Мәғариф
31 Августа , 08:00

Беренсегә бара гимназистар!

Дүрт көндән яңы уҡыу йылы башлана. Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл яҡынса 41 мең бала беренсе класҡа уҡырға бара.Мәктәп уҡыусыларының дөйөм һаны 500 меңдән ашып китә.

Беренсегә бара гимназистар!Беренсегә бара гимназистар!
Беренсегә бара гимназистар!

Фотолағы алсаҡ балалар - Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияинтернатының беренсе класс уҡыусылары. Беренселәрҙе тәжрибәле уҡытыусылар Миңһылыу Фәйзулла ҡыҙы Вәлиева, Зөлфиә Муса ҡыҙы Насырова, Эльвира Марс ҡыҙы Хәсәнова етәкләп, белем иленә илтәсәк. Мәктәп формаһы әҙер, дәфтәр-ҡәләмдәр, портфель алынған: 1 сентябрь – тәүге ҡыңғырауҙы балалар түҙемһеҙлек менән көтә.

- Аделина ҡыҙыбыҙ тиҙерәк яңы дуҫтар менән танышырға теләй. Беренсе класҡа уҡырға барыу уның өсөн ҙур байрам, - тип уртаҡлашты Алина Сәҙретдинова.

Ҡалабыҙҙың төрлө балалар баҡсаларын тамамлаусы Гөлназ Кинйәбаева, Гөлназ Сәйфетдинова, Кәрим Хәлитов, Алмаз Ибраһимов, Эмилия Ишҡолова, Йәсминә Әйүпова һүрәт төшөрөргә, тирә-яҡ тәбиғәтте күҙәтергә ярата икән. Йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә лә оҫта улар. Күптәре бейеү түңәрәктәрендә, спорт секцияларында шөғөлләнә. Тиҙҙән гимназия сәхнәһен дер һелкетеп бейемәҫтәр тимә! Ә иң мөһиме, тырышып уҡырға, тик “бишле”, “дүртле” билдәләренә өлгәшергә, ҡустыларынаһеңлеләренә өлгө булырға теләй улар.

- Минең эшләү дәүеремдә 10 сығарылыш класы булды. Быйыл тағы ла беренселәрҙе алдым. Башланғыс кластарҙа уҡығанда баланың бөтә мәктәп йылдарына нигеҙ һалына. Шуның өсөн уҡырға килгән балаға төплө белем генә түгел, дөрөҫ тәрбиә биреү һәм тормошҡа әҙерләү – башланғыс класс уҡытыусыһының төп бурысы. Уҡытыусы уға дуҫ та булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына бала асыла, үҙенең етешһеҙлектәрен бөтөрөү өҫтөндә эшләй. Баланы үҙенә маҡсат ҡуйырға, анализлай белергә, төркөмдә эшләргә өйрәтеү ҙә бик мөһим. Бөгөнгө тормошта уҡытыусыларға белемдән бигерәк әхлаҡ, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләргә күп көс һалырға тура килә. Ата-әсәләр балаларына матур өлгө була белгәндә уҡытыусыға эш күпкә еңелләшә, - тип уй-кисерештәре менән уртаҡлашты Миңһылыу Фәйзулла ҡыҙы.

Ысынлап та, уҡыусыларыңдың тырышып уҡып, артабан тормошта үҙ юлын табыуҙары һәр уҡытыусы өсөн ҙур шатлыҡ һәм ғорурлыҡ. Кескәй гимназистар һынатмаҫ, тигән ышаныстабыҙ.

Балалар баҡсаһы артта ҡалды, алда ҡыҙыҡлы һәм сағыу мәктәп тормошо көтә. Уңыштар һеҙгә, беренселәр!

Розалиә ТӨХВӘТУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас