Мәғариф
24 Апреля , 07:00

МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ

Ошо көндәрҙә Һайран ауылы мәктәбендә яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин иҫтәлегенә арналған V Ноғман Мусин уҡыуҙары үтте.

МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘМУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ

Ул Ишембай, Ғафури, Мәләүез райондарынан, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы йыйҙы. Мәктәп коллективы, район мәғариф идаралығы һәм яҙыусының туғандары ярҙамы менән ойошторолған сарала 121 бала ҡатнашты.

Сараға журналист, яҙыусы Салауат Кәримов, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, шағирә Рита Фәтҡуллина, ветеран педагог Әнисә Сөйәрғолова, яҙыусының туғандары, уҡытыусылар саҡырылғайны.

- Ноғман ағай беҙҙең урман, тәбиғәт һаҡсыһы ғына түгел, ул халыҡты ҡурсалаусы, телебеҙҙе һаҡлаусы, күңелдәребеҙгә, зиһендәребеҙгә яҡтылыҡ биреүсе лә. Уның иҫ киткес баҫалҡы, кешелекле булыуы һоҡландыра. Ул 90 йәшен билдәләгәндә беҙгә «Берберебеҙгә шәм, терәк булығыҙ, сөнки тормош - ул көрәш. Әҙәбиәткә килеүселәрҙең сафы һирәгәйә, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлап йөрөгөҙ», тине. Мин бәләкәйҙән Ноғман Мусин кеүек яҙыусы булырға хыялландым. Уның әҫәрҙәрен уҡып үҫтек. Атай-әсәйем дә Ноғман ағайҙы бик яратты. Хатта ағайым Төньяҡ диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән саҡта әсәйемдәр уға посылка менән бергә яҙыусының «Зәңгәр тауҙа аҡ болан» китабын һалып ебәргәйне. Ағайым уны үҙенән һуң килгән яҡташтар уҡыһын тип һыу аҫты кәмәһендә ҡалдырған. Ноғман Сөләймән улы иҫтәлегенә арналған ошо сарала ҡатнашыу беҙҙең өсөн оло мәртәбә, - тине Мөнир Ҡунафин.

Сәләмләү өлөшөнән һуң эш секцияларҙа дауам итте. 1-4 класс уҡыусыларының картиналары, ҡул эштәре конкурсы - «Ер биҙәге» номинацияһында, Н.Мусин әҫәрҙәренән яттан өҙөктәр һөйләүселәр «Мин мәңгелек урман» номинацияһында, өҙөктәрҙе сәхнәләштереүселәр һәм йыр бәйгеселәре «Күңел нуры» номинацияһында баһаланды. Уларҙың сығыштарын, эштәрен мәртәбәле баһалама ағзалары ҡараны.

- Ноғман ағайҙың ижады шул тиклем халыҡсан, тормошсан. Бөгөн сарала ҡатнашҡан балалар шәхестең матур-матур әҫәрҙәренән оҙон өҙөктәр әҙерләп килгән. Уларҙы һис яңылышмай, интонация менән һөйләп күрһәттеләр. Бирелгән һорауҙарға ла ҡыйыу, ышаныслы итеп яуап бирәләр. Бында, әлбиттә, башҡорт теле уҡытыусыларының хеҙмәте ярылып ята. Шуныһы маҡтауға лайыҡ, йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың һаны күбәйә бара, әҙерлек кимәле үҫә. Был халҡыбыҙҙың, үҫеп килгән быуындың Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен яратыуҙары, уның ижады мәңгелек булыуы тураһында һөйләй, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнисә Сөйәрғолова.

Сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн дә бәйге ойошторолғайны. Яҙыусының ижады, тормош  юлы буйынса уйын уҙғарылды. Төрлө райондарҙан килгән уҡытыусылар һорауҙарға яуап бирҙе.

Мусин уҡыуҙарының Һайран мәктәбендә үткәрелеүе юҡҡа түгел. Яҙыусы Ҡолғонала етенсе класты тамамлағас, башҡа һабаҡташтары менән бер рәттән Маҡарға уҡырға килә. Тормош ауыр булыу сәбәпле, күптәр уҡыуҙарын дауам итә алмай, ҡайтып китергә мәжбүр була. Ҡолғонанан 8-10 класты Ноғман Мусин бер үҙе тамамлай. Тыуған ауылына йыш ҡайтып йөрөй алмағанлыҡтан Ноғман Сөләймән улы йыш ҡына Һайранда йәшәгән бер туған Нәфисә апаһы менән Шайхрахман еҙнәһенә йәйәүләп килер була.

- Ноғман ағайыбыҙ Маҡарҙа уҡығанда кешелә фатирҙа торған. Ул осорҙа йәшәү ауыр була, ашарына ла кәрәк. Ял көндәрендә Һайранға килеп, бер аҙналыҡ аҙыҡ-түлек йөкмәп, тағы ла Маҡарға уҡырға китер булған. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Ноғман ағай әсәйебеҙгә һәм атайыбыҙға рәхмәтле булды. Тормошоноң бер осоро менән бәйле булған Һайран ауылы уға ныҡ ҡәҙерле һәм яҡын ине, - тине Лилиә Мөхәмәҙуллина.

Йомғаҡлау өлөшөндә барлыҡ номинацияларҙа сығыш яһаусыларҙың, ҡатнашыусыларҙың эштәре билдәләнеп, урындар бирелде. Ноғман Мусиндың ижадын һәр бала яратып уҡый. Уның ижады мәңгелек урман кеүек мәңге булыуын тап ошо уҡыусыларҙа күрергә була.


Автор фотолары.

МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
МУСИН РУХЫ - БЕҘҘЕҢ ЙӨРӘКТӘ
Автор:Миля Мазитова
Читайте нас