Алина Азат ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Тәжрибәле, өлгөлө педагог Һайран урта мәктәбе директоры булып эшләй.
Хәҙерге заманда уҡытыусы булып эшләү күп көс, сабырлыҡ, фиҙаҡәрлек, белемеңде даими камиллаштырыуҙы, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙы талап итә. Алина Азат ҡыҙы тап шундай сифаттарға эйә. Ул бәләкәй саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана.
- Ғөмүмән, ауылда кемдән өлгө алаһың? Әлбиттә, уҡытыусынан! Бала саҡта миңә педагогтар шундай матур, аҡыллы, нәзәкәтле, һоҡланғыс кешеләр кеүек тойола ине. Мәктәптә уҡығанда минән бер йәшкә өлкәнерәк күршем Рәүилә менән һәр ваҡыт уҡытыусы булып уйнай торғайныҡ. Ул - уҡытыусы, ә мин уның уҡыусыһы инем. Шул ваҡыттарҙа уҡ үҙемдең дә уҡытып ҡарағым килде һәм киләсәктә педагог булырға теләгем тыуҙы. Шуға ла ғүмерем буйы ошо образға тап төшөрмәҫкә тырышып йәшәйем һәм эшләйем, - ти Алина Хисаметдинова.
Алина Азат ҡыҙы Биксән урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Шуға ла 11-се кластан һуң, кем булырға тигән һорау тыумай. Ҡулына аттестат алып, З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ был һөнәрҙең нескәлектәренә яҡшы төшөнә, һәр практиканы ихлас үтә. Ҡулына диплом алғас та, Һайран урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Бер аҙ ваҡыттан һуң ошо уҡ белем усағында директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ярты йылдан инде Алина Азат ҡыҙын Һайран ауыл Советы хакимиәтенә эштәргә идарасы итеп саҡыралар. 2023 йылда иһә үҙен бар яҡтан да өлгөр итеп күрһәткән белгес Һайран урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Әйткәндәй, әлеге көндә Һайран урта мәктәбендә 28 бала уҡыһа, коллективта 6 уҡытыусы иҫәпләнә.
- Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һынатмай, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәйҙәр, уҡыйҙар, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар яулайҙар. Белем усағында бай музей эшләп килә. Балалар бик теләп театр түңәрәгенә йөрөйҙәр. Тиҙҙән уҡыусыларыбыҙҙы Өфөгә аквапаркка алып барасаҡбыҙ. Белем учреждениеһына ремонт талап ителә, киләсәктә уны эшләрҙәр, тип өмөт итәм, - ти мәктәп директоры.
Уҡытыусы - һөнәр түгел, ул булмыш булырға тейеш. Тәбиғәттән һәләт бирелмәһә, бары тик сараһыҙлыҡтан ғына мәктәптә эшләп булмай. Уҡытыусы эше үтә ныҡ сабырлыҡ, тырышлыҡ, балаларға һөйөү талап итә. Үҙең өҫтөндә даими эшләргә, эҙләнергә, үҫешергә, замандан ҡалышмаҫҡа ла кәрәк. Нәҡ шундайҙар ғына мәктәп эшенән
ситләшмәй, хатта был хаҡта уйламай ҙа, киреһенсә, белем донъяһына мөкиббән китеп хеҙмәт итә. Алина Азат ҡыҙы - шундайҙарҙың береһе.
Мәктәп директорының ҡаҙаныштары ла етәрлек. Үткән йыл ул Һайран ауылында янғын һүндереү-ҡотҡарыу депоһын төҙөүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн “Рәсәйҙең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән наградланған. Шулай уҡ яңы ғына тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға кисергән мәктәп директоры. Республика Башлығы ойошторған һәләтле етәкселәргә ярҙам итеүгә һәм ауылда мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурста Алина Хисаметдинованың грант алыуы тураһында билдәле булды. Грант суммаһы – 690 мең һум. Бәйгелә халыҡ һаны 25 меңдән артмаған ауылдарҙан 45 йәшкә тиклемге директорҙар ҡатнашты. 2025 йылда республика буйынса был грантты 50 директор алған.
- Абруйлы гранттар конкурсында еңеү тырышып һәм етди әҙерләнеүҙең һөҙөмтәһе булды. Был конкурс миңә тағы ла дәртләнеберәк эшләргә мөмкинлек бирә. Әлеге көндә республиканың профсоюз ойошмаһы уҙғарған грантта ҡатнашам, һөҙөмтәһе тиҙҙән билдәле буласаҡ, - тип шатлығы менән уртаҡлаша Алина Азат ҡыҙы.
Алина Хисаметдинова ғаиләһе менән дә бик ғорурлана. Ул тормош иптәше Илгиз Урал улы менән өс бала тәрбиәләй. Ғаилә башлығы “Роснефть” ойошмаһында быраулаусы булып эшләй. Өлкән улдары Руслан Һайран урта мәктәбендә 6-сы класта тик яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй. Гитарала уйнарға ярата, спорт менән дуҫ, олатаһына төҙөлөш эштәрендә ярҙам итә. Яңы ғына ул ҡалабыҙҙа үткән хакимиәт башлығы шыршыһында ҡатнашҡан. Төрлө олимпиадаларҙа көс һынап, призлы урындар яулай. Дүртенсе класта белем алған Ильяс та ағаһынан ҡалышмай, яҡшы уҡый, хайуандарҙы ярата. Олатаһынан күреп ҡортсолоҡ менән шөғөлләнмәксе. Төпсөктәре - дүрт йәшлек Азалия ауылда балалар баҡсаһына йөрөй, “Адель” бейеү студияһында шөғөлләнә.
Өфөлә сығыш яһап, призлы урындар яулай. Хисаметдиновтар ғаиләһе өйҙә ултырырға яратмай. Улар “Яңы йыл ғаилә уйындары”нда, саңғы ярыштарында, клубта үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Каникулдарында тәбиғәт ҡосағында булырға, Рәсәй буйлап сәйәхәт ҡылырға яраталар. Алина Азат ҡыҙы иренә, балаларына ойоҡбаштар бәйләргә әүәҫ.
Былтыр йәш ғаилә Биксән ауылында күркәм йорт һалып ингән. Әсәлек капиталы сертификатына ер участкаһы һатып алғандар. Өсөнсө балалары тыуғас бирелгән аҡса ипотекаларын ҡаплауға йүнәлтелгән. Алина Азат ҡыҙы үҙе автомобиль руле артында балалары менән Биксәндән Һайранға эшкә йөрөй.
- Әсәйем сирләп киткәс, уға яҡынырыҡ булыр өсөн, ҡаршыла ғына ер участкаһы һатып алып өй төҙөнөк. Атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен. Төрлө тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, әсәйем артабан йәшәүгә көс табып, балаларыбыҙҙы тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә. Ул беҙҙе һәр ваҡыт тәмле, йылы аштары менән ҡаршы ала. Атайымдың да ҡулынан килмәгән эше юҡ, йортобоҙҙоң һәр мөйөшөн ҡараһаң да уның ҡулы теймәгән ере юҡ. Иҫән генә булһындар инде, - ти Алина Хисаметдинова.
Алина Азат ҡыҙы ысын мәғәнәһендә яратҡан эше, ышаныслы хеҙмәттәштәре, ныҡлы терәге һәм таянысы – тормош иптәше, балалары, атайәсәйе, туғандары булыуы менән
бәхетле.
Фотолар ғаилә архивынан.