Шундай изге ниәттә Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 2А класы ата-әсәләре класс етәксеһе Алина Хәлитова менән бергә балаларға ифтар мәжлесен ойошторҙо. Иң тәүҙә аҙан әйтелеп, доға ҡылынды. Изге Рамаҙан айында ураҙа тотоусылар һыу эсеп ауыҙ асҡандан һуң малайҙар атайҙарына эйәреп икенсе бүлмәлә намаҙ уҡыны.
- Атай-әсәйҙәр менән ике йыл уҡыйбыҙ, бер осрашҡан юҡ, тип уйланыҡ. Ысынлап та, илебеҙ тыныс булмау, коронавирус кеүек ауырыуҙар килеп сығыу арҡаһында ошо бер нисә йыл мәктәптәрҙә элекке кеүек байрамдар, йыйылыштар тыйылды. Эйе, ысынлап та, Әсәйҙәр көнө булһынмы, Яңы йыл, 23 февраль, 8 Март байрамдарымы - сәй артында осрашып таныша торғайныҡ. Бына быйыл да байрамдар үтеп китте. Изге Рамаҙан айында йыйылышып, ифтар эшләһәк, тигән уй килде башыма. Балалар бит ата-әсәнән, ололарҙар үрнәк, өлгө ала. Шул фекеремде Ишембай мөхтәсибәтендә эшләүсе Айгөл Рауил ҡыҙы Сынбулатоваға еткерҙем. Ул да хупланы. Йыйылыр урынды ла тәҡдим итте. Илнур хәҙрәт һәм уның ҡатыны Ләйсән менән кәңәшләшеп һөйләштек, улар “Хәлилә” мөслимәләр союзының бинаһын тәҡдим итте. Көнөн билдәләгәс, уйыбыҙҙы атай-әсәйҙәргә еткерҙек. Шөкөр, улар шунда уҡ хупланы һәм әҙерлек башланды, - тип уртаҡлашты Лилиә Ғәниева.
Ифтарға һәр кем төрлө тәмлекәстәр: бауырһаҡ, ҡоймаҡ, бәлеш, пицца, сәк-сәк, торт бешереп, салат эшләп алып килде. Өҫтәл һыйҙан, тәмлекәстәрҙән һығылып торҙо. Асмандың ата-асәһе Әҙилә менән Айнур Биғошевтар ике ҡаҙан былау бешереп килтергәйне. Ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәл әҙерләгәнсе балалар беләҙек эшләү серҙәренә төшөндө һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән биҙәүесте әсәйҙәренә бүләк итте. Ашап алғандан һуң балалар ислам дине тураһында һорауҙарға яуап бирҙе. Һигеҙ-туғыҙ йәшлек кенә гимназистар бәләкәйҙән аяттар белеүҙәре менән һоҡландырҙы.
- Рамаҙан айы көндөҙ ураҙа тотоу менән генә түгел, киске ифтар мәжлестәре менән дә ҡәҙерле. Мосолман халҡында ифтарҙы күркәм байрам итеп үткәреү
матур ғәҙәткә ингән. Әлбиттә, миңә ата-әсәләр менән балаларға ифтар үткәреү тәҡдиме бик оҡшаны, - тип белдерҙе 2А класының класс етәксеһе Алина Рәмил ҡыҙы. – Бәхет башы – тәүфиҡ. Иң тәүҙә балалар тәүфиҡле булһын. Уларҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтереү үҙебеҙҙең ҡулда. Балаларыбыҙҙы дүрт тарафтан фәрештәләр һаҡлап торһон, Алла бирһә. Хөрмәтле ата-әсәләргә оло рәхмәтемде белдерәм. Йәмле, йылы осрашыу булды. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла именлек, йортобоҙға бәрәкәт, татыулыҡ насип итһен!
Атай-әсәйҙәр икенсе йылға тағы ла ошондай сара уҙғарырбыҙ, тигән уй-ниәттәр менән таралышты.
Аллаһы Тәғәләнең юлында булып, динебеҙ ҡушҡанса йәшәргә тырышайыҡ. Үҙебеҙҙең арттан рухтарыбыҙҙы шатландырып торорҙай, изге доға ҡылыусы балалар ҡалдырайыҡ.
Автор фотолары.