Мәғлүм белеүенсә, 2025 йылдың аҙағында Республика Башлығының һәләтле етәкселәргә ярҙам итеүгә һәм ауылда мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында райондан өс яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәште. Грант отоусыларҙың береһе – Ишәй ауылы мәктәбе директоры Айнур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Тарих һәр саҡ әсир итә
Айнур Илдар улы сығышы менән Ғафури районының Үтәк ауылынан, 2010 йылда Красноусол ҡасабаһының Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатын тамамлаған. Артабан ул Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы тарих факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон 2015 йылда уңышлы тамамлағас, хеҙмәт юлын ҡала заводтарының береһендә башлай. Егет, унда бер аҙ эшләгәндән һуң, үҙен төп һөнәрендә һынап ҡарарға була.
- Икенсе өлкәлә эшләп йөрөгәндә Ишәй ауылы мәктәбендә тарих уҡытыусыһы кәрәклеге тураһында белеп ҡалдым. Тап ошо саҡта үҙемде педагог булараҡ һынап ҡарау теләге тыуҙы. 2017 йылда Ишәй мәктәбендә эш башланым, 2019 йылдан директор вазифаһын биләйем, - тине танышҡан саҡта редакция ҡунағы. – Ни өсөн тарих фәнеме? Мәктәптә уҡығанда тарих, хоҡуҡ (ғаилә мөнәсәбәттәре, енәйәт кодексы темалары) предметтары оҡшай торғайны. Политология, юриспруденция кеүек фәндәр менән ҡыҙыҡһынғас, 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындығы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын ситтән тороп тамамланым.
Файҙалы һабаҡ ине – хәҙер матур иҫтәлек
- Студент йылдарында тарих фәнен өйрәнеү нимәһе менән ҡәҙерле булды? Иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе менән уртаҡлашып китһәгеҙ ине, - тип мөрәжәғәт иттем Айнур Илдар улына.
- Беренсе курсты тамамлағанда археология фәне буйынса зачёт алыр өсөн ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнашып ҡайтырға кәрәк ине. Был тәжрибә барыбыҙ өсөн дә файҙалы ғына түгел, ә ҡыҙыҡлы ла булды. Бында ла шул уҡ тарихҡа әйләнеп ҡайтаһың. Беҙ, мәҫәлән, Әбйәлил районының Булат ауылында иртә тимер быуаттың сармат мәҙәниәтенә ҡараған ҡурған ҡәберлегендә ҡаҙыныу эштәре алып барҙыҡ, - тип ихлас уртаҡлашты әңгәмәсем.
– Ҡырағай тәбиғәт шарттарында бер ай йәшәргә тейеш
инек. Ҡояш аҫтында эҫелә көнө буйы эшләйбеҙ, кисен лагерға ҡайтабыҙ. Үҙебеҙ утын бысып, ут яғып ашарға
бешерәбеҙ. Көн дә бер кешене ут өсөн яуаплы итеп
тәғәйенләйҙәр. Мин быны эшләмәйем, тип баш тартып булмай – ҡырағай шарттарҙағы закон ҡаты. Ямғыр яуһынмы, ел-дауыл булһынмы – дежур студент иртән
тороп, ут яғып, ашарға бешереп торорға тейеш. Дөйөм алғанда, студенттар физик эш менән даими мәшғүл булды. Уның ҡарауы, кисен ут тирәләй ултырып, гитарала уйнап йырлауҙар бигерәк күңелле ине. Ысынында, был
практика һөнәрҙе яраҡлаштырыуға һәм ныҡлыҡҡа һынау
булды. Тарих фәненең әһәмиәте бына ошоларға ҡайтып
ҡала.
Айнур Илдар улы һөйләүенсә, студенттар ҡурған
ҡәберлектәрендә сармат мәҙәниәтенә ҡараған
көршәктәр, уҡ башаҡтары, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре
һәм ҡылыс таба, улар барыһы ла уҡыу йортоноң музейына тапшырыла.
Берҙәмлек ҡаҙаныштарға илтә
- Әлбиттә, етәксе булып тәғәйенләгәндә ҡатмарлыҡтар
булманы түгел. Уҡытыусылар, ата-әсәләр менән
дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора белеү мөһим. Һәр уҡыусыны үҙ
балаң һымаҡ ҡурсалайһың, уның белеме генә түгел,
хәүефһеҙлеге, сәләмәтлеге тураһында ла уйланаһың, -
тип дауам итте һүҙен мәктәп директоры. - Ниндәй генә
сараны, проектты алма, унда, әлбиттә, коллективтың да
тос өлөшө бар. Директор булып тәғәйенләнгән йылдан
алып бөгөнгәсә әллә күпме файҙалы эштәр башҡарылды.
Күптәргә Ишәй мәктәбендә төрлө федераль һәм республика проекттары буйынса башҡаралған саралар
тураһында мәғлүм. Гәзит уҡыусыларын уларҙың бер
нисәүһе менән таныштырып үтәйек. Мәҫәлән, 2019 йылда “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә
тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреүгә шарттар тыуҙырыу” проекты сиктәрендә балалар баҡсаһы
бинаһының бер яҡ өлөшө яңыртыла. 2021 йылда “Үҫеш
нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү
үҙәге ойошторола. Шулай уҡ 2022 йылда спорт залында капиталь ремонт башҡарылыуы тураһында билдәле.
2024 йылда “Һанлы белем биреү мөхите” федераль
программаһы буйынса мәктәпкә заманса ҡорамалдар
ҡайтартыла.
2022-2026 йылдар, киҫкен осор, уҡытыусыларҙы,
уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе берҙәмлектә һәм
ныҡлыҡта һынай. Мәктәп башланғысы менән алғы
һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам оҙатыла, был эш әле лә дауам
итә.
Әйткәндәй, йыл башынан муниципаль райондың
бер нисә мәктәбендә капиталь ремонт башланды. Был
исемлектә Ишәй ауылы мәктәбе лә бар.
- Бик хуп, 2026 йылда яңыртылған һәм
йыһазландырылған мәктәпкә уҡырға барасаҡбыҙ. Был
бөтәһе өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға. Минең уйлауымса,
ауыл балаһы ҡала мәктәбендә уҡыған балаларҙан бер
яғы менән дә кәм түгел. Шуға күрә ауыл ерлегендә төплө
белем биреү өсөн бөтә шарттар, уңайлыҡтар тыуҙырыу
беренсе урында тора, - тине белем биреү учреждениеһы
директоры.
Хеҙмәтенә күрә баһаһы
Ишәй ауылы мәктәбе директоры Айнур Ғиззәтуллин 2025 йылда республика Башлығының һәләтле етәкселәргә ярҙам итеүгә һәм ауылда мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында еңеүгә лайыҡ булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был сарала халыҡ һаны 25 меңдән артмаған ауылдарҙан 45 йәшкә тиклемге директорҙар ҡатнашты. Грант суммаһы – 690 мең һум.
Бындай юғары ҡаҙанышҡа өлгәшеү өсөн, тәү сиратта,
яуаплылыҡ, башҡарыусанлыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттар
ҙа иҫәпкә алына. Айнур Илдар улы республика Башлығы
баһаһын тик халыҡҡа тоғро хеҙмәте менән генә яуланы. Быға уның муниципаль район хакимиәте, мәғариф
идаралығы тарафынан тапшырылған маҡтау ҡағыҙҙары,
рәхмәт хаттары дәлил. Директор үҙ ҡаҙаныштарын
шәхси еңеүҙәр, тип кенә танымай, ә коллективтың да
өлөшө бар, тип белдерә.
Һәр кемдең терәге – үҙ ғаиләһендә
Әңгәмәсемдең ҡатыны Зөлфиә Заһир ҡыҙы ла һөнәре
буйынса уҡытыусы. Ул ошо уҡ мәктәптә башҡорт теленән
дәрестәр алып бара. Аһәңдәш күңелдәр бер-береһенә
тартыла, тигәндәй, Зөлфиә Ғиззәтуллинаның да тәүге
һөнәре – тарихсы. Башҡорт теле уҡытыусыһы сығышы
менән күлдәр иле – Әбйәлил районынан, М.Аҡмулла
исемендәге Башҡорт дәүләт университетын юриспруденция белгеслеге буйынса тамамлаған.
2025 йылда Зөлфиә Ғиззәтуллина “Башҡорт теле һәм
әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025” төбәк-ара конкурсында
ҡатнашып, республика этабында район уҡытыусылары
данын яҡлай.
Ғиззәтуллиндар ғаиләһендә ата-әсә хәстәрлегендә
ике күҙ ҡараһылай ике ул тәрбиәләнә. Мораҙымға биш
йәш булһа, Данияр ағаһынан ике йәшкә кесе.
Яҡты хыял тормошҡа
ашыусан
Әңгәмәне тамамлап хушлашырға ваҡыт етте, һәр кемде лә үҙ эше көтә.
- Бала саҡта Үтәктән Стәрлетамаҡ ҡалаһына килгәндә
Ишәй ауылы эргәһенән үтә торғайныҡ. Ауылдың ҙур-ҙур
йорттарына ҡарап, и-их, ошонда йәшәһәң икән, тип хыяллана торғайным. Уңайлы урында – ике ҡала араһында
урынлашҡан. Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты: 2020
йылда яңы урамдан ер алдыҡ, 2022 йылда яңы йортҡа
индек, - тине йылмайып Айнур Илдар улы.
Мин быға ихлас ҡыуандым, бындай осраҡта артыҡ
бөҙрә һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй.
“Һеҙҙең хыял дөрөҫ ҡоролған...” – шул булды яуабым.
Айһылыу ВАХИТОВА.
Фотолар ғаилә архивынан.