Мәктәп сәхнәһендә ысын туристик мөхит тыуҙырылған – мөйөштә палатка тора, уртала усаҡ яна, уның өҫтөндә аҫылған ҡаҙанда аш бешә.
Мәктәп уҡыусыларына ҡунаҡҡа Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы директоры Дим Хөснетдинов һәм студенттар килгән. Уҡып йөрөүселәрҙең барыһы ла сығыштары буйынса Мысырҙан.
- 2024 йылда беҙ мәктәптәрҙә инициативалы бюджетлау грантын оттоҡ. Проектты үҙ ваҡыты өсөн харизмалы булған башҡарыусы автор Юрий Визборҙың йырынан цитата менән атаныҡ, - тип ихлас уртаҡлашты 11-се мәктәп директоры Наталия Михеева. – Ошо йүнәлештә беҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалы етәкселеге һәм студенттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Киләсәктә «Зарница», туризм буйынса викторина, туристар йыры фестивален үткәрергә ниәтләйбеҙ. 2025 йылда беҙгә аҡса һәм ҡоромалдар бүленде. Ошо ҡорамалдарҙы файҙаланып, бер нисә тапҡыр походҡа ла барып ҡайттыҡ.
Туризм – ул поход ҡына түгел, ә тотош бер культура: сәләмәт тормош алып барыу, спорт, экологияны хәстәрләү, ижад итеү, географияны өйрәнеү. Ошо төшөнсәләрҙе бер бөтөнгә берләштерә лә инде мәктәп туризмы.
Автор фотоһы һәм видеоһы.