

Эш барышында мәктәптең ҡыйығы, фасады, тәҙрәләре, инеү урыны, эске бүлмәләре, йылытыу, елләтеү һәм һыу тәьминәте системалары яңыртылды. Шулай уҡ электр үткәргестәре алыштырылды, видоекүҙәтеү камералары ҡуйылды, тирә-яҡ территория төҙөкләндерелде. Бынан тыш, мәктәп заманса мебель һәм белем биреү ҡорамалдары менән йыһазландырылды. Матди-техник базаны яңыртыуға барлығы 115,6 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Радий Фәрит улы уҡытыусылар бүлмәһен, тамаша залын, ашхананы, ике спорт залын, уҡыу кабинеттарын ҡараны. Уларҙың икеһендә өлкән класс уҡыусылары физика һәм химиянан сентябрҙә үтәсәк олимпиадаға әҙерләнә ине. Төбәк етәксеһе уларға уңыштар теләп, Өфөләге вуз-ара студенттар кампусы тураһында һөйләп үтте.
Радий Хәбиров илдең Мәғариф министрлығына республикаға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса федераль программаның мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
Фото: glavarb.ru