Мәғариф
26 Мая , 13:30

Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...

Һуңғы ҡыңғырау байрамы мәктәп тамамлаған һәр кем өсөн ҡәҙерле, иҫтәлекле байрам, күңел түрендәге иң матур көн бит ул. Маҡар урта мәктәбен тамамлаусы ҡыҙҙар-егеттәрҙе өсөн дә бөгөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны.

Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...
Сыңланы һуңғы ҡыңғырау...

Тантаналы шарттарҙа музыка мәктәбен тамамлаусыларға дипломдарҙы РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев һәм “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙәкәр хеҙмәттәре” ордены кавалеры, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының “Мәҙәниәт илсеһе” миҙалына лайыҡ булыусы Мәрйәм Солтанова тапшырып, үҙ ауылы патриоттары булырға саҡырҙы.

Ҡунаҡтар уҡыусыларҙың әүҙемлегенә, белеменә, итәғәтлегенә, оҫталыҡтарына һоҡландылар. Йылдағыса иң яҡшы уҡыусылар Маҡар урта мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаусылар тарафынан булдырылған премияларға лайыҡ булды.

Егерменсе йыл рәттән иң әүҙем, көслө спортсыларыбыҙ Мөхөмәтов Фаткулислам Нуриман улы исемендәге премия менән бүләкләнәләр. Быйылғы уҡыу йылында 7 уҡыусы был премияға лайыҡ булды. Эше тығыҙ булыуға ҡарамай, премияны Мөхөмәтов Ф.Н. ейәнсәре Айгөл Алик ҡыҙы тапшырып, уҡыусыларға яңы үрҙәр, уңыштар теләне.

Тел, әҙәбиәт өлкәһендә башҡорт милли ғөрөф-ғәҙҙәтәрен, традицияларын таратыуға, үҫтереүгә, “Урал батыр” эпосын ятлаусыларға Абдуллина Г.Р. премияһы тапшырылды. Гөлфирә Риф ҡыҙы мәктәбебеҙҙең генә түгел, районыбыҙ, Башкортостаныбыҙҙың ғорурлығы ла. Профессор, филология фәндәре докторы, БР академияһы ағзаһы, Өфө дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы туған мәктәбе, ауылым, тип янып йәшәгән  патриот. 2020 йылдан башлап ярты йыл һайын 5 уҡыусыға “Аманат” йә “Йәншишмә” газеталарына яҙылыу бүләк итә.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уҡытыусы-яугир, географ Зәннәтов Рәғиб Заһир улы иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм география фәненә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында булдырылған премияны ейәнсәре Иманғолова Эльвира Риф ҡыҙы теүәл фәндәр, георгафияны тәрәндән өйрәнеүсе 3 уҡыусыны бүләкләп, киләсәктә уларға имтихандарын матур тапшырып, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен, туған мәктәбе биргән әхләки һабаҡтар тормоштарының маяғы булыуын теләне.

 Шашка буйынса 14 спорт мастерылығына кандидат тәрбиәләүсе Фаткуллин Х.И.  ҙур уңыштарға өлгәшкән ике уҡыусыға “Фаткуллиндар премияһын” тапшырып 5 июндә үтәсәк “Тау һауаһы” республика фестивалендә уҡыусыларҙы ҡатнашырға саҡырҙы.

 Сығарылыш синыфтың яҡшы өлгәшкән, мәктәп тормошонда әүҙем уҡыусыларына администрацияның Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Ишембай районының “Беренселәр хәрәкәте” дипломдары тапшырылды.

 

Фотолар Маҡар мәктәбе архивынан.

Автор:Маҡар ауылы мәктәбе.
Читайте нас