Беренсе сентябрь – ул быуындарҙы берләштергән көн. Һәр беребеҙҙең иңендә үҙ мәктәп тәжрибәһе, уҡытыусылары һәм дуҫтары бар, һәм был уртаҡ үткәндәр байрамды бөтәбеҙ өсөн дә яҡын итә.
Балаларын мәктәпкә оҙатыусы ата-әсәләрҙе, яңы уҡыу йылына аяҡ баҫҡан уҡытыусыларҙы, йәйге каникулдан һуң мәктәпкә ашыҡҡан уҡыусыларҙы һәм, әлбиттә, беренсе класс уҡыусыларын Белем көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Быйыл 700-ҙән ашыу бала беренсе класҡа бара, бөгөн улар өсөн айырыуса тулҡынландырғыс көн. Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалы, Ишембай нефть колледжы һәм һөнәрселек колледжы студенттарын байрам менән тәбрикләйем.
Йәштәребеҙҙең уҡыуҙа етди уңыштарға өлгәшеүҙәренә ышанам. Белем еңел бирелмәй, әммә тап ул киләсәккә юл аса. Мәктәп һәм студент йылдары шәхестең формалашыуының мөһим этабы булып тора. Үҙ аллы, әүҙем, яуаплы булығыҙ. Ата-әсәләргә сыҙамлыҡ, уҡыусыларға – маҡсаттарына ынтылыш, ҡыҙыҡлы дәрестәр һәм ышаныслы дуҫтар, уҡытыусыларға һөнәри үҫеш, уҡыусыларының рәхмәтен һәм үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалыуҙарын теләйем.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.