Мәғариф
26 Августа , 10:00

Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулында

Коммуникация технологиялары быуаты уҡытыусыһы – ул күп яҡлы шәхес, шул уҡ ваҡытта үҙ Ватанының намыҫлы гражданы һәм илһөйәре лә.

Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулындаИл киләсәге - уҡытыусы ҡулында
Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулында

Бөтә ил өсөн еңел булмаған һәм үтә яуаплы осорҙа уҡытыусыларҙың эше икеләтә ҡәҙерле, уның баһаһын билдәләй торған үлсәмдәр ҙә юҡ. Йәш быуындың аңында төшөнсәләр буталмаһын, улар сәйәси тоҙаҡ ҡорған агрессорҙар ҡорбанына әйләнмәһен, белемле генә түгел, ә иленә, халҡына тоғро булып үҫһен өсөн, бөгөн илһөйәр уҡытыусыларыбыҙ тормошобоҙ һағында тора. Илһөйәрҙе илһөйәр генә тәрбиәләй ала – был кире ҡаҡҡыһыҙ хаҡиҡәт. Мәҡәләбеҙҙә һүҙ тап ошондай сифаттарға эйә педагог һәм спортсмен яҡташыбыҙ тураһында барасаҡ.

Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолова хозур тәбиғәтле Һайран ауылында тыуып үҫкән. Мәктәп йылдарында геология фәне һәм урмансылыҡ менән ҡыҙыҡһына. Совет осоро уҡыусыһы геология буйынса республика конкурстарында ҡатнашып, алдынғы урындар алыуға өлгәшә. Тауҙар ҡыҙы Зөһрә, геолог йә урмансы буласаҡмын, тип хыяллана. Ун йыллыҡ Һайран мәктәбен тамамлағанда аттестат менән бергә тракторист-машинист танытмаһын да ҡулына ала. Ләкин Мәскәүгә йәки башҡа алыҫ ҡалаға геология буйынса уҡырға китергә баҙнат итмәй ул. Әмәлгә ҡалғандай, сығарылыш уҡыусыһына Аҙнай башланғыс мәктәбендә уҡытырға эш тәҡдим итәләр. Бында бер йыл эшләгән йәш ҡыҙ уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ була һәм, әлбиттә, унда киләсәктә кем буласағына шик ҡалмай. Әсәһе Зәйтүнә Абдрахман ҡыҙы Иҫәнованың Һайран мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләүе лә, апаһы Зөлфиә Фәтҡулла ҡыҙының педагогия институтында уҡыуы ла уға этәргес бирә. Стәрлетамаҡ институтының башланғыс кластар факультетын тамамлаған Зөһрә Сәфәрғоловаға Ишембай ҡалаһына уҡытырға йүнәлтмә тапшыралар. Уның хеҙмәт юлы Иҫке Ишембайҙа 4-се мәктәптә башланһа, артабан Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында дауам итә. 2003 йылда башланғыс класс уҡытыусыһы Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙын интернаттың өлкән тәрбиәсеһе итеп тәғәйенләйҙәр.

- Еңел булмаған осор ине. Хөкүмәт беҙгә элекке башҡорт ерҙәрендә, хәҙерге Рәсәй субъекттарында йәшәгән балаларҙы йыйып, үҙ мөхитебеҙҙә тәрбиәләп һәм кире үҙ төбәктәренә ҡайтарып, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү бурысын йөкмәтте, - тип иҫкә төшөрә Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы. – Шулай итеп, беҙ ике йыл рәт Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренә барып, ҡала-ауылдарҙан башҡорт балаларын гимназияла уҡырға йыйып йөрөнөк. Уларҙың күптәре Башҡортостан вуздарына уҡырға инде: кеме республикала ҡалды, кеме үҙ яғына белгес булараҡ ҡайтты.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2005 йылда уҡытыусыларҙың республика август конференцияһы Ишембайҙа тап 2-се гимназия-интернатында үтергә тейеш була. Уҡыу йортоноң төп корпусында реконструкция эштәре башлана. Балаларҙы ятаҡта йәшәтеп, ҡаланың икенсе мәктәбенә уҡырға йөрөтөү яуаплылығынан тыш, өлкән тәрбиәсегә ремонт эштәрендә лә ҡатнашырға тура килә.

Ошо мөһим йөкләмәләрҙе үтәгәндән һуң, Зөһрә Сәфәрғолова үҙ теләге буйынса тағы яратҡан эшенә – башланғыс класс балаларын уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә әйләнеп ҡайта. Алда тағы ла яуаплыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ эштәр торғанын күҙ алдына ла килтермәй ул саҡта. Илдә һәр кем тиерлек Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам ойошторған заманда йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһе етди тора. Башҡорт гимназияһында ла шайморатовсылар кластары асыла башлай. Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы әҙерләп сығарған башланғыс класс артабан гимназияның төп корпусында шайморатовсылар класына әйләндерелә. Ата-әсәләр һорауы буйынса, уҡытыусы ошо кластың етәксеһе булып эш башлай. Ул тиҙ арала уҡытыу-тәрбиә биреү программаһын өйрәнә, шайморатовсылар класы кабинеты әҙерләй, костюмдар тектертә.

Бынан тыш, талантлы педагогҡа рус теле һәм математиканан дәрестәр ҙә йөкмәтелә.

- Шайморатовсылар менән тыуған яҡты өйрәнеү маҡсатында Ирәмәл, Ирәктәш (Инйәр тештәре) тауҙарында, Торахан кәшәнәһендә, Ҡарауанһарайҙа
булдыҡ. Шулай уҡ СанктПетербург, Ҡазан ҡалаларының тарихи урындарына барҙыҡ. Ә иң тулҡынландырғыс экскурсия Шаймортов (элеккесә Биштәкә) ауылына барыу булды. Бында шулай уҡ Шайморатов шишмәһен күрҙек, урындағы халыҡ менән осраштыҡ,- тип уртаҡлашты педагог. – Шул уҡ ваҡытта «Ҡышҡы Шайморатов уйындары»нда ҡатнашып, республика буйынса икенсе призлы урын алыуға өлгәштек. Йыл һайын уҡыусылар олимпиадаларҙа көс һынашып, алдынғы урындар һәм наградалар менән билдәләнә. Әйтергә кәрәк, уҙған йылда республика Башлығы Радий Хәбиров ошо кластан Азамат
Исламғоловты II дәрәжә «Йәш шайморатовсы» почет билдәһе менән бүләкләй. Быйыл уның класташы Зарина Рәхмәтуллина ла ошондай уҡ наградаға лайыҡ
була. Уларҙың етәксеһе Зөһрә Сәфәрғолованың хеҙмәте РФ Дәүләт Думаһының, РФ Мәғариф министрлығының маҡтау грамоталары һәм «Олимпиада хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың почетлы остазы» билдәһе менән баһалана. Яҡташыбыҙ халҡыбыҙға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына лайыҡ була. Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында «Йәш шайморатовсы» профилле лагеры ике йыл рәттән эшләп килә. Был лагерҙы ла Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы етәкләй.

Быйыл шайморатовсылар уның сиктәрендә Өфөлә вуз-ара студенттар кампусында ҡатнаша. Уҡыусылар уның lQ паркында тәүҙә квест-уйында көс һынаша, артабан лабораторияларҙа оҫталыҡ дәрестәре үтә.

Класс етәксеһе белдереүенсә, киләсәктә шайморатовсылар менән эҙәрмәндәр экспедицияһында ҡатнашыу күҙ уңында тотола. Бының өсөн ул шәхсән әҙерлек үтергә тейеш. Ошо белемде һәм тәжрибәне шайморатовсыларға тапшырғас, улар менән экспедицияға сыҡһаң да була.

Саңғы, биатлон спортын һөйөүсе педагог «Аҡтайлаҡ» балалар уҡ атыу түңәрәген туғыҙынсы йыл алып бара. Бының да үҙ тарихы бар. Өфөлә йәшәгән
ҡыҙы Алһыу Юлай Ғәлиуллиндың «Мәргән» хәрәкәтенә тәүгеләрҙән булып йөрөй башлай. Уға эйәреп Зөһрә апай ҙа уҡ атырға өйрәнеп ала, артабан уҡыусыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен ошо башҡорт халыҡ спорт төрөнә дәртләндерә.

Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы аңлатыуынса, бөтә донъяла уҡ атыусылар талаптар буйынса милли кейемдә сығыш яһарға тейеш. Сәхнә кейеме бармай, уны тик
тарихи тәбиғи материалдан ғына әҙерләргә кәрәк.

Бөгөнгө көндә йәш уҡсылар түңәрәгендә 40-тан ашыу бала күнекмәләр үтә. Бында уларҙың өс категорияһы билдәләнгән: 7-9, 10-13 һәм 14-17 йәштәрҙәге уҡыусылар шөғөлләнә. Йәш спортсыларҙың яртыһы – бармаҡ, ҡалған яртыһы балдаҡ ярҙамында уҡ ата. Балдаҡ менән атыу – ҡатмарлы техник алым, күп көс талап итә, ләкин сәпкә тейҙереүҙе дөп-дөрөҫ билдәләй. Тәрбиәләнеүселәр йыл һайын «Уғатар» балалар һәм үҫмерҙәр республика фестивалендә,
Башҡортостандағы һәм сит өлкәләрҙәге турнирҙарҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

Зөһрә Сәфәрғолованың исеме менән тағы бер тарихи ваҡиға бәйле. Уҙған йылда уның башланғысы менән Ғүмәр ауылында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Илһам Иҫәнғоловтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында республика уҡ атыу турниры старт алды. Был сараны үткәреүҙә геройҙың ата-әсәһе бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

- Интернатта өлкән тәрбиәсе булып эшләгән саҡта миңә ҡалала йәшәгән Илһамдың атаәсәһе килде. Бына улыбыҙ ятаҡта йәшәргә теләй, тип белдерҙе улар, - тип һөйләне был хаҡта Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы. – Илһам гимназияның иң яҡшы президенты ине, һәр байрамдың, сараның ойоштороусыһы һәм алып
барыусыһы булды. Атлап түгел, осоп йөрөнө. Ижадҡа һәләтле, отҡор зиһенле, сая егет булып иҫтә ҡалды. Шайморатовсылар класым уға «Герой партаһы»н асҡанда ойоштороусы булараҡ сығыш яһаны. Ә уның яҡты иҫтәлегенә бағышланған уҡ атыу турнирына килгәндә, сараны йыл һайын үткәрергә ниәтләйбеҙ.

Педагог һәм спортсы Зөһрә Сәфәрғолова тураһында күпме яҙһаң да аҙ һымаҡ. Уның халҡыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарыла торған эштәре күп әле. Тырыш, сәмсел, ләкин ябай яҡташыбыҙ һәр эшен «Изгелек эшлә лә һыуға һал» тигән принциптан сығып башҡара.

- Минең маҡсатым – баланың гел «бишле» баһаһына уҡыуын талап итеү түгел, ә уны шәхес булараҡ тәрбиәләү, тормошта үҙ урынын табырға, сит илдәргә ымһынмай ошо ерҙең хужаһы булырға өйрәтеү, - тине һүҙен тамамлап Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы.

Фотолар шәхси архивтан.

Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулында
Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулында
Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулында
Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулында
Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулында
Ил киләсәге - уҡытыусы ҡулында
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас