

Колледж директоры вазифаһын башҡарыусы Мират Йәнбәков белдереүенсә, яңы уҡыу йылында 1,8 меңдән ашыу кеше көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә иң кәрәкле һөнәрҙәрҙе үҙләштерәсәк. Уҡыу йортоноң башҡа төбәк студенттары өсөн 300 урынлыҡ ятағы бар.
Радий Хәбиров колледждың уҡыу кабинеттарын һәм нефть-газ сығарыу полигонын ҡарап сыҡты, уны үҫтереү пландары хаҡында фекер алышты. Киләһе йылда колледж «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашырға планлаштыра. Был республика һәм индустриаль партнёрҙар ярҙамында заманса мәғариф кластерын булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
— Уҡыу йорто йәштәр араһында бик популяр, бында бюджет урындарына конкурс юғары. Шуға күрә студенттарҙы ҡабул итеүҙе арттырыу һәм уҡытыу сифатын күтәреү мөһим, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы журналистар менән әңгәмәлә. — Беҙ коллежды комплекслы модернизациялау тураһында ҡарар ҡабул иттек һәм «Профессионалитет» программаһына инергә планлаштырабыҙ. Бынан тыш, ятаҡты яңыртыу өсөн дә федераль саралар йәлеп итәсәкбеҙ.
Фото: glavarb.ru