Өс аҙна дауамында Ишембай районы уҡытыусылары, өҫтәмә белем биреү педагогтары һәм тәрбиәселәр һөнәри оҫталыҡта ярышты. Улар жюри ағзаларын үҙ эшенең методикаһы менән таныштырҙы, дәрестәр һәм дәрестән тыш саралар күрһәтте, сығыштар әҙерләне.
Сара белем биреү учреждениелары етәкселәрен, абруйлы ҡунаҡтарҙы, педагогтар берләшмәһе вәкилдәрен һәм йәш белгестәрҙе йыйҙы. Залда байрам һәм һөнәри берҙәмлек мөхите хакимлыҡ итте. Сәхнәнән фиҙаҡәр хеҙмәте менән райондың ғына түгел, ә бөтә республиканың киләсәге нигеҙе булған уҡытыусыларға, үҙ хеҙмәттәренең
оҫталарына йылы рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Еңеүселәрҙе Ишембай районы хакимиәте вәкилдәре сәләмләне, һәр ҡатнашыусының юғары һөнәри оҫталығын һәм эшенә тоғролоғон билдәләне.
Тәү башлап һүҙ Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғилевҡа бирелде.
- Һәр ҡатнашыусы юғары һөнәри оҫталығын, уҡытыуҙағы яңы алымдар һәм уҡыусыларына сикһеҙ һөйөүен күрһәтте. Уларҙың барыһы ла еңеүсе. Конкурсанттар үҙҙәренең тәжрибәһен, оҫталығын арттырып киләсәккә ҙур өлөш индерә. Йәш белгестәргә бәйге ауырыраҡ та тойолғандыр. Әммә улар бындай сараларҙа ҡатнашып, үҙҙәренең мөмкинлектәрен күрһәтеп, тәжрибә туплап, башҡа балаларҙы уҡытып ҡарап, күпте булдыра алыуҙарын аңлай. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, һеҙгә яғымлы, белемле балалар һәм ғаилә бәхете теләйем, - тине ул.
Райондың мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Урванцева ла конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡотлап үтте:
- Һәр конкурс кешенең яңы һәләтен асыуға һәм үҫтереүгә этәрә, бер-берең менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн яҡшы майҙан булып тора. Бәйгеселәрҙең бында алған тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ һәм ул бары тик ыңғай хис-тойғолар ғына уята. Әйткәндәй, быйыл республика август кәңәшмәһенең беҙҙең районда үтеүе көтөлә. Был Ишембай уҡытыусылары иң яҡшылары тигәнде аңлата. Бәйгеселәрҙе сифатлы әҙерләүегеҙ, оҫталығығыҙҙы күрһәтә белеүегеҙ өсөн рәхмәт!
Ольга Александровна “Йыл уҡытыусыһы - 2026” һөнәри оҫталыҡ конкурсы ҡатнашыусыларына дипломдар тапшырҙы. Призер булған тәрбиәселәр, педагогтар ҙа билдәләнде.
Конкурсанттар барлыҡ һынау этаптарын лайыҡлы үтеп, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар, белем биреү hәм тәрбиә мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдә
ҡатнаштылар. Һәр ярыштағы кеүек үк, конкурстың еңеүсеһе билдәләнде. Быйыл “Йыл уҡытыусыһы - 2026” конкурсының муниципаль этабында ике еңеүсе. Улар - 2-се мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы Ольга Кириченко һәм Волга буйы федераль округының А. В.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының физкультура уҡытыусыһы Марсель Ҡәҙимов.
12-се лицейҙың башҡорт теле уҡытыусыһы Айгөл Фәхретдинова – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”, 27-се “Тамсыҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Екатерина
Ефремова - “Йыл педагогы”, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы педагогы Әнүәр Өмөтбаев – “Йөрәгемде балаларға бирәм”, 23-сө “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Альбина Муллағолова – “Туған телдә уҡытыусы йыл педагогы”, 2-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лена Хәсәнова - “Туған тел һәм әҙәбиәт йыл уҡытыусыһы”, 2-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Чернова - “Йәш уҡытыусы – 2026” исеменә лайыҡ булды.
- Командамдың булышлығы һәм һөнәри оҫталығы арҡаһында бөгөн мин юғары наградаға лайыҡ булдым. Һәр берегеҙгә ярҙам, илһам һәм миңә ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Кадет корпусы һәм педагогик коллективыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланам. Бергәләп уҡыусыларыбыҙ өсөн тағы ла күберәк эшләрбеҙ! Бындай конкурстарҙа мотлаҡ ҡатнашығыҙ, оялмағыҙ, - ти Марсель Марат улы.
Ольга Леонидовна ла үҙенең тәьҫоратары менән уртаҡлашты:
- Был конкурс беҙҙең өсөн мөмкинлектәр майҙансығы булды, бында беҙ ярышманыҡ, ә бер-беребеҙҙән өйрәндек. Һәм һин һөнәргә беренсе аҙым яһайһыңмы, әллә инде күп йылдар мәктәп ҡыңғырауын ишетәһеңме – мөһим түгел. Былар барыһы ла «Һөнәр. Мәктәп. Уҡытыусы» тип аталған берҙәм киңлек. Оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләгән Альбина Муллағолова ла еңеүе өсөн бик шат ине.
- Мин 23-сө “Баҙлауыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып 2010 йылдан алып эшләйем. Беҙҙең колектив бик әүҙем, һәр яҡлап ярҙам итәләр. Был конкурста тәжрибә туплар өсөн һәм үҙемдең тәжрибәмде башҡаларға еткерер өсөн ҡатнаштым. Барыһына ла ҙур рәхмәтлемен, - ти Альбина Юнир ҡыҙы.
Барыһын да еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ hәм уларға тағын да ҙурыраҡ ижади уңыштар, үҙ көстәренә ышаныс, төбәк конкурста һөҙөмтәле сығыш яһауҙарын, туған районының данын лайыҡлы яҡлауҙарын теләйбеҙ.
Автор фотолары