Мәғариф
29 Июля , 08:00

Үҙ артыңдан эйәртә белеү – ҙур оҫталыҡ

Был мәҡәләмдә яҡташым, класташым ғына түгел, ә туған телем, тамырҙарым, тип янып йәшәүсе башҡорт теле уҡытыусыһы тураһында ла һөйләп үтергә теләйем. Беҙ бөтәбеҙ ҙә «зумерҙар» йәки «цифрлы аборигендар» заманында тел уҡытыусыларының эше өсләтәдүртләтә яуаплыраҡ һәм ҡатмарлыраҡ икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Бөтә мәғлүмәттәр интернетта етеҙ табылған заманда, балалар рухи ҡиммәттәрҙе, изгелек, ихтирам һәм намыҫ төшөнсәләрен үҙләштерһен өсөн, туған тел уҡытыусылары бар көстәрен һалып, фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Уҡыусылар алдында төрлө сүрәткә инеп, көн дә тиерлек яңы алымдар, ысулдар уйлап табып, дәрестәрен файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрергә тырыша.

Үҙ артыңдан эйәртә белеү – ҙур оҫталыҡҮҙ артыңдан эйәртә белеү – ҙур оҫталыҡ
Үҙ артыңдан эйәртә белеү – ҙур оҫталыҡ

«Гимназиям – инеш башы»

«Яҡшы уҡытыусы булыр өсөн, уҡытҡан дәресеңде һәм уны үҙләштереүсе уҡыусыларҙы ла яратырға кәрәк», - тип әйткән бер аҡыл эйәһе. Миләүшә Әсфәндиәрова тураһында яҙырға ултырғанда тап ошо һүҙҙәр иҫкә төштө.

Яҡташым Миләүшә менән алыҫтан телефон аша аралашып, интернет селтәрендә уның Миәкә районында ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен күҙәтеп барам. Һөйләшкәндә лә уның, башҡорт теле, тип янып-борсолоуҙарын ишетергә тура килә. 1990-сы йылдарҙа Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында бер класта уҡыған саҡта сығышы менән Әрметрәхим ауылынан булған был ябай, баҙнатһыҙ ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт теле уҡытыусыһы буласаған күҙ алдына ла килтереп булмай ине. Ул саҡта ғалимдар араһында тарихи күҙлектән полемика тыуҙырған ауылдарҙан булған, телмәрҙәрендә саҡ ҡына диалект һүҙҙәре ысҡындырған уҡыусыларға, бәлки, ышанмайыраҡ та ҡарағанбыҙҙыр? Ләкин бөгөн, мәктәпте тамамлауға 31 йыл үткәс, алдыбыҙҙа икенсе хаҡиҡәт тора ‒ туған телдең ассимиляцияға бирелеүенә юл ҡуймау. Башҡорт теле һағында фиҙаҡәр хеҙмәт иткән Әрметрәхим ҡыҙының тәрән белеменә, тырышлығына һоҡланмайынса булмай.

Миләүшә Әсфәндиәрова Әрметрәхим ауылында Рәмилә һәм Әхмәт Ишбулдиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Ата-әсәһе уны лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерә. Уҡырға ынтылышы булған ҡыҙ, 9-сы класты тамамлағас, 2-се башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килә. Имтихандар һөҙөмтәһе буйынса уны математика йүнәлешле класҡа ҡабул итәләр.

- Гимназия миңә бөтөнләй икенсе донъяға ишек асты. Үҙ фекереңде ҡыйыу әйтергә, тирә-яҡтағы тормошто анализларға өйрәтте. Ижади яҡтан да мөһим үҫеш бирҙе. Уҡыу йылдарының иң сағыу мәле – әҙәби түңәрәккә йөрөү. Унда беҙ шиғырҙар, хикәйәләр яҙҙыҡ, - тип иҫкә ала Миләүшә Әхмәт ҡыҙы. – Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаева дәрестә инша яҙырға ҡушһа, уны ҙур итеп яҙам да ҡуям. Шул саҡта миңә Гөлнур Шамил ҡыҙы хикәйә яҙып ҡарарға тәҡдим итте. Тәүге әҫәрем «Тыуған көн» тип атала ине. Ул район гәзитендә баҫылып сыҡҡас, ҡыуанысымдан түбәм күккә тейә яҙҙы. Йәнә уҡытыусым мине бер хәйләлерәк, ләкин файҙалы алымға өйрәтте. «Атайың шофер булғас, күп кенә ҡыҙыҡлы йәки тетрәндергес хәлдәрҙе беләлер. Ялдарҙа ауылға ҡайтҡас, унан ипләп кенә һораш», - тине ул. Шулай эшләнем дә. Һөҙөмтәлә, атайым һөйләгән ваҡиғаларҙы хикәйә итеп яҙҙым. Ғөмүмән, тормошта дөрөҫ юлды, һөнәрҙе һайларға гимназия өйрәтте. Ҡасандыр йыл уҡытыусыһында ҡатнашып эссе яҙғанда, был һөнәрҙе һайларға остаздарым Гөлнур Аҙнабаева һәм Ғәлиә Кәлимуллина кәңәш бирҙе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үттем.

2002 йылда Миләүшә Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамлай. Тормош юлдашы, Миәкә районы егете, Салауат
Әсфәндиәров менән йәш белгестәр булараҡ уның тыуған ауылы Ҡаран-Ҡуңҡаҫҡа эшкә ҡайталар. Салауатҡа физкультура дәресен йөкмәтһәләр, Миләүшә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эш башлай.

«Һағынам бала саҡ илемде»

- Тыуған яғымды ныҡ һағынам. Ямғыр яуһынмы, буран булһынмы, автобустамы, таксиҙамы – атай йортона йыш ҡайтам. Ишембай районында булып, үҙемә оҙаҡҡа етерлек көс-дәрт туплап киләм, - тип һүҙен дауам итә яҡташым.

Яңыраҡ ҡына Миләүшә менән һөйләшкәндә уның уҡыусы балаларҙы Миәкәнән Верхоторға экскурсияға алып килгәне билдәле булды.

- Беҙҙең район бик матур. Был бигерәк тә сит яҡта йөрөгөндә ныҡ тойола. Йыл һайын бер сәбәп итеп, уҡыусыларымды Ишембай районына экскурсияға алып
киләм, - ти ғорурлыҡ менән әңгәмәсем. – Быға тиклем Ә.Вәлидиҙең тыуған ауылы Көҙәндә, Маҡарҙа КүкҠарауыҡ шарлауығында, Торатауҙа булдыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткән дәрестәрҙә Ишембай районының ер-һыу атамаларын йәки топонимдарын йыш ҡулланам. Төрлө тарихи ваҡиғаларҙы миҫал итеп килтерәм. Көҙәндә Ә.Вәлидиҙең музейында Торатау геокартаһының буклетын күпләп таратҡайнылар, шуны мәктәптәге икенсе предметым – география дәрестәрендә файҙалы итеп ҡулланам. Шулай уҡ был мәғлүмәттәр менән икенсе уҡытыусылар менән дә уртаҡлашам.

«Телем тураһында уйланһам, йөрәгем ҡанһырай...»

Миләүшә Әсфәндиәрова менән аралашҡан һайын, уның башҡорт теленең киләсәге хаҡында ныҡ борсолғаны күҙгә ташлана. Был хәлде тасуирлағанда ла тыныс ғына һөйләй алмай ул.

- Һайлаған һөнәремде бик яратам. Проблемалар башҡорт теленә килеп ҡағылһа, эстән янып ярһый башлайым. Хәҙерге заманда хатта ауыл балалары ла русса
һөйләшә. Туған телдә һөйләшергә тура килһә, телдәрендә акцент күҙәтелә. Был бик аяныслы хәл. Ошолар хаҡында уйланһаң, йөрәк ҡанһырай башлай, - тип белдерә күңел һыҡтауын уҡытыусы.

Ошо хәл менән нисек тә булһа көрәшергә тырышып эшләй Миләүшә Әхмәт ҡыҙы. Педагог уҡыусыларына бик етди талаптар ҡуйған.

- Мин уҡыусыларға: «Кем дәрестә русса нисә һүҙ ҡуллана – балдарҙы шунса кәметәм», - тигән талап ҡуям. Уларҙың
башҡортса ғына һөйләшеүҙәрен теләйем. Ләкин балалар, тәнәфескә сығыу менән, үҙ-ара русса аралаша башлай, - тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. – Бер заман шундай алымдар ҡулландым: телефондарына башҡорт көйҙәре ҡуйҙырттым, «Йәншишмә» баҫмаһына класс менән яҙҙырттым. Гәзитте уҡырға биреп, аҙаҡ уларҙан һөйләттем – был ысул Совет осоронда бик уңышлы эшләй ине.

«Бары уҡытырға ғына теләр инем»

Миләүшә Әхмәт ҡыҙы 10 йылдан ашыу Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын етәкләй. Быйыл иһә йөкләмә икеләтә артҡан – тәрбиә һәм уҡытыу эшен берләштергәндәр. Әйтергә кәрәк, Миләүшә Әсфәндиәрова былтыр уҡыу йылы башланыр алдынан ғына аҙ һанлы 10-сы класты тарҡатмайынса мәктәптә алып ҡалыуға ирешә. Бының өсөн уға БР Мәғариф министрлығына мөрәжәғәт итергә лә тура килә. Уның ҡарауы, мәктәптә 10-сы класҡа ҡалған биш бала ла, уларҙың ата-әсәләре лә бик ҡәнәғәт. Киләһе йылда улар берҙәм дәүләт имтиханы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инәсәк.

- Киләсәктә етәкселек эшемде берәй лайыҡлы педагогҡа тапшырып, тик башҡорт телен уҡытыуға ғына бирелеп эшләгем килә, - тигән хыялдары менән уртаҡлаша ул. – Яһалма зиһенде кәрәккәнсә үҙләштереп, әҙәбиәт дәреслектәре буйынса йәнһүрәттәр эшләргә өйрәнгем килә. Балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһындырыу өсөн, төрлө методик алымдар уйлап сығарыр инем, тигән уйҙар менән янып йәшәйем.

Хеҙмәтенә күрә баһаһы

Педагогия стажы 24 йыл булған уҡытыусының иң ҙур ҡаҙанышы – ул 2014 йылда «БР Мәғариф отличнигы» билдәһе менән наградалана. 2018 йылда мәктәп
«Йәйләү» башҡорт йәштәр сәйәсәте учреждениелары, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары араһында «Башҡортостандың иң яҡшы лагеры» исеменә республика конкурсында ҡатнашып, 1-се урынға лайыҡ була. Тап ошо лагерь менән Миләүшә Әсфәндиәрова етәкселек иткән була. 2019 йылда уның хеҙмәте БР Дәүләт ЙыйылышыҠоролтайҙың Маҡтау грамотаһы менән билдәләнә. 2021 йылда уҡытыусы дөйөм белем биреү һәм һөнәри белем биреү ойошмалары араһында «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты» республика конкурсында ҡатнашып, 1-се урын ала. 2021 йылда Миәкә районы хакимиәте башлығы грантына мәғариф учреждениеларының иң яҡшы педагогтарын һайлап алыу конкурсында еңеүсе исемен яулай. 2023 йылда педагогтың хеҙмәте РФ Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән билдәләнә.

Татыу ғаилә ныҡлы була

Уҡытыусылар ике ғаиләле булыуы менән бәхетле. Уларҙың береһе тормош юлдашы, балалары булһа, икенсеһе – уҡыусылары. Ләкин күп осраҡта уҡыусылар
мәнфәғәтенә үҙ ғаиләңде артҡы планға ла ҡуйып торорға тура килә. Шулай ҙа оҙайлы эш көнө булыуға, төн уртаһына тиклем дәфтәр тикшереүгә, тематик пландар яҙыуға, байрамдарҙа мәҙәни саралар йәки өмәләр үткәреүгә ҡарамаҫтан, уҡытыусы балалары үҙ ата-әсәһе өлгөһөндә тәрбиәләнә.

Класташым Миләүшәнең балалары ла шулай тәрбиәләнгән. Өлкән улы Искәндәр Өфө фән һәм технологиялар университетының магистратураһын тамамланы.
Ҡыҙы Диана Өфө юридик колледжын бөтөрөп, полицияла хеҙмәт итә. Төпсөктәре Самира 5-се класты тамамлаған. Тормош юлдашы Салауат вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Мәҡәләмде, Миләүшә Әхмәт ҡыҙы киләсәктә лә яҡташтарын ҡаҙаныштары, изге эштәре, иң мөһиме, башҡорт теленә булған һөйөүе менән ҡыуандырып торһон, тигән теләктә тамамлайым. Быйыл уҡытыусыларҙың республика август конференцияһы Ишембайҙа уҙасаҡ. Әлбиттә, Миләүшәне тыуған яғында ҡуш ҡуллап көтөп ҡалабыҙ.

Фотолар шәхси архивтан.

Үҙ артыңдан эйәртә белеү – ҙур оҫталыҡ
Үҙ артыңдан эйәртә белеү – ҙур оҫталыҡ
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас