

Ғүмерем ағышында уйламаған, көтөлмәгән, ҡапыл килеп сыҡҡан боролоштар “яҙмыштан уҙмыш юҡ” тигән әйтемде раҫлағандай булды. Был боролоштарҙа
Ишембай районы мәғариф мөдире Фәрүр Шарифулла улы Зөлҡәрнәевтең тәүәккәллеге ҙур роль уйнаны. 1976 йылда Өфө дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Мәсетле районына уҡытырға тәғәйенләнгән инем. Әммә, педагогик хеҙмәт юлымды үҙемдең Ишембай районы Ҡолғона ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбендә башлап ебәрҙем. Фәрүр Шәрифулла улы минең икенсе районға йүнәлтелгәнемде белгәс: “Үҙебеҙҙең белгесте ситкә ебәрмәйем, уҡытыусылар районда күп етешмәй, Мәғариф министрлығында үҙем яуап бирермен, күп булһа, шелтә бирерҙәр”, - тип мине районда ҡалдырырға булды. «Ҡолғонала ҙур урта мәктәптә математика, физика уҡытыусылары кәрәк, завуч та юҡ”, - тип Ҡолғона мәктәбендә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын тәҡдим итте. Әлбиттә, мин үҙебеҙҙең районда ҡалыуыма шатланып, бик йыраҡ ауыл булһа ла, эшләргә риза булдым. Һуңғараҡ, был баш-баштаҡлыҡ өсөн, Фәрүр Шарифулла улына ла, миңә лә министрлыҡ алдында яуап бирергә тура килде. Мәғариф министры Өфөгә саҡыртып алып шелтәләне, шулай ҙа Ишембай районының иң төпкөл ауылында эшләүемде белгәс, ризалығын биреп, эш урынында ҡалдырҙы.
Ауылға беренсе тапҡыр барғанда алда буласаҡ юл мажаралары уйға ла килмәгәйне. Маҡар автобусынан төшкәс, ауылға 30 километр ҡала – йә йәйәү атларға, йә шул яҡҡа юл тотҡан машинаны көтөргә кәрәк. Байтаҡ ҡына көтә торғас, брезент менән ҡапланған будкалы машина магазин эргәһенә килеп туҡтаны. Кузов юлсылар менән тулған булһа ла, миңә лә урын табылды. Водителгә рәхмәттәр әйтеп, Ҡолғонаға юл тоттом. Машинаға ултырып китә алыуыма бик шатландым, ләкин тау-урмандар аша 30 саҡрым, соҡор-саҡыр юлдан кузов түбәһенә тиклем һикерә-һикерә, килә торғас, эсбауырҙарым ҡойолоп төшкәндәй булды.
Бындай насар юлдан, әлбиттә, бер ниндәй ҙә пассажир автобусы йөрөй алмай. Быға тиклем бындай ҡуйы урмандарҙы, бейек ҡая-тауҙарҙы, борма-борма ҡурҡыныс юлдарҙы күргәнем булманы. Өс-дүрт сәғәт килә торғас, башыма әллә ниндәй уйҙар керҙе... Ете донъя аръяғына китеп барғандай, бер ваҡытта ла был яҡтарҙан сығып, кире ҡайта алмаҫмын һымаҡ булды. Шундай күңелһеҙ уйҙар уйлап килә торғас, машина ауыл осонда уҡ туҡтап, мине юл сатында ҡалдырып, артабан Әүжән яғына китеп барҙы.
Ауыл осонан мәктәп эҙләп килә торғас, ҡаршыға 15-16 йәштәрҙәге зифа буйлы, еңелсә генә күлдәк кейгән бер ҡыҙ тау битләуенән йүгереп төштө лә, иҫәнләшеп: “Кемгә киләһегеҙ, апа?” - тип һүҙ ҡушты. Ауылдыҡы булыуға ҡарамаҫтан, бик үткер Шәрифә исемле ҡыҙ булып сыҡты. Минең мәктәп эҙләп
китеп барғанды белгәс: «Апа, бөгөн һуң инде, был ваҡытта мәктәптә береһе лә булмай, мин һеҙҙе үҙебеҙгә алып ҡайтам”, - тип, етеҙ генә итеп сумкамды
тотоп алды. “Әсәйем бик әйбәт, ул һеҙгә тик шат булыр, бер ниндәй фатир эҙләп йөрөмәгеҙ, беҙҙә генә йәшәрһегеҙ”, - тип мине тынысландырырға тырышҡандай, һөйләнә-һөйләнә, өйҙәренә юл тотто. Мин дә, ҡыҙҙың тәҡдименә риза булып, ауылда мөрәжәғәт итерлек бер генә таныш кеше булмауын аңлап, уның менән йәнәш атланым. Ысынлап та, Шәрифәнең әсәһе Мөьминә апай мине асыҡ йөҙ менән йылмайып ҡаршы алды. Шунда уҡ самауыр шыжлатып ебәрҙе, өҫтәлгә барса һыйҙарын теҙеп, барыһын һорашаһораша, тәмле сәйен ҡойҙо. “Юлдан йонсоғанһыңдыр”, - тип ял итергә йомшаҡ карауатына урын әҙерләне. Шундай хәстәрлек, хөрмәт итеп торған ғаиләнең, саф куңелдән сыҡҡан тәҡдименә шатланып риза булдым, уларҙа фатирҙа ҡалдым. Танышып алғас, Шәрифәнең унынсы синыф уҡыусыһы икәнлеге лә асыҡланды.
Икенсе көндө мәктәпкә эшкә килдем, директор Флүр Ғәлиулла улы, уҡытыусылар коллективы менән таныштым. Ҙур булмаған иҫке ағас мәктәп, класс
бүлмәләре лә ҙур тугел. Ул йылдарҙа уҡыусылар һаны 500-гә яҡын ине, мәктәптең интернаты ла булды. Күрше Ҡалыу-Айыры, Ялтыран, Яңы Һәйет, Иҫке Һәйет, Ҡоҙаш ауылдарынан уҡыусы балалар интернатта ятып уҡынылар. Мәктәп
ике смена менән алты көн эшләне.
Бөтә кластар ҙа икешәр, өс параллель
класс та бар ине. Яңы ғына институт
бөтөп, ҙур мәктәптә завуч вазифаһында
эшләп китеүе еңел генә булманы. Башта уҙемде ҡара урманға балтаһыҙ ағас
әҙерләргә барғандай тойҙом. Тиҙ арала программалар менән танышып,
дәрестәр теҙмәһен уҡыусыларға ла,
уҡытыусыларға ла уңайлы итеп төҙөп,
уҡытыу процесын яйға һалып, уҡыу йылын
башлап ебәрергә кәрәк булды. Иртәндән
алып кис ҡараңғыһына тиклем мәктәп
эше менән булып, фатирға йоҡларға
ғына ҡайта инем. Бик куп уҡытыу, тәрбиә
мәсьәләләрен директорҙың тәрбиә
эштәре буйынса урынбаҫары Фәүзиә
Шаһит ҡыҙы Мырҙабаева менән бергә
хәл иттек. Уның кәңәштәре, ярҙамы менән
уҡытыу процессы тиҙ яйға һалынды.
Уҡытыусылар коллективының күбеһе
ситтән йөрөп эшләгән йәш белгестәрҙән
торҙо. 1976-1980 йылдарҙа 20 уҡытыусы
Ҡолғонаға ситтән йөрөп уҡытты,
фатирҙарҙа йәшәне. Һуңғараҡ, мәктәп
йорто бушағас, 8 йәш уҡытыусы шул
йортта бергә йәшәнек. Өйҙә ике бүлмә,
төп яҡта бер-береһенә терәлеп 8 карауат теҙелгән, ал яҡта – мейес, бер өҫтәл,
урындыҡ. Өйҙө үҙебеҙ утын бысып, ярып
йылыттыҡ, мейес плитәһенда ашарға
бешерҙек, һыуҙы Шешәнәк йылғаһынан
ҡарандан ташыныҡ. Ауылда ут билдәле
сәғәттәрҙә дизель менән яҡтыртыла ине.
Дизель туҡтаһа, шәм яҡтыһында дәрес
пландарын яҙҙыҡ, дәфтәрҙәр тикшерҙек.
Ауылда йәшәү шарттары ауыр булыуға
ҡарамаҫтан, бөтә уҡытыусылар тырышып эшләнеләр, уҡыуҙа өлгәшмәгән
уҡыусылар булманы. Һуңғараҡ, ауылда быраулау скважинаһы эшләй
башлағас, электр уты ла килде, йәшәү
бер аҙға еңеләйҙе. Йәшлек менәндер
был уңайһыҙлыҡтарҙы һиҙмәнек, ауыр
итеп тойманыҡ, тырышып эшләнек, бик
куңелле итеп йәшәнек. Кисен бәләкәй
генә ауыл клубында концерт, спектаклдәр
ҡуйҙыҡ. Бик һирәк булһа ла, Өфөнән ҙур
артистар ҙа ауылға килә торғайны. Атаҡлы
опера йырсыһы Хөсәйен Мәжитов үҙенең
сығышынан һуң беҙҙең менән бейеп тә
алды.
Шул йылдарҙа уҡытырға килгән ҡайһы
бер йәш уҡытыусылар, ауыл егеттәренә
кейәүгә сығып, килен булып, ғаилә тормошо ҡороп ебәрҙеләр. Мин дә Ҡолғона
килене булдым, ҡыҙым тыуҙы. Оҙаҡ йылдар Ҡолғона мәктәбендә балаларға белем биргән рус теле уҡытыусыһы Йәмилә
Бәхтигәрәй ҡыҙы Вәлиева, башҡорт теле
уҡытыусыһы Гөлфирә Йосоп ҡыҙы Усманова – бөгөнгө көндә ауылда абруйлы ветеран уҡытыусылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул заманда бергә
эшләгән байтаҡ уҡытыусыларыбыҙ донъя
ҡуйғандар. Осрашыу кисәһендә Зөлфиә
Мустафа ҡыҙы Вахитова байыҡҡа киткән
мәрхүм-мәрхүмә уҡытыусыларыбыҙға
бағышлап, Ҡөрьән аяттары уҡыны.
Ҡолғона мәктәбендә эшләгән
йылдарҙан 50 йыл ғүмер үтеп тә киткән,
шулай ҙа барыһы ла бөгөнгөләй иҫтә:
Ҡолғона юлдары, ауылдың иҫке ағас
мәктәбе, клубы, уҡытыусыларҙы хөрмәт
итеп торған ауыл халҡы, уҡыусылар, бергә
эшләгән уҡытыусылар.
Ҡолғона ауылының ҡунаҡсыл халҡына,
фәрештә һымаҡ ҡаршыма осраған
Шәрифә исемле сибәр ҡыҙға, уның
әсәһе Мөьминә апайға, уҙем эштә саҡта
ҡыҙымды ҡараштырып торған Флүрә
исемле курше ҡыҙға, бергә эшләгән
бөтә уҡытыусыларға ҙур рәхмәттәремде
белдерәм.
Әлеге ваҡытта Ҡолғона ауылы ныҡ
үҙгәргән, танырлыҡ та түгел. Кирбестән
һалынған иркен, яҡты, бөтә уңайлы
шарттары булған мәктәп, клуб һалынған,
музей, мәсеттәр төҙөлгән. Мәктәптә
йыһазландырылған кластар, район конкурсында беренсе урын алған компьютер
кабинеты, музей бар. Ауылда ике мәсет,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Ноғман Мусиндың йорт-музейы, 4 магазин, кафе эшләй. Ауылда бар өйҙәр төҙөк,
уларҙа электр уттары балҡый, газ менән
йылытыла, һыу крандан ағып тора, интернет бар, урамдарға асфальт түшәлгән.
50 йыл элек ундай шарттар, уңайлыҡтар беҙҙең хыялдарҙа ғына булды. Шуныһы ҡыҙғаныс, ауылда тормош еңеләйгән һайын, балалар һаны күпкә кәмегән. Әлеге ваҡытта Ҡолғона урта мәктәбендә барыһы 50-60 уҡыусы уҡый.
Юл мәшәҡәтле булыуға ҡарамаҫтан, 21 июндә республикабыҙҙың төрлө райондарынан ауылда 30 ветеран уҡытыусы йыйылды. Осрашыу бик матур үтте. Ҡасандыр бергә эшләп, 40-50 йылдан һуң бер-беребеҙҙе танымай, көслө эмоцияларға бирелеп гөрләштек. Мәктәптә, ауыл клубында, музейҙа бик йылы итеп ҡаршы алдылар. Уҡыусы балалар Рамазан менән Азалияның сығыштары бигерәк тә һоҡландырғыс булды. Ҙур, матур итеп һалынған ауыл клубында ҡунаҡтарҙы фольклор ансамбле йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Клуб мөдире музейҙа экспонаттарҙың тарихын һөйләне, ҡул эштәрен күрһәтте. Күренекле яҙыусыбыҙ Ноғман Мусиндың музейы ла бик оҡшаны.
Ҡолғонала төрлө йылдарҙа эшләп киткән уҡытыусыларҙың осрашыу байрамы онотолмаҫ яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Фотолар авторҙың архивынан.