Мәғариф
26 Сентября , 09:00

«БЕҘ ТАҘА МӨХИТ ӨСӨН!»

Ҡарайған башланғыс мәктәбе уҡыусылары «Рәсәй һыуы» федераль проект сиктәрендә «Таҙа яр» экологик акцияһында ҡатнашты.

«БЕҘ ТАҘА МӨХИТ ӨСӨН!»«БЕҘ ТАҘА МӨХИТ ӨСӨН!»
«БЕҘ ТАҘА МӨХИТ ӨСӨН!»

Сараның маҡсаты булып Ағиҙел йылғаһының ярын таҙартыу ғына түгел, ә йәш быуында экологик мәҙәниәтте һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты тәрбиәләү ҙә тора.

- Башланғыс класс уҡыусылары был эште яратып башҡарҙы. Улар тоҡсай, пакет, пластик шешә кеүек сүп-сарҙы йыйҙы. Өмәнән һуң Ағиҙел буйы таҙарып, йәмләнеп ҡалды. Балалар ҙа эштәренән ҡәнәғәт, сөнки был уларҙың яратҡан ял итеү урыны, - тип уртаҡлашты уҡытыусы Гүзәл Вәлиева.

Балалар был урынды таҙартырға тағы киләсәктәре тураһында белдерҙе.

- Беҙҙең эшкә ҡарап ололар фәһем алһын ине. Йылға буйын сүпләмәһендәр, таҙартып ҡына торһондар, тигән теләгемде еткерәм. Был урын беҙҙең йортобоҙ һымаҡ булырға тейеш, - тип белдерҙе уҡыусыларҙың береһе Әминә Рәшитова.

Гүзәл ВӘЛИЕВА фотоһы.

«БЕҘ ТАҘА МӨХИТ ӨСӨН!»
«БЕҘ ТАҘА МӨХИТ ӨСӨН!»
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас