Мәғариф
15 Мая , 07:00

Ниғмәтуллин уҡыуҙары үтте

Биксән мәктәбендә күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән Рауил Ниғмәтуллиндың ижадына арналған әҙәби уҡыуҙар үтте.

Ниғмәтуллин уҡыуҙары үттеНиғмәтуллин уҡыуҙары үтте
Ниғмәтуллин уҡыуҙары үтте

Сарала Рауил Хөрмәт улы тураһында бик күп һүҙҙәр әйтелде, уның шиғырҙары, йырҙары яңғыраны.

Бәйгелә ҡала һәм район мәктәптәренән барлығы 80-дән ашыу уҡыусы ҡатнашты.

Уларҙың сығыштарын мәртәбәле ҡунаҡтар - шәхестең ижадташ дуҫтары, яҙыусылар, фән эшмәкәрҙәре, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре баһаланы.

 

Әҙәби уҡыуҙар тураһында тулы мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

 

Автор фотолары.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас