Мәғариф
11 Июня , 09:00

Беҙҙә тағы бер еңеү!

Камилә Рәхимова «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVIII төбәк-ара конкурсында 1-се урын алды

Беҙҙә тағы бер еңеү!Беҙҙә тағы бер еңеү!
Беҙҙә тағы бер еңеү!

Бәрәкәтле Ишембай ерендә бик күп матур, өлгөлө ғаиләләр бар. Улар үҫтергән балаларҙы мәктәптә көтөп алыу, фәндәр донъяһына алып инеү, халҡыбыҙҙың йолаларына, йырмоңона әүрәтеү, халыҡ ижады, билдәле шәхестәренең тарихы менән осраштырыу – уҡытыусы өсөн иң матур бәхетле мәлдәр.


Ата-әсә, олатай-өләсәйҙәр тәрбиәһен алып, балалар баҡсаһында күмәк тормош ҡағиҙәләре менән танышып мәктәпкә килгән бала, мөғжизәләр көтөп, ғилем донъяһына юл башлай, көндән-көн нығына, яңылыҡтар аса. Тап шул мәлдә ата менән әсә уның һәләтен, мөмкинлектәрен күҙәтә килеп дөрөҫ йүнәлеш биреп, ваҡытында ярҙам итеп ебәрә икән, баланың киләсәгенә юлдар асыла башлай, аныҡлыҡ индерелә. Аҡ менән ҡараны, яҡшы менән яманды ваҡытында айыра белһен өсөн, ябай сәңгелдәк йырынан алып, кискеһен тыңлаған әкиәттәр, тәрән мәғәнәле мәҡәл-йомаҡтар, тәбиғәттәге һәр биҙәк, үҫемлек, йәнлектәр донъяһы баланың зиһенен байыта барыуын онотмайыҡ. Ә яҡындар менән аралашыу, ҡулдан килгән эште бергәләп башҡарыу тормош тәжрибәһен байыта. Уйлап торһаң, бер ниндәй ҙә асыш яһамайым: был нәмәләрҙе һәр атай-әсәй балаһында, һәр уҡытыусы уҡыусыһында күрергә теләй, артабан үҙ белеме менән уны үҫтерергә ҡанатлана. Ләкин, ни эшләпттер, белгән әкиәттәрен иптәштәренә һөйләргә теләүселәр, яратҡан йырын, бейеүен яҡындарына йырлап күрһәтеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ була. Ҡайҙалыр уртаҡ эшебеҙҙә өҙөклөк килеп сыға, буғай. Ә бит һәр бала тәбиғәттән һәләтле, рухлы, теремек булып тыуа, матурлыҡты ярата, ата-әсәһенә бирелгән кеше булып үҫә. Ләкин хас “Урал батыр” эпосындағы кеүек, 12 йәштәрҙә баланың күңел торошона ниндәйҙер ҡара һыҙаттар инә. Ҡайһы берәүҙәре уларҙы урап ала, кешелеккә ҡаршы яҡҡа әйҙәй башлай, ә икенселәрҙә ғаиләнең дөрөҫ, ваҡытлы ярҙамы, күңелгә ятышлы шөғөлө арҡаһында ыңғай йүнәлеш үҫешә, хас тәбиғәттәгесә, эске күңеле таҙарына, дөрөҫ йүнәлеш ала. Бына шундай ғаиләләрҙең береһе – Венера һәм Рәмил Рәхимовтар ғаиләһе.

Улар тәрбиәләгән ҡыҙ һәм ул, ысынлап та, ата менән әсәнең эске күңел ҡәнәғәтлеге, дөрөҫ тәрбиә емеше булып халыҡ алдына сыға алды. Камилә Рәхимоваға ата-әсә алдындағы яуаплылыҡ, класс, мәктәп, ҡала, хатта республика кимәлендә эш менән нығытыла алған үҙ-үҙенә биргән һүҙҙән ғибарәт. “Вәғәҙә – иман”, – тип башлаған һүҙе ысын мәғәнәһендә уны еңеүгә алып килде. Мәшһүр “Урал батыр” эпосын һуңғы һүҙенәсә ятлау - ул предмет буйынса бирелгән имтихан ауырлығынан да ауырыраҡ. Сөнки бында алғы планға үҙ-үҙеңде еңеү мөмкинлеге ҡуйыла.

Дәрестәрҙән һуң, шәхси буш ваҡытыңды сарыф итеп, эпосты үлемһеҙ итер өсөн, тимәк, шул әҫәрҙе йәшәтеүсе туған телеңде лә йәшәтеү өсөн дә, һин әҫәрҙе
боронғо сәсәндәрсә ятларға тотонаһың. Эйе, улар яттан һөйләп, быуын-быуын йәшәтеп беҙгә килтереп еткергән саҡтарҙа яҙма булмаған, һәм әҫәр кеше аҡылы аша һаҡланған. Ә бөгөн яҙма ла бар, тексты һаҡлау өсөн мәлүмәти техникалар ҙа бар, ләкин уны һөйләр өсөн күптәрҙең теле юҡ, улар туған телде белмәй үҫәләр. Ә бит бынан алты мең йылдар элек тыуҙырылған эпосыбыҙ халҡыбыҙҙың боронғолоғон, уның Урал ҡуйынында йәшәүсе матур халыҡ икәнен иҫбатлай. Сөнки эпосһыҙ бик күп халыҡтар араһында беҙ уларҙың күплеге менән ғорурлана алабыҙ. Айырыуса, “Урал батыр” эпосының донъя күләмендәге билдәлелеге беҙҙең халыҡты күтәрә,  ның теле мотлаҡ йәшәргә, үҫешергә тейешлеген раҫлай. Быйыл уны Мөхәмәтша Буранғоловтың ҡағыҙға яҙып алыуына 115 йыл тулғанда, беҙҙең балаларыбыҙ өсөн «Урал батыр мәктәбе» эшләй башлай, һәм был ҙур проект яңынан телебеҙҙе халыҡҡа ҡайтарыуға ҙур этәргес булыр, тибеҙ. Ләкин был башланғысты күтәреп алыусы милләттәштәребеҙ, ата-әсәләребеҙ аңлы ҡабул итһә генә, өйҙә, көндәлек тормошта балалар менән
туған телдә аралашһа, кесе йәштән туған телгә ихтирам тәрбиәләһә генә беҙ уны башҡара алабыҙ икәнен оноторға ярамай. Сөнки бөтә нәмә ғаиләнән башлана, хөрмәтле ата-әсәләр. Быны мин Рәхимовтар һәм уға тиклем дә эпосты ятлап, юрматы ерен данлаған балаларыбыҙ данына таянып әйтәм, уларға, уларҙы үҫтергән ата-әсәләренә, юлдаш булған уҡытыусыларына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, уңыштар теләйем.

Ә Камилә ана шул тәрбиә, иғтибар орлоғо булып, еңеүгә иреште, уны нисек яуларға икәнен яҡшы аңланы. Муниципаль этапта еңеүе лә бөтә ғаилә ярҙамы, уҡытыусыһы Ҡунаҡҡолова Минира Тәлғәт ҡыҙының маҡсатлы эше аша булды, ә зона бәйгеһендә Камилә үҙен ысын башҡорт ҡыҙы итеп күрһәтте, нисәмә тапҡыр уны туҡтатып, әҫәрҙең төрлө еренән һөйләтеп ҡараһалар ҙа, ул аҡбуҙаттан төшмәне, еңеү ҡылысын ташламаны – бер тапҡыр ҙа яңғылышмай, юғары
башҡарыу оҫталығы, телебеҙгә оло ихтирамын күрһәтә алды. Тәүҙә үҙенә аңлашылмаған архаик һүҙҙәрҙе өйрәнеп, артабан ҡобайыр ритмдарын, йәнлек, ҡош тауыштарын ҡабатлап, хатта аҡбуҙат булып тыпырлап, ҡумыҙ сиртеп, дөңгөр ҡағып образға инә алды, йәш сәсән–һөйләүсе булараҡ, үҙ интонацияһы, үҙенә
генә хас музыкаллеге, һынмаҫ рухы менән оло жюри ағзаларының иғтибарын һәм ихтирамын яулап алды. Ә ата-әсәһе ҡыҙҙарының еңеүле аҙымына арымай-талмай ярҙам итеп, 2-3 көн эсендә бына тигән костюм тегеп, Өфөгә үҙҙәре йөрөтөп, Камиләнең енеүенә ирештеләр. Ғөмүмән, был уртаҡ еңеүҙә 2-се башҡорт гимназия-интернатының, уҡытыусылар коллективының, башҡорт теле уҡытыусыларының методик ойошмаһы, эпосты ятлатыуҙа ҙур тәжрибәгә эйә булған Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙының да өлөшө бар. Ошондай уртаҡ берҙәм эш өсөн беҙ кесе йәштән үк балаларыбыҙҙы төшөндөрөп алырға тейешбеҙ, ижад аша, ҡобайыр көйләтеп, эпос буйынса һүрәттәр төшөртөп ҡыҙыҡтырыу, ә артабан баланың рухын нығытыу юлына сығырға мөмкин. Уның менән бергә ятлап, уны өйҙә, ғаилә алдында һөйләтеп ҡарап, маҡтап, дәртләндереп, аҡбуҙат кеүек ҡанатландырырға кәрәк бит, хөрмәтле ата-әсәләр. Бына шундай матур ғаиләләр тағы Маҡарҙа, Ғүмәрҙә, Түбәнге Искәндәр Лотфуллин менән бергә ярышып, Маҡар егете Искәндәр Һиҙиәтов та ҙур уңыштар яуланы. Уның да атаәсәһе иҫ китмәле костюм тегеп, думбыра алып биреп, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа өйрәтеп, оло еңеүгә әҙерләнеләр. Искәндәрҙең, гимназия ҡыҙҙары Риана һәм кескәй Ләйсәнде лә әле аҡбуҙаттары көтөп кенә тора. Бына-бына улар ҙа еңеүле аҙымдарын яһаясаҡ, аҡбуҙат ҡанатланасаҡ, ҡындан ҡылыс һурыласаҡ, иншалла.

 

Фотолар Камилә Рәхимова архивынан.

Беҙҙә тағы бер еңеү!
Беҙҙә тағы бер еңеү!
Беҙҙә тағы бер еңеү!
Автор:Гөлнур АҘНАБАЕВА, райондың башҡорт теле уҡытыусылары методисы. 
Читайте нас