Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Март , 12:00

"Өләсәйем һандығы"нда ниндәй серҙәр һаҡлана?

Ишембай ҡалаһының "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында 8 март уңайынан, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған "Өләсәйем һандығы" тип аталған сара уҙҙы. Унда Байғужа ауылы ағинәйҙәре Ҡәҙерғолова Гөләйшә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы менән Мираҫова Рәйлә Ниғмәтулла ҡыҙы ҡатнашты.

"Өләсәйем һандығы"нда ниндәй серҙәр һаҡлана?
"Өләсәйем һандығы"нда ниндәй серҙәр һаҡлана?

Иң көтөп алынған мәл – һандыҡты асып байҡау булғандыр. Һандыҡ бик бай ине! Башҡорт кейемдәре, биҙәүестәр, яулыҡтар, ҡурай, шәл, олатайҙарҙан ҡалған миҙал һәм дә өс мөйөшлө хат балаларға айырыуса оҡшаны. Өләсәйҙәр башҡорт ғаиләһендә һандыҡтың тәғәйенләнеше, нисек ҡулланылыуы тураһында таныштырҙы.

Был сараға ҡыҙҙар - маңлайса, түшелдерек, малайҙар башҡорт орнаментлы галстук тағып килгәндәр ине. Балалар йырҙар йырланы, "Йәшерәм яулыҡ" уйынын уйнаны, батмустар һәм шәлдәр менән бейене. Балаларға ла, әсәйҙәргә лә, өләсәйҙәргә лә был сара бик оҡшаны! Аҙаҡ иһә балалар барыһына ла үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы.

 

"Өләсәйем һандығы"нда ниндәй серҙәр һаҡлана?
"Өләсәйем һандығы"нда ниндәй серҙәр һаҡлана?
"Өләсәйем һандығы"нда ниндәй серҙәр һаҡлана?
"Өләсәйем һандығы"нда ниндәй серҙәр һаҡлана?
"Өләсәйем һандығы"нда ниндәй серҙәр һаҡлана?
Автор: Байғужа ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас