Был байрам Башҡортостан Республикаһында билдәләнгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған ине.
- Сарабыҙҙың маҡсаты – ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау. Бөгөн байрамда ике төркөмдән дә балалар һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Бындай саралар беҙҙең балалар баҡсаһында яҡшы йолаға әйләнде, – тине балалар баҡсаһы мөдире Фәнисә Шәмсетдин ҡыҙы Грабцова.
Башта балалар музыкаға ҡушылып күнекмәләр башҡарҙы, артабан төрлө уйындарҙа ҡатнашты. Белгестәр һәм тәрбиәселәр скандинавса йөрөүҙең файҙаһы хаҡында аңлатты. Спорт байрамы сәй эсеү менән тамамланды. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙа шатлыҡлы хис-тойғоларға күмелде.
Автор фотолары һәм видеоһы.