Сәхнәгә күтәрелгән “4К” (Кинйәбулат мәктәбе), “Урманстар” (Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе), “Шилмалар” (Көҙән мәктәбе), “БСТ” (Биксән мәктәбе), “Замана балалары” (Үрге Этҡол мәктәбе) командаларын зал шау-шыу менән алҡышлап ҡаршы алды. Әйткәндәй, тап ошо командалар уҙған йылдың 3 декабрендә ойошторолған һайлап алыу турында еңеү яулап, бөгөнгө уйында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булғайны. Өс ай эсендә командалар яңы шаяртыуҙар яҙып, ҡыҙыҡлы образдар уйлап табып, йәнә тамашасылар һәм жюри алдында һынау тотто. Бөгөн улар сәхнәлә иркенерәк, ҡыйыуыраҡ булыуҙары менән дә айырылды. Нимә тип әйтәһең инде? Афариндар!
Үткән уйында «Әгәр еңелһәгеҙ, беҙ һеҙҙе Ҡолғонаға уҡырға ебәрәбеҙ», тип “Урман-стар” командаһы директорҙың һүҙҙәрен әйтеп шаяртһа, был юлы ла етәксе уларға үҙ фатихаһын биреп оҙатҡан: “Был уйында еңмәһәгеҙ ҙә була: Өфөгә барырға автобус та, бензин да юҡ...”
Ғөмүмән, уҡыусылар тормошта булған хәлдәрҙе юморға әйләндерҙе, мәктәп тормошон, донъяла барған ғәҙәти хәлдәрҙе юмор аша күрһәтергә тырышты. Биксәндәр, мәҫәлән, халыҡ мәҡәлдәрен иҫкә төшөрөп үтте: күҙ ҡурҡа – аяҡ тибә, кем эшләмәй – шул эшләмәй; йөҙ дуҫың булғансы - ике мең лайк булһын. Ә шулай ҙа “Шаяниум - беҙҙең өсөн башҡортса һөйләшеү” тигән бик матур фекер еткерҙе улар. Этҡолдар үҙҙәренең дәртле көйәрмәндәре менән айырылып торҙо. Дәртләндереп тороусылар барҙа команда ла бик шәп сығыш яһаны.
- Беҙ ябай ауыл балалары. Ошо сәхнәлә сығыш яһау беҙҙең өсөн бәхет! – тип уртаҡлашты “Замана балалары”.
Алтын балыҡ тотҡан “Шилмалар” унан өс хыялдың тормошҡа ашырыуын һорамай, ә уны тиҙерәк ломбардҡа алып барырға ашыҡты. Ә бына “4К” командаһы һөйләүенсә, Кинйәбулатта патриот һыйыр бар икән: ул үҙ урамында эш боҙмай. Бына һиңә мә! Һәр сығышын кинйәбулаттар билдәле башҡорт шағирҙарының шиғыры менән тамамлай. Был юлы ла улар ҙур сәхнәнән Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырын яңғыратты:
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем!
- 2024 йылда Бөрйән районында үткән КВН лагерында булып ҡайтҡандан һуң был уйынға ғашиҡ булдым. Тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә ошо уҡ йылдың 16 октябрендә Өфөлә үткән уйында сыҡтым. КВН миңә кәйефте күтәреүе, дәртләндереүе менән оҡшай. Беҙҙең командабыҙ үҙара дуҫ, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп торабыҙ, ә иң мөһиме, һәр сығыштан дәрт-дарман алабыҙ. КВН - ул шаярыукөлөшөү генә түгел, ә һәр ваҡыт заман менән бергә атлауҙы, ваҡиғалар артынан күҙәтеп барыуҙы талап итә. Тик шул саҡта ғына шаяртыуҙар көнүҙәк, ҡыҙыҡлы буласаҡ. Беҙ шулай уҡ яңы бейеүҙәр, хәрәкәттәр уйлап табып торабыҙ, - тип уртаҡлашты «4К» командаһынан Арина Мырҙағолова.
Мәртәбәле жюри ағзалары ҡарары буйынса, Биксән һәм Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәптәре командалары өсөнсө урын алды. Үрге Этҡол һәм Көҙән мәктәптәре командалары үҙ-ара икенсе урынды бүлеште. Үткән йыл республика кимәлендә сығыш яһап, еңеү яулаған тәжрибәле Кинйәбулат мәктәбе командаһы тыуған ҡала сәхнәһендә лә беренсе урынға лайыҡ булды.
- Беҙҙең «Шилмалар» командаһы йыл да Ишембайҙа уҙғарылған ярымфинал, финал уйындарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Командала ун уҡыусы, етәкселәре - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мнәүәрә Әбдәлҡәҙир ҡыҙы Зарипова. Сценарийҙы ул үҙе яҙа, ә музыкаль яҡтан балалар менән бергәләп биҙәйҙәр. Һуңғы арала балалар ҙа шаяртыуҙар яҙа башланы, әлбиттә, уларҙы шымартырға кәрәк. Балалар КВН уйынын бик ярата, теләп ҡатнашалар. Ул төрлө яҡлап үҫешергә ярҙам итә: үҫмерҙәр сәхнәлә үҙҙәрен иркен тоторға, һорауҙарға отҡор яуап бирергә, актив фекерләргә өйрәнә. Ә иң ҡыуаныслыһы: башҡортса шаярталар, һөйләшәләр. КВН аша туған телебеҙ ҙә үҫә. Башҡараһы эштәр алда күп әле. Командабыҙға уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалам, - тип уртаҡлашты Көҙән мәктәбе директоры Рәсимә Ғимранова.
Этҡол мәктәбе командаһы тырышлыҡ, саялыҡ һәм һүҙ уйнатыу оҫталығы күрһәтеп, КВН йолаларын дауам итеүгә тос өлөш индергәндәре өсөн “Торатау” гәзитенең махсус бүләгенә һәм Рәхмәт хатына эйә булды.
- Беҙҙең ҡыҙҙар-малайҙар был уйынға ҙур ҡыҙыҡһыныу, ихласлыҡ һәм дәрт менән әҙерләнде. Иң һөйөндөргәне, улар тамашасының күңелен яулай алды. Һәр баланың үҙенсәлекле һәләте, үҙенә генә хас булған “йөҙө” бар. Кемдер үткер юморы һәм тапҡырлығы менән айырылып торһа, икенселәр үҙҙәренең дәртлелеге менән таң ҡалдырҙы. Мәктәбебеҙҙә шундай талантлы, зиһенле, шаян, позитив һәм юмор тойғоһо булған балалар уҡыуына беҙ сикһеҙ шат. Афарин, уҡыусылар! Киләсәктә лә яңы үрҙәр һәм ижади уңыштар теләйбеҙ! Шулай уҡ команданы төп әҙерләүсе Нурия Ғаммар ҡыҙына, Римма Азат ҡыҙына, музыкаль яҡтан яуаплы булған диджейыбыҙ Әминә Плюр ҡыҙына рәхмәтлемен, - тип уртаҡлашты Этҡол мәктәбе директоры Наилә Абдрахманова.
- Үткән йыл уйындарҙа егерменән ашыу команда ҡатнашты. Быйыл да зона этаптарында егермеләгән команда уйнар, тип ышанабыҙ, ә суперфинал апрелдә Өфөлә үтәсәк,
— тип белдерҙе “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” идараһы рәйесе Ангелина Халикова. – Мин бөгөн Ишембайҙа беренсе тапҡыр. Уйын оҡшаны. Кемдәрҙер ҡаушаны, әммә барыбер үҙҙәрен күрһәтте. Кинйәбулат ауылының “4К” командаһы менән танышмын инде. Уларҙың энергетикаһы яҡты, дәртлеләр, шаяртыуҙарҙы тамашасыға еткерә беләләр. Етәкселәре Ринат Ҡоҙашев команданы әҙерләү эшен яҡшы ойошторған.
Бына шулай районыбыҙ йәштәре: үҙҙәре шаян, үҙҙәре тапҡыр! Ишембайҙа башҡорт телендә үткән “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” фестивале артабан да дауам итһен һәм унда тағы ла күберәк йәштәр ҡатнашһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Сөнки шундай шәп уйын ойоштороп, районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан командалар туплап алып килгәндәр, тик уларҙың буш зал алдында (ҡатнашыусылар һәм уларҙың көйәрмәндәренән тыш) сығыш яһауы бер аҙ күңелде төшөрҙө...
Автор фотолары.