Мәғариф
27 Сентября , 07:00

Йөрәктәрҙә — татыулыҡ, ояларҙа — бәхет

27 сентябрь – Тәрбиәселәр көнө

Йөрәктәрҙә — татыулыҡ, ояларҙа — бәхетЙөрәктәрҙә — татыулыҡ, ояларҙа — бәхет
Йөрәктәрҙә — татыулыҡ, ояларҙа — бәхет

Ғаилә — кешелектең иң бөйөк асышы, йәмғиәттең нигеҙ ташы. Ул — мөхәббәт тантана иткән, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ бөркөлөп торған изге урын. Бөгөн беҙ тап шундай, тирә-яҡтағыларға өлгө булып, бербереһен аңлап, татыу ғүмер иткән Ирина менән Илмир Баймырҙиндар ғаиләһе тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Ирина Илшат ҡыҙының бала саҡтан уҡ кешеләргә изгелек өләшергә, кескәйҙәр күңеленә юл табырға ынтылыуы уны балалар баҡсаһына алып килә. Бөгөн ул — балаларҙың яратҡан тәрбиәсеһе. Нигеҙле рәүештә, һөнәри байрам — Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тап ошо ғаилә тураһында яҙырға булдыҡ. Илмир менән ҡорған ояларында ла тәрбиәсегә хас түҙемлек, наҙ һәм аҡыллылыҡ уларҙың бәхет таянысы булып тора. Бына ошо татыулыҡҡа өлгәшкәнсе уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ тормош юлын нисек башлаған, ниндәй һуҡмаҡтар аша үткән һуң? Әйҙәгеҙ, улар менән яҡынданыраҡ танышайыҡ.

Кинйәбулат ҡыҙының
яҙмышы
Йәйҙең иң хозур, сәскәле айы — июлдә
донъяға килгән Иринаның бала сағы гүзәл
Кинйәбулат ауылында үтә. Тәү ҡарамаҡҡа
ошо гүзәллек эсендә наҙланып ҡына
үҫкән ҡыҙ кеүек күренһә лә, яҙмыш уны
бик иртә ҡаты һынауҙар аша үткәрә.
— Атайымды юғалтҡанда миңә ни бары
– 8 ай, ә әсәйем баҡыйлыҡҡа күскәндә
12 йәш ине, — тип бала сағын иҫкә ала
ул. — Бала йөрәгенә күтәрә алмаҫлыҡ
ауыр ҡайғылар килгәндә һынмаҫҡаһығылмаҫҡа ярҙам иткән, мине үҙ ҡанат
аҫтарына алып, иң матур тәрбиә биргән
ҡәҙерле кешеләрем — олатайым менән
өләсәйем булды. Уларҙың йән йылыһы,
оло йөрәге һәм изге доғалары миңә тормошта үҙ юлымды табырға һүнмәҫ көсҡеүәт бирҙе.
Ирина Кинйәбулат ауылы мәктәбендә
туғыҙынсы класҡа тиклем уҡый.
Мәктәп йылдарында ул үҙенең үтә
әүҙемлеге менән айырылып тора, төрлө
түңәрәктәрҙең уртаһында ҡайнай. Тәүҙә
спортҡа өҫтөнлөк биреп, еңел атлетика
менән етди шөғөлләнә. Айырыуса оҙон
дистанцияларға йүгерергә ярата. Хатта 12 саҡрымлыҡ ҡатмарлы ярыштарҙа
ла беренселекте бирмәй, һәр саҡ
алдынғылар рәтендә бара. Тап ошо еңел
атлетика уның холҡон сыныҡтыра ла
инде.
Әммә ҡыҙҙың күңел ҡылдары тағы ла
сағыуыраҡ, һоҡланғыс сәнғәт донъяһына
тартыла. Ауылда билдәле бейеү етәксеһе
Артур Мөхәмәтйәнов дәртле ансамбль
ойошторғас, Ирина оло спортты бейеү
сәнғәтенә алыштыра. Шулай итеп, уның
тормошонда данлы «Тәйрүк» халыҡ
бейеүҙәре ансамбле осоро башлана.
Бөгөн Ирина үҙенең ошо оло ижади юлы
башланған гүзәл мәлдәрен ҙур һоҡланыу
һәм рәхмәт хистәре менән хәтергә ала.
— 2010 йылда Күгәрсен районында
үткән «Байыҡ» конкурсында ҡатнашып,
Гран-при яуланыҡ, — ти Ирина. — Үҫмер
йылдарым тулыһынса тигәндәй Ишембай мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә үтте.
Бейеү, йыр, театр сәнғәтенә ҙур теләк
менән йөрөнөм. Бер генә байрам да, сара
ла минән башҡа үтмәне, тиһәм дә була.
Өфөнән — тыуған яҡҡа
Илмир сығышы менән Биксән ауылынан. 2005 йылда мәктәпте уңышлы
тамамлағас, ул Рәсәй Эске эштәр
министрлығының Өфө юридик институтына уҡырға инә. Был уҡыу йортонда
биш йыл дауамында тикшереүсе һөнәрен
үҙләштерә. Диплом алғас, йәш белгес
тыуған яғына ҡайтып, Рәсәй Эске эштәр
министрлығының Ишембай районы буйынса бүлегендә хеҙмәт юлын башлай.
Был осор Илмирҙың тормошона һөнәри
үҫеш кенә түгел, ә шәхси бәхет тә алып
килә. Тап ошо ваҡытта ул Ишембайҙа
эшләй, ә буласаҡ кәләше Ирина Салауат
музыка колледжында белем ала. Сәнғәт
юлы ҡыҙҙы ошо уҡыу йортона алып килһә
лә, уны тамамларға яҙмай — яҙмыш ике
йәнде осраштырып, яңы тормош юлына
баҫтыра.
Ят ерҙәрҙә тыуған бәхет
Никахлашып яңы ғаилә ҡорған
йәштәрҙең берҙәмлеген тормош күп тә
үтмәй һынап ҡарай. Туйҙан һуң өс ай
үткәс, Илмирҙы Салауат районына эшкә
саҡыралар. Үҙ усағын яңы ғына ҡабыҙып
өлгөргән пар алыҫ яҡтарға юллана.
Туғандарынан 400 саҡрым алыҫлыҡтағы
бөтөнләй ят ерҙә, алда тик билдәһеҙлек
кенә көткән урында аяҡҡа баҫыуы еңел
булмай. Шулай ҙа йәшлек дәрте һәм бербереңде һөйөү ҡыйынлыҡтарҙы еңергә
ярҙам итә. Нығынабыҙ ҙа ҡайтырбыҙ,
тигән ниәт менән килгән ерҙәрендә улар
алты йылға яҡын ғүмер итә.
Тап ошо осорҙа йәш ғаиләнең бер-бер
артлы ике оло бәхете — ҡыҙҙары Эмилия
менән Аделия донъяға килә.
Декрет ялы йәш әсә өсөн тик өй
мәшәҡәттәре менән генә сикләнмәй, ә
ижади һөнәр үҙләштереү майҙансығына
әүерелә. Ул ашнаҡсы-кондитер һөнәрен
уңышлы үҙләштереп, дипломлы белгес
булып сыға.
Ишембайға ҡайтыу һәм
яңы сәхифә башлау
Бер аҙ ваҡыт үткәс, Баймырҙиндар
ғаиләһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Тәүҙә бер йыл Стәрлетамаҡ ҡалаһында
йәшәйҙәр, һуңынан Ишембайға ҡайтып
төпләнәләр.
Илмир элекке эш урынына ҡайта, Ирина иһә ҡаланың 29-сы балалар баҡсаһына
ашнаҡсы булып урынлаша. Үҙе эшләгән
баҡсала буш урындар булмау сәбәпле,
ҡыҙҙарын яҡындағы 30-сы балалар
баҡсаһына бирәләр.
— Тәфтишсе эше ғәйәт ауыр һәм яуаплы, көнөм-төнөм эштә үткәнгә күрә,
ғаиләмде, балаларымдың үҫкәнен
күрмәй инем тиерлек, — тип уртаҡлашты
ғаилә башлығы. — Шуға ла яҡындарыма
күберәк ваҡыт бүлер өсөн, һөнәри
йүнәлешемде үҙгәртергә ҡарар иттем
һәм полицияның өлкән участка уполномоченныйы вазифаһына күстем.
Был аҙымым үҙен тулыһынса аҡланы —
ғаиләм менән күберәк ваҡыт үткәрә алдым.
Йөрәк ҡушыуы буйынса —
педагогикаға
Балалар баҡсаһының аш-һыу
бүлмәһендә эшләгәндә Ирина Илшат
ҡыҙы тәрбиәселәрҙең эшмәкәрлеген
иғтибар менән күҙәтә. Кескәйҙәрҙең
саф донъяһы, уларҙың ихласлығы йәш
белгестең күңелендә был һөнәргә ҡарата
ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Йәнле, күп яҡлы
һәм ижади шәхес булараҡ, уға ашхананың
тар сиктәрендә генә ҡалыу етмәй башлай.
Бер урында тормай, гел алға ынтылыуы
тормошон ҡырҡа үҙгәртергә мәжбүр итә.
«Тәүәккәллек тимерҙе лә шартлата», тигәндәй, Ирина, эш менән уҡыуҙы
бергә алып барып, Башҡорт дәүләт
университетының Стәрлетамаҡ филиалына — педагогика һәм психология
факультетының мәктәпкәсә белем биреү
бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә.
Тырышлыҡ үҙ емештәрен бирә:
өсөнсө курста уҡ уны 16-сы балалар
баҡсаһына тәрбиәсе итеп эшкә алалар. Ошо учреждениела эшләгән осорҙа
ғаиләлә өсөнсө ҡыҙҙары донъяға килә
һәм әсәй кеше бала ҡарау ялына китә.
Декрет ялы тамамланғас, ул үҙенең
яратҡан эшмәкәрлеген 31-се балалар
баҡсаһында дауам итә һәм әлеге көнгә
тиклем уңышлы эшләп килә.
— Балалар менән эшләү миңә бик
ҡыҙыҡлы, улар күңелемә һүнмәҫ
илһам һәм оло көс бирә, — ти ижади
тәрбиәсе. — Балалар баҡсаһында беҙ
тик уйнап ҡына ҡалмайбыҙ, ә көн һайын
яңы донъя асабыҙ. Иртәнән кискә тиклем һәр минутты файҙалы үткәрергә
тырышабыҙ: бергәләп һүрәт төшөрәбеҙ,
әкиәттәр сәхнәләштерәбеҙ, ҡыҙыҡлы
уйындар уйнайбыҙ һәм тәбиғәтте
күҙәтәбеҙ. Балаларҙы тыуған телебеҙҙе,
халҡыбыҙҙың йолаларын яратырға
өйрәтәм. Уларҙың һәр бер уңышы,
ҡыуанысы — минең өсөн ҙур бәхет.
Өс ҡыҙ —
өс донъя, өс ҡанат
Баймырҙиндар ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә.
Ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы,
һәләтле ижадсы булып ҡанат ҡаға.
Оло ҡыҙҙары Эмилия 19-сы мәктәптең
6-сы класында белем ала. Ул бәләкәй
сағынан уҡ китаптар донъяһына ғашиҡ.
Яңы белемгә ынтылыуы һәм уҡыуға
дәрте — тырыш ҡыҙыҡайҙың иң көслө
яҡтарының береһе.

Уртансы ҡыҙҙары Аделия иһә апаһы
менән бер мәктәптә 4-се класта уҡый.
Ул һәр яҡлап әсәһенең юлын дауам итә,
бөгөн талантлы уҡытыусы Артур Рим улы
етәкселегендә бейеү серҙәренә өйрәнә.
Төпсөктәре Илнараның тиҙҙән 4 йәше
тула. Бәләкәс булыуына ҡарамаҫтан,
уның да үҙ һәләте асылып өлгөргән
— ул заманса бейеүҙәр донъяһында
шөғөлләнә.

Быйыл 20 йыллыҡ эш стажын тултырып, хаҡлы ялға сыҡҡан Илмир Әхтәм улы өйҙә тик ултырырға күнекмәгән. Ул үҙенең яратҡан мауығыуын эшҡыуарлыҡҡа әйләндереп, шәхси автосервис асып ебәрә.

— Бөгөн мин автомобилдәр ремонтлау, уларҙы һатып алыу һәм ҡайтанан һатыу менән уңышлы шөғөлләнәм, — ти ул. — Өс ҡыҙ атаһы булараҡ, минең алдымда
ҙур маҡсаттар һәм оло яуаплылыҡ тора. Шуға ла мин үҙ ғаиләмдең яҡты киләсәге өсөн һәр яҡлап тырышам.

Тормош күркәмлеге — ижадта һәм татыулыҡта

Ирина Илшат ҡыҙы — үҙенең тылсымлы, матур тауышы менән төрлө сараларҙы биҙәүсе лә. Бөгөнгө көндә ул йырлау менән бергә, интернет селтәрендә үҙенең ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле блогын да уңышлы алып бара. Был уның өсөн ябай ғына шөғөл түгел, ә күңел йылыһын һалып башҡарған ҙур, яуаплы эш. Сәхифәһе аша ул меңдәрсә кешегә илһам, ыңғай энергия һәм матурлыҡ өләшә.

Тормош уны һәр яҡлап ҡыуандыра: Иринаның ғаиләһендә лә бер-береңде ярты һүҙҙән аңлау һәм һөйөү хөкөм һөрә. Ул ҡәйнәһен үҙ әсәһендәй күрә, уны тоғро терәге, аҡыллы кәңәшсеһе тип белә. Ошо сикһеҙ яратыуы, йылылығы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булғаны өсөн Ирина ҡәйнәһенә оло рәхмәтен белдерә.

Халыҡта: «Ағас — тамыры, кеше ғаиләһе менән көслө», — тиҙәр. Баймырҙиндар ғаиләһенең тамырҙары тәрән, ә берҙәмлеге ныҡ. Шундай татыу ғаиләләр барҙа илебеҙҙең киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа, тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Йортоғоҙҙан ҡот, күңелегеҙҙән аҡлыҡ, ә тормошоғоҙҙан бәхет китмәһен,
хөрмәтле Баймырҙиндар!


Фотолар ғаилә архивынан.

Йөрәктәрҙә — татыулыҡ, ояларҙа — бәхет
Йөрәктәрҙә — татыулыҡ, ояларҙа — бәхет
Йөрәктәрҙә — татыулыҡ, ояларҙа — бәхет
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас