

Был транспорт Биксән һәм Арлар ауылдарынан йөрөп уҡыған 12 баланы ташыу өсөн тәғәйенләнгән. Хәҙер балалар өсөн мәктәп юлы уңайлы ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә буласаҡ.
Бындай ярҙам һәр баланың сифатлы белем алыуына ҙур этәргес бирә. Яңы автобусты тәжрибәле водитель Илнур Төхвәтуллин йөрөтәсәк. Бөтә документтар рәсмиләштерелгән, маршрут килешелгән һәм техника юлға сығырға тулыһынса әҙер.
- Районыбыҙға ҙур иғтибар бүлгәне һәм мәғариф тармағына ярҙам күрһәткәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ, - тип белдерҙе Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов.
Фото: glavarb.ru