Мәғариф
20 Августа , 11:48

Республика август конференцияһы сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар эшләй

Республика август конференцияһы барышында ҡалабыҙҙың Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы төп майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде, унда «Беҙҙең тыуған яҡ тарихы. Башҡортостан Республикаһы» тигән яңы курсты уҡытыу методологияһы һәм уны индереүгә бағышланған махсус секция үтте.

Республика август конференцияһы сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар эшләйРеспублика август конференцияһы сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар эшләй
Республика август конференцияһы сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар эшләй

Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов һәм БР-ҙың мәғариф министры урынбаҫары Ренат Кәримов сәләмләне. Секцияла эксперттар булараҡ төбәктең алдынғы ғалимдары һәм педагогтары - Өфө фән һәм технологиялар университетының Рәсәй тарихы кафедраһы мөдире Рәмил Рәхимов, Башҡорт дәүләт педагогия университетының профилле институты директоры Оксана Шәмиғолова һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Гуманитар белем биреү кафедраһы мөдире Наилә Исҡужина сығыш яһаны.

Ҡатнашыусылар заманса ҡулланмаларҙың үҫеп килгән быуында тәрән белем һәм үҙ республикаһы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятырға ярҙам итәсәген билдәләне.

Бер үк ваҡытта Йәштәр һарайында үткән кәңәшмәнең тантаналы өлөшөндә «Беренселәр хәрәкәте» активистары тәбрикләнде. Бында балалар һәм йәштәр өсөн иң яҡшы проекттар конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Сараны ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың юғары әҙерлек кимәлен һәм республика йәштәрен һәр яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙың күп төрлөлөгөн һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Розалиә ТӨХВӘТУЛЛИНА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Тухватуллина
Читайте нас