Мәғариф
25 Сентября , 11:00

Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште

Маҡар ауылы мәктәбендә «Башҡортостан тәмдәре – 2026» исемле хәйриә йәрминкәһе үтте. Уҡыусылар ата-әсәләре менән берлектә төрлө милли тәм-томдар әҙерләне. Мәктәп ихатаһы ҡамыр аштары һәм хуш еҫле бал еҫенә күмелде.

Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләштеМаҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште

Йәрминкәлә йыйылған аҡсаның бер өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙамға йүнәлтелде. Был — уртаҡ эшкә индерелгән бәләкәй генә, әммә бик мөһим өлөш, Ватанды һаҡлаусыларға ҡарата ҙур хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе.

Ойоштороусылар был изгелек һәм йомартлыҡ байрамында ҡатнашҡан, уны үткәреүгә өлөш индергән барлыҡ ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға оло рәхмәттәрен белдерә. Уларҙың битараф булмауы арҡаһында йәрминкә юғары кимәлдә, йылы һәм изге мөхиттә үтте.

Фото: Маҡар ауылы мәктәбе архивынан

Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Маҡар мәктәбе уҡыусылары яргирҙарға ярҙам итеү өсөн берләште
Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас