Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар , 14:00

Киләһе уҡыу йылын уңайлы шарттарҙа ҡаршылайыҡ

Йыл башынан муниципаль райондың бер нисә белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт башланды. Был – ҡаланың 19-сы, Смаҡай биҫтәһенең 14-се, Тимашевка һәм Ишәй ауылдары мәктәптәре. Шулай уҡ Чкалов урамында урынлашҡан 32-се “Һыуһылыу” балалар баҡсаһында ла реконструкция эштәре гөрләй. Оҙайлы Яңы йыл байрамдары үткәс, беҙгә ҡайһы бер учреждениелар етәкселәре менән осрашып, ремонт барған урындарҙа булырға тура килде.

Киләһе уҡыу йылын уңайлы шарттарҙа ҡаршылайыҡ
Киләһе уҡыу йылын уңайлы шарттарҙа ҡаршылайыҡ

- Иртәнге сәғәт туғыҙға уҡ килегеҙ, мин урында булам, - тине телефондан “Һыуһылыу” балалар баҡсаһы мөдире Татьяна Назарова.

Кисен интернеттан балалар баҡсаһының адресын табып, ҡайһы ерҙә урынлашҡанын билдәләп тә ҡуйҙым.

- Ремонт эштәре 5 ғинуарҙа уҡ старт алды, - тип ҡаршы алды Татьяна Николаевна. – Демонтаж тәүҙә бассейндан башланды, артабан аҙыҡ-түлек блогына күсте. Подрядсы ойошма төҙөүселәре үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Үҙегеҙ күреүегеҙсә, бөгөн улар эшкә ваҡытында килгән һәм шунда уҡ ремонтҡа тотонған. Беҙҙең уларға дәғүәбеҙ юҡ.

Коридор стеналарында балыҡ, ҡабырсаҡ, диңгеҙ ылымыҡтары рәсемдәре күҙгә салынды. Бер урында эленеп торған көҙгө ситтәре ысын ҡабырсаҡтар менән биҙәлгән. Әйтерһең дә, ҡасандыр биҙәүсе рәссам бар күңелен һалып, диңгеҙ мөхитен тыуҙырырға тырышҡан. Демонтаж эштәре барған бассейнға барып еткәс кенә ни өсөн балалар
баҡсаһының “Һыуһылыу” тип аталғаны аңлашылды.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының нигеҙ һалыныу тарихын ҡарағанда, ул, 1991 йылда, бөтә илгә еңел булмаған осорҙа төҙөлгән. 

- Иҫләүемсә, халыҡ тәьминәте өсөн ҡатмарлы осорҙа 3-сө, 10-сы, 12-се һәм 15-се балалар баҡсалары ябылды. Шул саҡта нефть һәм газ сығарыу идаралығы “Һыуһылыу” учреждениеһын төҙөттө. Был балалар баҡсалары 1991 йылда Яңы йыл байрамы алдынан ғына асылды, әйткәндәй, быйыл уның 35 йыллыҡ юбилейын билдәләйбеҙ, - тип
ихлас уртаҡлашты әңгәмәсем. – Тәүге көндәрҙән үк 370 бала ҡабул ителде.

Ҡалала йәсле төркөмөнә сабыйҙар өс айҙан тәрбиәгә алынған берҙән-бар балалар баҡсаһы. Иң мөһиме, бында бассейн бар. Шуға ла ата-әсәләр, алыҫ урынлашҡан тип тормайынса, балаларын ҡаланың икенсе осонан уҡ йөрөттө. Ремонт осоронда 150 бала 12-се, 13-сө, 25-се, 28-се, 33-сө, 36-сы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йүнәлтелгән.

- Балалар менән бергә тәрбиәселәр, уларҙың ярҙамсылары ла эшкә урынлаштырылды. Шуға күрә бәләкәстәр яңы шарттарҙа стресс кисермәй, өйрәнгән педагогтары улар менән бергә. Ҡайһы бер ата-әсәләр ремонт осоронда өйҙә булып торорбоҙ, тип белдерҙе, - тине Татьяна Назарова. – Тәрбиәләнеүселәребеҙ урынлаштырылған учреждениеларҙың етәкселәренә телефондан шылтыратып сыҡтым, беҙҙе “фатир”ға алған өсөн рәхмәт белдерҙем. Бер бала ла ризаһыҙлыҡ күрһәтмәй, тынғыһыҙланып иламай, тип белдергәс, күңелем тыныс. Әлегә минең бурысым – көн дә ремонт барған урында булыу.

Шулай итеп 32-се “Һыуһылыу” балалар баҡсаһы бинаһында ремонт тулыһынса башҡарыласаҡ, инженер селтәрҙәре лә яңыртыласаҡ.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, учреждение сафҡа индерелгәс, унда бәләкәстәрҙе йөҙөргә генә түгел, ә Рәсәй һәм инглиз телдәрендә һөйләшергә өйрәтеү ҙә планлаштырылған. 

Шул уҡ подрядсы ойошма Смаҡай биҫтәһендә урынлашҡан 14-се мәктәптә лә капиталь ремонт башланы. Был учреждение 1997 йылда асылған. Бында бинаның, инженер селтәрҙәренең яңыртылыуынан тыш, территория ла төҙөкләндереләсәк. Был сара “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Бөтә яҡшы нәмә балаларға” федераль проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

- Мәктәптә барлығы 126 бала белем ала. Ремонт осоронда уларҙы ҡаланың 15-се мәктәбенә автобус йөрөтә. Улар үҙҙәрен яҡшы тоя, ата-әсәләр хәлде аңлап ҡабул итә, - тип белдерҙе белем биреү учреждениеһының директоры Азамат Ибраһимов. Күҙ асып та өлгөрмәҫбеҙ, ярты йылға һуҙылған ремонт эштәре осоро “һә” тигәнсә үтеп тә китер. Ваҡытлыса килеп тыуған мәшәҡәттәргә түҙергә мөмкин, уның ҡарауы, 2026-2027 уҡыу йылы башында яңыртылған яҡты һәм таҙа биналарға килеүе барыһы өсөн дә ҡыуаныслы хәл булыр.


Автор һәм Азамат ИБРАҺИМОВ фотолары.

Киләһе уҡыу йылын уңайлы шарттарҙа ҡаршылайыҡ
Киләһе уҡыу йылын уңайлы шарттарҙа ҡаршылайыҡ
Автор: Айһылыу Вахитова
Читайте нас