыҙ Байғужа ауылында Йәнбикә һәм Ғәлиулла Мирасовтар ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы тирә-яҡҡа билдәле указлы мулла булған. Мәмдүҙә Ғәлиулла ҡыҙы педагогик хеҙмәт юлын башлағанға тиклем Ишембай нефть колледжына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләү сәбәпле, уҡыуҙы ҡалдырып торорға тура килә. Артабан ул уҡытыусылар курсын үтеп, ҡулына танытма ала.
Мәмдүҙә Ғәлиулла ҡыҙының тормош юлдашы Әҙһәм Зөлҡәрнәев сығышы менән Әхмәр ауылынан. Ул Миңлегөл һәм Сәхиулла Зөлҡәрнәевтар ғаиләһендә тыуған. Бала сағы етемлектә үткән егет 1944 йылда 17 йәшендә армияға алына. Совет армияһында ете йыл хеҙмәт итеп, тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Әҙһәм Зөлҡәрнәев башҡорт дәүләт университетының филология факультетында рус теле һәм әҙәбиәте белгеслеге буйынса уҡый.
Мәмдүҙә Мирасова менән Әҙһәм Зөлҡәрнәев, йәш уҡытыусы булараҡ, Сәлих ауылына 1950-се йылдар башында күсеп килә. Мәмдүҙә Ғәлиулла ҡыҙы математиканан уҡыта, Әҙһәм Сәхиулла улы тәүҙә – уҡытыусы, мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй, артабан ошо белем биреү учреждениеһы менән етәкселек итә. Бер нисә йылдан партия ойошмаһы секретары һәм колхоз рәйесе вазифаларын биләй. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән юғары баһалана. Данлы яҡташыбыҙ БАССР-ҙың персональ пенсионеры статусына лайыҡ була.
Сәлих ауылы халҡы уларҙың икеһен дә намыҫлы һәм эшһөйәр кешеләр булараҡ хәтерҙә йөрөтә. Мәмдүҙә Мирасова менән Әҙһәм Зөлҡәрнәев ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, халыҡтың һәр башланғысын күтәреп ала, үҙешмәкәр театрҙа һәм концерттарҙа сығыш яһай. Мәҫәлән, оло быуын әлегәсә «Ҡыҙ урлау» спектаклен иҫләп һөйләй. Ул саҡтарҙа клуб сәхнәһе гөр килеп тора, ололарҙың, бала-сағаның кеме – ултырғыс, кеме эскәмйә килтереп залды шығырым тултыра. Ауыл тормошо сағыу һәм төрлө мәҙәни сараларға бай йөкмәткеле була.
Педагог Мәмдүҙә Мирасованың уҡыусылары әле булһа уның дәрестәрен һағынып иҫкә ала.
- Мәмдүҙә Ғәлиулла ҡыҙы урыны менән етди, талапсан уҡытыусы булһа ла, хәтерҙә изге күңелле һәм йомарт кеше булараҡ ҡалған. Ул беҙгә белем биреүҙән тыш, тиҫтәләгән уҡытыусылар араһында бер үҙе мәктәп туризмын үҫтерҙе. Беҙҙә тирә-яҡҡа һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләне. Маҡар, Ғүмәр, Хажы яҡтарына палаткалар менән ҡуна йөрөнөк, туризм мәҙәниәтенә өйрәндек, - тип иҫкә ала педаготың уҡыусылары.
Халыҡ мәнфәғәтенә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Мәмдүҙә Мирасова менән Әҙһәм Зөлҡәрнәевтың иң ҙур мираҫы – уларҙың өс балаһы. Өсөһө лә үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән.
Ғаиләлә иң оло бала – Роза Әҙһәм ҡыҙы Ишембайҙа оҙаҡ йылдар дауамында балалар поликлиникаһы мөдире булып эшләй. Ул тырыш хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Роза Вәлиева бынан ете йыл элек мәрхүмә булып ҡала.
Зөфәр Зөлҡәрнәев тотош ғүмерен нефть промыслаһына бағышлай. Ул хеҙмәт юлын быраулау эшендә ябай оператор булып башлай. Артабан «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының нефть промыслаһы бүлеге начальнигы вазифаһына тиклем үрләй. Ошо тармаҡтағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре» тигән юғары исем бирелә. Зөфәр Әҙһәм улы – Ишембайҙа Рәсәй кимәлендәге исемгә лайыҡ булған берҙән-бер нефтсе.
Илдар Әҙһәм улы хеҙмәт юлын тарих уҡытыусыһы эшенән башлап ебәрә. Һуңынан Бәләбәй ҡалаһының 3-сө мәктәбенә директор булып тәғәйенләнә. Тап уның башланғысы менән ошо белем биреү учреждениеһы базаһында 1-се гимназия асыла. Өфө ҡалаһына күскәс, ул Совет районының мәғариф бүлеген етәкләй. Илдар Зөлҡәрнәев мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» һәм «Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ.
Бер үк ғаиләлә үҫкән өс баланың да юғары дәрәжәләргә өлгәшеүе – һирәк күренеш. Был балаларында үҙ эшенә һөйөү уятҡан ата-әсәнең оло хеҙмәте тураһында һөйләй.
Сәлих ауылының данлы уҡытыусыһы – Мәмдүҙә Мирасованың тыуыуына 100 йыл тулыуы уҡытыусы хеҙмәтенең бөйөклөгөн иҫкә алыу өсөн тағы бер матур сәбәп. Уның фиҙәҡәр хеҙмәте һәм күңел байлығы уҡыусылары һәм ауылдаштары хәтерендә мәңге йәшәр.






