Мәғариф
16 Сентября , 09:00

Ғүмер буйы башҡорт теле һағында

Туған тел – ул үҙ-ара аралашыу сараһы ғына түгел, ә тарихты, йолаларҙы, халыҡтың донъяға ҡарашын сағылдырыусы күрһәткес тә. Глобалләшеү шарттарында мәҙәни сиктәр юйылғанда туған телде белеү һәр кешегә лә билдәле бер этносҡа ҡарағанын аңлы ҡабул итергә һәм тарихи тамырҙарын белергә ярҙам итә.

Ғүмер буйы башҡорт теле һағындаҒүмер буйы башҡорт теле һағында
Ғүмер буйы башҡорт теле һағында

Ләкин коммуникация технологиялары етеҙ үҫешкән хәҙерге заманда туған телде быуындан-быуынға тапшырыу механизмы тотороҡһоҙ. Ата-әсәләр үҙ балалары менән һәр ваҡыт туған телдә аралашмай, уларҙың ҡайһылары бының практик файҙаһын күрмәй. Һөҙөмтәлә, телдең быуындан-быуынға күсәгилешлеге өҙөлә, уның менән бергә йолаларҙың, халыҡ хәтеренең онотолоуы ихтимал. Ә бит донъяла күп халыҡтар тел аттрицияһын кисергән һәм был күрһәткес үҫә генә бара.

Бөгөн мәктәптәр, колледждар һәм юғары уҡыу йорттарының туған тел уҡытыусыларына ҙур ғына түгел, ә үтә яуаплы һәм ҡатмарлы бурыс йөкмәтелгән.

Уҡытыусы һөнәре ғаиләнән килә

Туған тел мәсьәләләре киҫкен торғанда ошо өлкәлә көс һалған кешеләр тураһында яҙып китеү бөгөн бигерәк тә зарур.

Яҡташыбыҙ – Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсимә Фәтҡуллина сығышы менән Арлар ауылынан. Ул Хәнә һәм Мансур Кинйәбаевтар ғаиләһендә донъяға килгән. Әсәһе, Хәнә Әхмәт ҡыҙы, күп йылдар Һайран ауылы мәктәбендә башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта директор урынбаҫары вазифаһын да ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Мәктәп йылдарында Рәсимәне башҡорт теленән әсәһе уҡытһа ла, моғайын, туған телгә һөйөү күкрәк һөтө менән үк бирелгәндер, тип уйлағы килә. Әйтергә кәрәк, уның менән бер парта артында ултырып уҡыған ғалимә, филология фәндәре кандидаты Раушания Солтаҡаева ла тап Хәнә Әхмәт ҡыҙының дәрестәренән дәрт, илһам алып, киләсәк тормошон башҡорт теле менән бәйләй.

- Әсәйем, мәктәптә көнө буйы эшләп ҡайтҡас, йүгереп йөрөп мал-тыуарын ҡарап, бәйләменә ултыра торғайны. Ауыл ерендә ваҡ-төйәк эш күп, етмәһә, көн дә дәфтәр тикшерергә, план яҙырға кәрәк. Нисек барыһына ла өлгөргән? Ҡайҙан көс алған? - тип уртаҡлашты Рәсимә Мансур ҡыҙы. - Уның тәрбиәһенә лә хайран ҡалам. Бер ваҡытта ла кешеләргә ауыр һүҙ әйтмәне, башҡаларҙы яманлап һөйләмәне. Гел матурлыҡты, изгелекте күрергә һәм белемгә ынтылырға өйрәтте. Беҙгә ул, тормошта хаталар булмай тормай, кисерә белергә кәрәк, тип әйтә торғайны.

Башҡорт теле уҡытыусыһы Хәнә Кинйәбаева күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн маҡтау грамоталары менән бүләкләнеп, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ була.

Рәсимә Һайран ауылы мәктәбен 1993 йылда тамамлап, 1995 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт һәм сит телдәр бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, башҡорт һәм немец телдәре уҡытыусыһы белгеслеге буйынса диплом ала. Артабан хеҙмәт юлын Башҡортостандың төньяғында урынлашҡан Бөрө ҡалаһында башлай. Тәүҙә – ҡаланың 7-се мәктәбендә, һуңынан Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжында башҡорт теленән уҡыта.

Башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу ҙур

- Бөрө - тарихи яҡтан бик үҙенсәлекле ҡала. Бында Асҡын, Ҡариҙел, Балтас, Борай, Дүртөйлө, Мишкә, Тәтешле, Илеш, Яңауыл һәм башҡа райондарҙың вәкилдәрен йыш осратырға була. Күптәре Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалына (элекке Бөрө социаль-педагогия институты) һәм урындағы колледждарға уҡырға килеп, учреждениеларға, предприятиеларға эшкә урынлашып, ошо ҡаланы үҙ төйәге иткән. Урындағы халыҡ менән тығыҙ аралашыу һөҙөмтәһендә уларҙың тарихына һәм тел үҙәнсәлектәренә иғтибар итмәйенсә булмай, - тип һөйләне Рәсимә Мансур ҡыҙы. - Ғилми дискуссиялар объекты булараҡ, төньяҡ-көнбайыш диалекты ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Алда атап киткән райондарҙа аҫаба башҡорттар йәшәй, специфик диалект үҙенсәлеге арҡаһында улар оҙаҡ йылдар дауамында үҙ милләтенән ситләтелгән була. Һуңғы йылдарҙа был диалект вәкилдәре үҙ телен боронғо башҡорт теле тип таный башланы. Был иҫ киткес бай һәм үҙенсәлекле тел. Уның тураһында уйланғанда шағирә яҡташыбыҙ Тамара Юлдашеваның «Башҡорт теле» тигән шиғырынан:

- Көтөлмәгән шырлыҡтарға юлығып, Урманыңда һинең, башҡорт теле, Тертләп китәм, - тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.

Ошо райондарҙан килгән аҫаба башҡорттарҙың балаларын уҡытыуыма бик шатмын. Был – бер. Икенсенән, төркөмдәрҙә төрлө милләт вәкилдәре уҡый – башҡорттар, татарҙар, рустар, мариҙар, удмурттар. Араларында Урта Азиянан, Кавказдан килгән милләттәр ҙа бар. Тағы шуны билдәләп үтеү мөһим, элегерәк икенсе милләттән булған студенттар, ни өсөн беҙ башҡорт телен өйрәнергә тейеш әле, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, хәҙер ундай күренеш бөтөнләй күҙәтелмәй тиерлек. Бөгөн балаларҙа гуманлыҡ тойғоһо көслө. Башҡа милләттәргә һәм телдәргә ихтирам менән ҡарайҙар, уларҙа шулай уҡ илһөйәрлек, мәрхәмәтлек сағыла. Студенттар араһында ирекмәндәр күп, ололарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итәләр.

Тел өйрәнеүгә ижади ҡараш

- Студенттар төрлө милләттән булғас, уҡытыу процесы ҡатмарлылыр, ҡапма-ҡаршылыҡтар күптер? - тип һорау бирҙем Рәсимә Мансур ҡыҙына.

- Улар – медицина һәм фармацевтика колледжы студенттары. Уҡытыу маҡсаты ниндәй? Башҡорт телендә үҙ-ара аралашырға өйрәтеү, телмәрҙе байытыу, медицина терминдарын башҡортса белеү, - тине әңгәмәсем.

– Төньяҡ район булһа ла, студенттар араһында юҡ-юҡта Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан егет-ҡыҙҙар осрай. Аудитория контингенты төрлө булғанға күрә студенттарҙы төркөмгә бүләм. Иң тәүге дәрестә уларға һорауҙар биреп, белем кимәлен тикшерәм. Беренсе төркөмдә – башҡортса «мин», «һин», «ул», «бар», «юҡ» кеүек бер нисә һүҙ белгән студенттар. Улар һүҙлектәр менән эшләй. Икенсе төркөмдә башҡортса хаталы һөйләшкән һәм яҙған кешеләр урын ала. Уларға махсус күнегеүҙәр бирелә. Һәм өсөнсө төркөмдә – башҡорт телендә яҡшы аралашҡан студенттар. Был егет-ҡыҙҙарға күберәк ижади эштәр йөкмәтелә.

Мәҫәлән, берәй мәҡәлә йәки хикәйә уҡып, уны 3-сө заттан һөйләргә кәрәк. Йә булмаһа, ғаилә, туған ҡала, ауыл тураһында инша яҙырға бирелә.

Бынан тыш, Рәсимә Фәтҡуллина заманса ҡорамалдар ҡулланып, башҡорт телен креатив алымдар менән өйрәтә. Мәҫәлән, башҡорт теле көнөнә төрлө флешмобтар ойоштора, учреждениеның видеоблогын алып бара. Башҡортса видеороликтар менән шәхсән танышып сыҡтым, ысынлап та был ысул хуплауға лайыҡ. Иң ҡыҙығы, видеояҙмала студенттар ғына түгел, хатта колледждың уҡытыусылары һәм техник хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Мәҫәлән, бер видеола һәр кем Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырынан бер юлды яттан әйтә. Ысынлап та, ошо мәлдә кадрҙа Рәми Ғарипов һүрәтләгән кәрәҙ образы хасил була.

2019 йылдан алып Рәсимә Фәтҡуллина колледждың социаль селтәрҙәге рәсми төркөмдәрен алып бара. Бынан тыш, педагог йәш журналистарҙы етәкләй. Студенттар монтажлаған видеоларҙың береһе сәләмәт тормош буйынса республика вебинарына тәҡдим ителә. Белем биреү учреждениеһы грант отҡас, сумманың бер өлөшө медиаүҙәк – коворкинг зонаһын ойоштороу өсөн йүнәлтелә.

Ярайһы ҙур тәжрибә туплаған студенттар командаһы уртаса һөнәри белем биреү учреждениелары араһында үткән Бөтә Рәсәй студенттар медиаүҙәге конкурсында беренсе урын яулай. Еңеүселәр Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһында диплом менән бүләкләнә. Шулай уҡ уларға Түбәнге Новгород ҡалаһында оҫталыҡ дәресе үтергә сертификат тапшырала.

Рәсимә Фәтҡуллинаның белем биреү өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте БР Мәғариф министрлығының, Халыҡара үҫеш институтының, Рәсәй медиаүҙәктәренең
рәхмәт хаттары, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнгән.

Тормошта иң ҡәҙерлеһе – ғаилә

Рәсимә Мансур ҡыҙы тәжрибәле педагог ҡына түгел, оҫта хужабикә, өс бала әсәһе лә. Оло улы Айтуған Өфө нефть техник университетында ситтән тороп уҡый,
эшләп йөрөй. Уның ҡустыһы Алмас – ошо уҡ уҡыу йорто студенты. Кесе ҡыҙы Алтынай быйыл 8-се класҡа уҡырға барҙы. Рухлы әсәй тәрбиәһен алған улдар мәктәп йылдарында башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, беренсе урындар яулап килә. Ағайҙарынан өлгө алған Алтынай ҙа бөгөн башҡорт теле сараларында әүҙем ҡатнаша. Бәлки ул да берәй ҡасан әсәһе, өләсәһе һымаҡ уҡытыусы булыр һәм киләсәк быуынға аң-белем, тәрбиә бирер? Ә әлегә Рәсимә Мансур ҡыҙына һәм балаларына уңыштар, еңеүҙәр һәм именлек теләп ҡалабыҙ.


Фотолар шәхси архивтан.

Ғүмер буйы башҡорт теле һағында
Ғүмер буйы башҡорт теле һағында
Ғүмер буйы башҡорт теле һағында
Ғүмер буйы башҡорт теле һағында
Ғүмер буйы башҡорт теле һағында
Ғүмер буйы башҡорт теле һағында
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас